Һәр дәресе ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле
20 октября 2017 йыл | Мәғариф

Балаларҙа үҙең йәшәгән мөхиткә һөйөү уятыу, тәбиғәттең матурлығын күрә белергә өйрәтеү, уларға эстетик тәрбиә биреү ата-әсәләр менән педагогтарҙың төп бурысылыр. 6-сы йыл Үтәк балалар баҡсаһында эшләп килгән Рәүилә Арыҫланова йылдан-йыл үҙенең ижади шәхес икәнлеген иҫбатлай.
Заманса технологияларҙы өйрәнеп, уларҙы тормошҡа ашырыу - тәрбиәсе өсөн яратҡан шөғөл. Төркөмдә балалар ҡулы менән эшләнгән бик матур әйберҙәр бар. Һәр тәрбиәләнеүсенең талантын күрә белеү, уларҙы төрлө яҡлап үҫтереү менән бер рәттән үҙе өҫтөндә лә эшләргә ваҡыт таба педагог.
2016-сы йылдың ноябрендә "Йыл тәрбиәсеһе” район конкурсында ҡатнашып, 9  тәрбиәсе араһында 2-се урынды яуланы һәм "лауреат” исеменә лайыҡ булды. Апрель айында Яңғыҙҡайын ауылында үткән "Веснянка” фольклор конкурсының зона этабында балалар менән 3-сө урынды яуланылар.
Быйылғы уҡыу йылын  Рәүилә Фәрит ҡыҙы  "Мин йәшәгән ер” тип аталған проект менән башланы. Проект нигеҙендә тыуған ерҙе өйрәнеү буйынса бик күп маҡсаттар тормошҡа ашырылды. Бөйөк Рәсәй составына ингән  Башҡортостан Республикаһының сиктәре, райондары, ҡалалары, унда йәшәгән халыҡтар, уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, фольклоры, милли кейемдәре һәм ризыҡтары тураһында бик күп мәғлүмәт тупланы балалар. Үҙебеҙҙең бәләкәй Ватаныбыҙ – Үтәк ауылы, уның тарихы, топонимикаһы, унда йәшәгән халыҡтарҙың дуҫлығы, уларҙың йолалары, ғөмүмән, йәшәйеше тураһында фәһемле һәм ҡыҙыҡлы дәрестәр үткәрелде. Балалар тирә-яҡтағы урман-тауҙарға, шишмәләргә, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарға ҡуйылған һәйкәлгә сәйәхәт ҡылдылар, беҙҙең яҡта үҫкән ағастар һәм дарыу үләндәре менән таныштылар, Үтәк ауылының тыуған яҡты өйрәнеү музейында булдылар.Ҡайҙа ғына булһалар ҙа, төркөмгә ҡайтып, тәьҫораттар менән алмаштылар, күргәндәрҙе рәсем итеп төшөрҙөләр, төҫлө ҡағыҙ һәм картондар менән аппликация яһанылар.
Башланғыс мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә үрелеп барҙы проект. Мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмөндә "Урмандарҙы һаҡлайыҡ”, "Башҡортостан – дуҫлыҡ иле” тип исемләнгән асыҡ дәрестәр, 4-се класс уҡыусылары тарафынан "Тәбиғәтте һаҡлайыҡ” тигән темаға драматизацияланған сығыш күрһәтелде.
Проект менән ата-әсәләр ҙә ҡыҙыҡһынды. Балаларға әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү эшендә уларҙың өлөшө ҙур булды. Балаларҙың проект нигеҙендә эшләнгән бөтә эштәре күргәҙмәләре араһында ата-әсәләр тарафынан эшләнгән шәжәрә ағастары, бешерелгән милли ризыҡтар күргәҙмәһе лә булыуы бик отошло һәм фәһемле булды.
Рәүилә Фәрит ҡыҙының дәрестәре яңы технологиялар менән һуғарылған, ФГОС талаптарына яуап бирә. Уның һәр эше интерактив таҡта ҡулланып, презентациялар эшләп, кескәйҙәрҙең йәш үҙенсәлектәрен иҫәптә тотоп ҡыҙыҡлы  һәм мауыҡтырғыс эшләнде.
Талантлы һәм йәш коллегабыҙға артабан киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә һәм бөтә эштәрендә лә уңыштар теләйбеҙ.
Резида Мөхәмәтйәнова,
башланғыс кластар уҡытыусыһы.