Бында киләсәк уҡый
03 октября 2017 йыл | Мәғариф

Яңы уҡыу йылы башланып мәктәптәр балаларҙың шат тауыштарына күмелгән мәлдә Уҡытыусылар көнө билдәләнә. Байрам алдынан Бурлы урта мәктәбендә булдыҡ.
Директор Рауил Солтанморатов ҡаршы алып, мәктәп менән таныштырҙы. Бурлы мәктәбенә 4 филиал – Ҡормантау, Березовка, Яугилде башланғыс мәктәп-балалар баҡсалары, Байымбәт балалар баҡсаһы ҡарай. Быйыл 192 (Бурлыла – 140) уҡыусы белем ала. Уҙған уҡыу йылында 11-се класты 7 (шуларҙың берәүһе алтын миҙалға), 9-сы класты 11 уҡыусы тамамлаған. Сығарылыш кластар уҡыусыларының барыһы ла юғары һәм урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттарына уҡырға ингән. Шуға күрә яңы уҡыу йылында 10-сы класс юҡ. 2015 йылдан алып "Уңайлы мөхит” республика программаһы буйынса эшләйҙәр. Мәктәпкә ингән ерҙә үк пандус, коридорҙарҙа тактиль плиткаларҙан һалынған һуҡмаҡ, стена буйлап тотоноп йөрөү яйланмаһы ҡуйылған, кластар махсус өҫтәл-трансформер, ултырғыс, интерактив таҡталар, клавиатура, тауыш көсәйткес  һәм башҡа яйланмалар менән йыһазландырылған. Ишектәр, гардероб та яраҡлаштырып эшләнгән.
Мәктәп яны участкаһында йәшелсә-емештән мул уңыш үҫтереп алғандар. Мәктәп ашханаһын ҡышҡылыҡҡа йәшелсә менән тәьмин итеүҙән тыш, төрлө йәрминкәләрҙә әүҙем ҡатнаша Бурлы мәктәбе коллективы. Быйыл бигерәк тә алма баҡсаһының уңышы күп булған. Был мәктәптә матур традиция булдырғандар – һәр сығарылыш класс мәктәп яны участкаһына емеш ағасы ултырта.
Һәләтле уҡытыусы
Мәктәп коллективында үҙ эшенә яуаплы ҡараған, ижади эшләгән уҡытыусылар бихисап. Шуларҙың береһе - 30 йыл ғүмерен мәғарифҡа арнаған тәжрибәле математика уҡытыусыһы Светлана Рәжәп ҡыҙы Абдуллина (фотоһы 1-се биттә).
Яугилде ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән математика уҡытыусыһы булырға хыяллана. Әле уҡырға төшмәгән сағында уҡ ата-әсәһе эштән ҡайтыуға шкаф, стеналарға хәрефтәр түгел, һандар яҙып сыбарлап бөткән була. Уйнарға килгән иптәш ҡыҙҙарын да "парта” артына ултыртып, уҡытыусы булып "уҡыта”. Мәктәптә лә ошо фәнде үҙ итә ул. Шуға ла урта мәктәпте тамамлағас, икеләнеп тормай, Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Күңелле студент йылдары бик тиҙ үтеп китә. Ҡулына диплом алған йәш уҡытыусыға Ташбүкән мәктәбенә йүнәлтмә бирәләр.
6 йыл эшләгәс,  Бурлы мәктәбенә ҡайта. Уҡыусыларына математика фәне серҙәрен өйрәтеү менән бергә класс етәкселеген дә, клас-тан тыш эштәрҙе алып барырға ла, ғаиләһен ҡарарға, донъяһын көтөргә, көн һайын өйгә ҡайтҡан ҡосаҡ-ҡосаҡ дәфтәрҙәрҙе тикшерергә лә өлгөрә уңған уҡытыусы. Үҙ фәненә  ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тыуҙыра алған Светлана Рәжәп ҡыҙын уҡыусылары ла, ата-әсәләр ҙә ихтирам итә. Быйыл 8-се класты етәкләй ул. "30 йыл эш дәүеремдә дүртенсе сығарылышым был. Татыу, берҙәм класыбыҙҙа 22 бала. Һәр эштә лә дуҫ, әүҙемдәр, уҡыуҙа ла тырыштар -  араларында "4”-кә, "5”-кә өлгәшеүселәр күберәк,” - ти уҡытыусы.  
Ул әҙерләгән сығарылыш класс уҡыусылары йылдың-йылы Берҙәм дәүләт имтихандарында һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә. Тәжрибәле уҡытыусы район семинарҙарында асыҡ дәрестәр бирә, "Йыл уҡытыусыһы” һөнәри бәйгеһендә ҡатнашып, номинацияла еңеү яулай. Светлана Рәжәп ҡыҙының хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының, район Советының, мәғариф бүлегенең  Маҡтау грамоталары менән билдәләнгән.
Тынғыһыҙ, яуаплы уҡытыусы һөнәрен һайлауына бер ҙә үкенмәй Светлана Рәжәп ҡыҙы. Уҡыусыларының бөтмәҫ-төкәнмәҫ һорауҙарын ишетер, ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарын күрер өсөн көн дә иртән мәктәпкә ашыға ул.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.