Дуҫлыҡ, изгелек байрамы
09 января 2018 йыл | Мәғариф

Дуҫлыҡ,  изгелек байрамытип аталды Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең 4-се һәм 5-се класс уҡыусылары һәм класс етәкселәре ойошторған был сара.
- Бөгөн изгелек көнө, - тип башланы һүҙен алып барыусы Гөлнур Әнүәр ҡыҙы Батыршина. - Беҙҙә ҡунаҡта Арсен менән Руслан. Уларҙың беҙгә килгәндәре бар. Русланды әсәһе Гөлназ Шәмсетдинова, Арсенды атаһы Данис Рәхмәтуллин килтерҙе. Улар һеҙҙең кеүек алсаҡ, тырыш балалар, тик һаулыҡтары юҡ, икеһе лә инвалид, үҙ аяҡтары менән рәхәтләнеп көн дә мәктәпкә йөрөй алмайҙар, уҡытыусылар өйҙәренә барып уҡыта.
Артабан балалар әсәйҙәр, атайҙар, дуҫлыҡ тураһында йырҙар йырланы, китапханасы Гөлшат Рахманғолова әҙерләгән йомаҡтарға яуап бирҙеләр, балалар йәнһүрәттәрҙән, әкиәттәрҙән үҙҙәренең яратҡан персонаждарын таптылар, рифмаларын тура килтереп шиғырҙарҙы дауам иттеләр, оҫта итеп бейеп, ҡыҙыҡлы шиғырҙар һөйләп күрһәттеләр, бергә төрлө-төрлө уйындар уйнанылар. Арсен менән Русландың нисек итеп шатланғандарын күреп беҙ ҙә шатландыҡ, күңелдәребеҙ әйтеп бөтмәҫлек йылы хистәр менән тулды.
Мәктәп директоры Фирүзә Әбделмәнова инвалид балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә ҙур түҙемлек, ныҡлы сабырлыҡ теләне һәм балаларына ныҡлы терәк булғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Миңһылыу МИРХӘЙҘӘРОВА,
уҡытыусы.
Еҙем-Ҡаран ауылы.