“Балаларға белем һәм тәрбиә биреү системаһын камиллаштырыу”
31 августа 2017 йыл | Мәғариф

Бер нисә көндән яңы уҡыу йылына аяҡ баҫабыҙ. Районда 6,5 мең (4441 уҡыусы һәм 2 меңдән ашыу мәктәпкәсә йәштәге) бала яңыртылған балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә киләсәк. 15 августа үҙ эшен тамамлаған белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына ҡабул итеү комиссияһы 25 учреждениены эшкә әҙер тип тапты.
2016-2017 уҡыу йылына ҡуйылған бурыстарҙы тулыһынса үтәнек, йомғаҡлау аттестацияһы һәм йәйге ялды ойоштороуҙы лайыҡлы атҡарып сыҡтыҡ тип әйтә алам. Мәктәп эшмәкәрлегенең төп күрһәткесе булып дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы тора. 2017 йылда 11 класты 168 уҡыусы тамамланы. Дөйөм белем алыу курсын үҙләштерә алмаған 1 уҡыусынан тыш ҡалғандары Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырҙы. Уларҙың 28-е мәктәпте "Уҡыуҙағы айырыуса уңыштары өсөн” миҙалы менән тамамланы.  9 класты тамамлаусы 417 уҡыусының икәүһе имтихандарға индерелмәне. 411 уҡыусының дүртәүһе дәүләт аттестацияһын үтә алмай, белешмә менән сығарылды. 25 уҡыусы тик "5”-ле билдәләренән генә торған аттестат алды.
Инклюзив уҡытыу
Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә үткәрелгән социаль сәйәсәттең төп маҡсаты – мәғариф системаһын бөтә граждандар ҙа белем алырлыҡ итеп үҙгәртеү. Һуңғы 20 йыл эсендә төрлө кире тәьҫирҙәр йоғонтоһонда психик һәм соматик үҫешендә тайпылыштар булған, аутизм менән сирләүсе  балаларҙың һаны артыуы күҙәтелә. Ошоларға бәйле  йәмғиәттә инклюзив белемгә мохтаждар артты. Шул уҡ ваҡытта  ата-әсәләр ошо категорияларға ҡараған балаларын махсус интернаттарға уҡырға бирмәй, ғаиләлә тәрбиәләй, ғәҙәти балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә урынлаштыра. Ата-әсәләрҙең был теләге закон тарафынан яҡлана. Ра-йон мәктәптәрендә сәләмәтлектәре сикләнгән 170 бала белем ала. Инклюзив белем биреү өсөн шарттар булдырыу – инвалидтарҙың балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә ҡаршылыҡһыҙ үтеү мөмкинлеге һәм махсус парталар ғына түгел, ә тәү сиратта, яраҡлаштырылған программалар һәм индивидуаль уҡыу пландары, махсус әҙерлекле педагогик кадрҙар. Әлеге көндә Красноусолдағы 2-се һәм Бурлы мәктәптәрендә был йәһәттән күп эштәр башҡарыла. Был мәктәптәр "Уңайлы мөхит” Федераль программаһында ҡатнаша һәм мөмкинлектәре сикле балаларҙы ҡабул итергә әҙер. Райондың башҡа мәктәптәрендә лә был категорияға ҡараған һәр баланың мөмкинселегенә яраҡлаштырылған уҡытыу программалары өҫтөндә эш бара. Инклюзив белем биреүҙең уңышлы тәжрибәһен Табын коррекция мәктәп-интернаты миҫалында күрергә мөмкин.
Мәктәпкәсә
белем биреү
Районда 3 йәштән 7 йәшкә тик-лемге балалар араһында мәктәпкәсә учреждениеларға сират 2015 йылда уҡ бөтөрөлгәйне. Шул уҡ ваҡытта 3 йәшкә тиклемге кескәйҙәрҙең 9 проценты ғына балалар баҡсаларына йөрөй. Красноусолда 120 урынлыҡ яңы баҡса асылыу менән был мәсьәлә ыңғай яҡҡа үҙгәрер тип ышанабыҙ.
Тәрбиә биреү –
төп маҡсат
Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттары бөтә кимәлдәрҙә лә белем биреүҙең маҡсаты – уҡыусыларҙы рухи-әхлаҡи яҡтан үҫтереү, тәрбиәләү һәм сәләмәтлектәрен һаҡлау тип билдәләй. Ә белем биреүҙе ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу сараһы тип ҡарай. Рәсәй Хөкүмәтенең "Рәсәй Федерацияһында 2025 йылға тик-лем тәрбиәнең үҫеш стратегияһы” тип аталған күрһәтмәһенең, "Рәсәй Федерацияһында Балалыҡ ун йыллығын иғлан итеү тураһында” Президент ҡарарының ҡабул ителеүе осраҡлы хәл түгел, әлбиттә.
Тәрбиә системаһының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе – үҫеп килеүсе йәш быуында гражданлыҡ һәм илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү. Райондың бар белем биреү учреждение-
ларында ла мөһим тарихи даталарҙы билдәләү, акциялар һәм флешмобтар үткәреү ҡаралған тәрбиәүи эш пландары тормошҡа ашырыла.
Йыл һайын февраль айы хәрби-патриотик темаға арнала. 9 майҙа үткәрелгән Еңеү парадында ра-йон үҙәге мәктәптәре һәм гимназия, Аҡкүл, Бурлы, Курорт, Табын, Яңғыҙҡайын ауыл мәктәптәре коллективтары һәм уҡыусылары әүҙемлек күрһәтә. Быйылғы "Үлемһеҙ полк” акцияһында 800 уҡыусы ҡатнашты. Уға ҡушылыусы мәктәптәр һаны йылдың-йылы арта бара. Уҙған уҡыу йылында район мәктәптәрендә 13 хәрби-патриотик клуб төҙөлдө, "Йәш армия” йәмәғәт ойошмаһы эшләй башланы. Уҡыусылар яугир яҡташтарыбыҙға ҡуйылған һәйкәлдәргә шефлыҡ итә.
Район мәктәптәрендә 18 Хәрби дан һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Улар балаларға тыуған яҡ тарихы, мәҙәниәте буйынса өҫтәмә белем алырға мөмкинлек биргән тәрбиә үҙәктәренә әйләнергә тейеш.
Ҙур тәрбиә эштәре Балалар ижады үҙәгендә һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә алып барыла. Балалар ижады үҙәгендә 2039 бала - 5 йүнәлештә, спорт мәктәбендә 874 уҡыусы 9 спорт йүнәлеше буйынса   шөғөлләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2015 йылда өҫтәмә белем биреү учреждениеларында үткән ҡулайлаштырыу һөҙөмтәһендә өҫтәмә белем алыусы 5-тән 18 йәшкә тиклемге балаларҙың һаны 58,2 процентҡаса кәмене. Бөгөн мәғариф бүлеге һәм педагогтар алдында 2018 йылға был күрһәткесте 78 процентҡа еткереү бурысы тора. Башҡортостандың яңы гражданы шәхесен формалаштырыу һәм таланттарҙы үҫтереү маҡсатында йыл һайын Балалар ижады үҙәгендә 20 номинация буйынса "Һәләтле балалар” конкурсы үтә.  Тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендә лә ҙур эштәр алып барыла.
Балаларға спорт тәрбиәһе биреү сиктәрендә районда спорттың бөтә төрҙәре буйынса ла уҡыусылар Спартакиадаһы уҙа. Уның еңеүселәре республика ярыштарында уңышлы ҡатнаша. Красноусолдағы 1-се, 2-се, 3-сө мәктәптәр, гимназия, Ҡауарҙы һәм Сәйетбаба мәктәптәре уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
Тәрбиә процесында этно-мәҙәни белем биреү ҙур әһәмиәткә эйә. Бының менән мәктәптәр, өҫтәмә белем биреү учреждениелары, милли-мәҙәни үҙәктәр, мәктәп һәм мәҙәниәт йорттарындағы түңәрәктәр шөғөлләнә. Уларҙың эшенең төп шарты булып туған телде һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү тора. Белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттары талаптарына ярашлы, туған телде һәм сит ил телдәрен өйрәнеү һәм аралашыу балалар баҡсаһында уҡ башланырға  те-йеш. Тәрбиә мәсьәләләре бигерәк тә әле күп ғаиләләр тотороҡһоҙ социаль-иҡтисади шарттарҙа йәшәгән осорҙа мөһим. Мәктәптәргә педагогик бурыс-тар менән бер рәттән, ғаилә менән бергә эшләгәндә генә хәл ителә торған социаль проблемалар ҙа йөкмәтелә. Шулай итеп, район уҡытыусылары алдына ата-әсәләр менән эште юғары кимәлдә ойоштороу бурысы ҡуйылды. Уны үтәү өсөн яңы уҡыу йылында мәғариф бүлеге тәрбиә системаһын камиллаштырыу буйынса муниципаль программа ҡабул итәсәк.
Район хакимиәте һәм мәктәптәр коллективтары көсө менән белем һәм тәрбиә биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыла. Билдәле булыуынса, кластан тыш эште юғары кимәлдә алып барыу, өҫтәмә белем биреү программаларын үтәү өсөн мәктәптәр бер сменаға күсергә те-йеш. Әле районда икенсе сменала белем алған уҡыусылар 11,2 процент тәшкил итә. Был мәсьәләне хәл итеү маҡсатында район үҙәгенең 1-се, 2-се мәктәптәрендә ремонт эштәре үтәсәк. Һөҙөмтәлә, 2-се сменаның 186 уҡыусыһы бер сменала уҡыясаҡ.
Йылдың-йылы федераль һәм республика программаларында ҡатнашып, район белем биреү учреждениеларының хәл-торошо яҡшыра, бигерәк тә спорт залдарыныҡы. Мәҫәлән, уҙған йылда Красноусолдағы  2-се, 3-сө мәктәптәрҙең спорт залдары ремонтланып, Еҙем-Ҡаран, Табын мәктәптәренә спорт ҡоролмалары алынһа, быйыл Ҡарағай һәм Ҡауарҙы мәктәптәренең спорт залдарында заманса шарттар булдырыла. Алдағы планда ремонт эштәре Аҡкүл һәм Үзбәк мәктәптәрендә ҡаралған.
Хөрмәтле коллегалар!
Бөйөк педагог Антон Семенович Макаренко әйтеүенсә, "Кешене бәхетле итеү мөмкин түгел, әммә уны бәхетле булырлыҡ итеп тәрбиәләргә мөмкин”. Шуға күрә яңы уҡыу йылы алдынан һеҙгә бәхет теләйем, сөнки тик үҙе бәхетле кеше генә бәхетле быуын тәрбиәләй ала. Барығыҙға ла һаулыҡ, етәкселәр һәм коллегаларығыҙ араһында абруй яулауығыҙҙы теләйем. Уҡыусыларығыҙ һәм тәрбиәләнеүселәрегеҙ уңыштары менән һөйөндөрһөн!