Буласаҡ спортсылар өсөн сәйәхәт
30 января 2018 йыл | Мәғариф, Спорт

Башҡортостанда 2015 йылдың көҙөнән «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» проекты тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты физик яҡтан үҫешкән, рухлы быуын тәрбиәләү, балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, спортҡа һәләтлеләрҙе асыҡлау булып тора.
Красноусол башҡорт гимназия-интернатында ошо проектҡа ярашлы 3 йыл рәттән спорт кластары уңышлы эшләп килә, 90 бала белем алыу менән бер рәттән, физкультура дәрестәренән тыш, төрлө спорт түңәрәктәрендә, өҫтәлмә дәрестәрҙә шөғөлләнә, физик мөмкинлектәрен үҫтерә.
Йыл һайын республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы балаларға төрлө саралар: спартакиадалар, спорт-һауыҡтырыу фестивалдәре, экскурсиялар, ярыштар үткәрә, еңеүселәрҙе Маҡтау грамоталары менән бүләкләй.
Быйыл да беҙҙең икенсе кластар өсөн Өфө ҡалаһы буйлап экскурсия үткәрелде. Ойоштороусылар беҙҙе Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ҡаршы алды. Был мәктәп баскетбол йүнәлеше буйынса эшләй. Халыҡ-ара  спорт мастерҙары, тренерҙар, элекке билдәле уйынсылар Дмитрий Иванов менән Сергей Медведев балаларға баскетбол буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Һуңынан гимназия уҡыусыларына ошо мәктәптә шөғөлләнеүселәр  менән берлектә күнекмәләр үткәрҙеләр, эстафета ойошторолдо. Балалар ихлас күңелдән баскетбол серҙәренә өйрәнде.
Рәхәтләнеп спорт менән шөғөлләнеп алғандан һуң беҙҙе тәмле төшкө ашҡа саҡырҙылар.
Артабан автобусҡа ултыртып Өфө ҡалаһы буйлап экскурсияға алып киттеләр. Экскурсовод Светлана Олеговна мауыҡтырғыс итеп ҡаланың тарихы менән таныштырҙы. Өфө ҡалаһының ҡасан барлыҡҡа килеүе, кемдәр нигеҙ һалыуы, бында ниндәй ваҡиғалар булып үтеүе тураһында ишетеү балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, шулай уҡ Дуҫлыҡ монументын, Салауат Юлаев һәйкәлен, Өфө-Арена, Конгрес-Холлды күреү уларҙың күңелендә ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Ә экскурсияның иң оҡшаған өлөшө, әлбиттә, баш ҡалабыҙҙың боҙ ҡаласыҡтарына туҡтап тау шыуыу, уйындар уйнау,  төрлө һындар эргәһендә фотоға төшөү булды. Көндөң үткәне лә һиҙелмәне, ҡайтырға ваҡыт етте.
Фәһемле һәм ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторғандары өсөн БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына һәм гимназия директоры Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы Йәнешеваға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Әлфиә ВӘЛИШИНА,
 тәрбиәсе.