Сабый күңелдәрен яҡты офоҡтарға әйҙәйҙәр
13 октября 2017 йыл | Мәғариф

Күңелемдән һиңә һәйкәл ҡойҙом,
Ҡояш нуры – һинең көлөүең,
Йылдар буйы күҙҙәреңдә балҡый
Балаларҙы ихлас һөйөүең.
- Әйҙә, әсәй, тиҙерәк! – ти балалар баҡсаһына йыйынған ҡыҙым. Көн дә шулай баҡсаға ашҡынып, осоп бара ул.
Сынъяһау кеүек итеп биҙәлгән, йәнһүрәттәрҙә генә була торған уйынсыҡтар теҙелгән балалар баҡсаһын Сәйетбаба ауылына килеп күрегеҙ! Үҙегеҙҙең бала саҡта хыял иткән әкиәт донъяһына инеп сығығыҙ! Көн дә иртән ҡыҙым түгел, үҙем осоп барам баҡсабыҙға.
Сәйетбаба ауылының мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәселәре заман менән бергә атлай. Бының өсөн заманса мәғлүмәт һәм белем биреү технологияларын үҙләштереп, уларҙы көндәлек эштә ҡулланалар, даими ижади эҙләнеүҙәр үткәреп, белемдәрен камиллаштыралар. Баҡсаға балаларын йөрөткән ата-әсәләрҙең күңеле һәр саҡ тыныс, сөнки бында һәр балаға уйындар аша төрлө һөнәр серҙәрен төшөндөрәләр, йыр-бейеү, шиғыр, әкиәт йоғонтоһо ярҙамында мәктәпкә әҙерлек алып баралар һәм, иң мөһиме, балала киләсәккә яуаплылыҡ сифаты тәрбиәләйҙәр.
Бөгөнгө көндә балалар баҡсаһында 5 төркөмдә 85 бала тәрбиәләнә. Балаларға йөрәк йылыһын биреп, ғүмерҙәрен ошо эшкә бағышлаған 16 хеҙмәткәр эшләй. Баҡсабыҙҙа тиҫтә йылдар үҙ эшен яратып башҡарған тәрбиәселәр эшләүе әллә ҡайҙан күренеп тора. Был тәрбиәсе апайҙар балаларға күптән инде икенсе әсәйҙәре кеүек. Венера Ҡунафина, Люциә Ғәниева, Мәрзиә Вәлиева, Зимфера Мәжитова, Миңһылыу Иғзаҡова, Ләйсән Рахманғолова, Лиана Мәжитова, Айгөл Зайнетдинова кеүек тәрбиәселәр һәр баҡсаға тәтемәй! Улар үҙ эшен ихтирам иткән, еренә еткереп башҡарған кешеләр. Бүлмәләрҙең бөхтәлеге, кескәйҙәрҙең шат йөҙҙәре ошоға дәлил.
Балаларҙы тәрбиәләгәндә бигерәк тә халыҡ ижадына, йолаларына, уйындарына, ауылыбыҙҙың тарихына, ғөрөф-ғәҙәттәренә иғтибарҙы бик күп бүлә тәрбиәселәр. Йылдың һәр миҙгелендә тыуған яҡтың иҫтәлекле урындарына, музейҙарға экскурсия яһайҙар.
- Бала Тыуған илен, тыуып үҫкән ерен һөйөп, уның ҡәҙерен белеп үҫергә тейеш. Һәр бала – ҡабатланмаҫ шәхес. Уның иң яҡшы, матур сифаттарын беҙ, өлкәндәр, ваҡытында күреп, дөрөҫ юл күрһәтеп, артабан үҫеүенә булышлыҡ итергә бурыслыбыҙ. Үҙ төйәгенең тарихын, яҙмышын, тамырҙарын белгән кеше генә көслө рухлы, бай зиһенле булыуын барыһы ла аңлайҙыр, - ти 29 йыл балалар баҡсаһында эшләүсе өлкән тәрбиәсе Венера Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафина.
Тәрбиәселәр  мәҙәни, йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай. Районда, ауылда уҙғарылған сараларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулауын күреү беҙҙең өсөн икеләтә шатлыҡ. Мәҫәлән, быйылғы "Йыл тәрбиәсеһе” район конкурсында Зимфера Мәжитова финалға үтеп, лауреат исемен алып ҡайтты. Баҡсабыҙҙа музыка етәксеһе булып эш башлаған Зимфера Хөрмәт ҡыҙы 20 йыл балалар менән эшләүсе тәжрибәле тәрбиәсе.
Шулай уҡ тәрбиәселәр Экология йылына арналған "Мин йәшәгән ер” тип исемләнгән район конкурсында "Аҡ балсыҡ” проектын тәҡдим итеп, 1-се урын яуланылар. Был проектта Мәрзиә Вәлиева менән Зимфера Мәжитова Ҡаранйылға ауылында сыҡҡан аҡ балсыҡтың шифаһын, уның үҙенсәлекле тәбиғәт байлығы булыуын яҡлап сыҡтылар.
Ә апрель айында уҙған "Яҙһылыу” район фольклор конкурсында "Ҡуҙғалаҡ байрамы” йолаһын сәхнәләштереп, барыһын да таң ҡалдырып, 1-се урынға лайыҡ булдылар.
Үҙ эшенең барлыҡ нескәлектәрен белгән тәжрибәле тәрбиәселәр кескәй генә йөрәктәрҙә тыуған ергә һөйөү тойғоһон сәсә, беҙҙең киләсәкте, Ватаныбыҙҙың таянысын, терәген тәрбиәләй.
Аҡйондоҙ ҠАРАНАЕВА.
Сәйетбаба ауылы.