Фәнгә тәүге аҙымдар
30 января 2018 йыл | Мәғариф

Районда 10-сы тапҡыр үткән сарала Красноусолдағы 2-се, 3-сө мәктәптәр, КБГИ, Яңғыҙҡайын, Мораҡ, Ҡормантау мәктәптәренән 42 уҡыусы үҙҙәренең эҙләнеүҙәре менән таныштырҙы. Төрлө фәндәр буйынса 12 секция эшләне. Быйыл да конференцияла башланғыс клас-тар әүҙемлек күрһәтте – бөтәһе 14 бала доклад менән сығыш яһаны.
Иң уңышлы тип табылған 3-сө мәктәптең 3-сө класс уҡыусыһы Аделина Басариева һәм Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Мария Поволокинаның фәнни эштәре күптән түгел уҙған район мәктәптәре директорҙары һәм урынбаҫарҙары кәңәшмәһендә тыңланды ла инде.
Конференцияла юғары баһа алыусылар Өфө ҡалаһында үтәсәк республика этабында ҡатнашасаҡ. Йәш ғалимдарға уңыштар теләйбеҙ.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.