Һөҙөмтәләр эштәрендә сағыла
03 октября 2017 йыл | Мәғариф

Һәр мәктәптең алдынғы уҡытыусылары булған кеүек, Яңғыҙҡайында ла бар ундай мөғәллимдәр.  Юғары категориялы математика уҡытыусыһы Рәйлә Сәлихйән ҡыҙы Насирова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Светлана Винер ҡыҙы Бикбаева
(I категорияға эйә) менән Гүзәлиә Әсҡәт ҡыҙы Хәйруллина (юғары категориялы) – тап шундайҙарҙан.
Мөғәллимәләр тырышлығы менән мәктәптең сығарылыш уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандарында төп фәндәр – рус теле һәм математика буйынса һынауҙарҙы уңышлы тапшыра, өлгөргәнлек аттестаты алмайынса киләһе йылға ҡалғандар һис тә юҡ.
Мәктәп директоры Ринат Насиров әйтеүенсә, уҡытыусылар өсөн иң мөһиме - уҡыусыларҙың белеме төплө булып, имтиханды һәйбәт билдәләргә тапшырһын. Һәр ҡайһыһы менән айырым шөғөлләнергә лә ваҡыт таба улар. Шулай уҡ 10-11-се класс уҡыусыларының ата-әсәләре менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. БДИ-ға, шул иҫәптән Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына  әҙерлек бөтөн коллектив менән маҡсатҡа ярашлы алып барыла. Шуға ла күмәк көс, һис шикһеҙ, үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.  
Ижади эшләгән, тырыш уҡытыусылар уҡыусыларының һәләтен үҫтереүгә лә күп көс һала. Уҡыусылары районда ғына түгел, республика кимәлендә үткән олимпиадаларҙа, Гагарин кубогына ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Ғөмүмән, был уҡытыусылар хаҡында мәктәп етәкселегенән бары тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә мөмкин. Барыһының да мәктәптә эш башлауына шаҡтай күп – ике тиҫтәнән ашыу йыл ваҡыт үткән, үҙ эшенең ысын оҫталарына әйләнгәндәр. Ошо йылдар эсендә күпме балаға үҙ фәненең серҙәрен асҡан улар. Уҡыусылары араһында уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар ҙа бар.
Индира ИШКИНА.