“Атай, әсәй һәм мин – спортсы ғаилә”
22 февраля 2018 йыл | Мәғариф, Спорт

“Атай, әсәй һәм мин – спортсы ғаилә”
“Атай, әсәй һәм мин – спортсы ғаилә” 
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тигәндәй, Красноусол башҡорт гимназия-интернатында балалар һау-сәләмәт, рухлы булып үҫһендәр өсөн төрлө саралар үтеп тора. Әйткәндәй, Башҡортостанда 2015 уҡыу йылынан "Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проекты тормошҡа ашырылып, өсөнсө йыл рәттән гимназия-ла спорт кластары ла эшләп килә.
Ошо йәһәттән һәм Ғаилә йылында атай-әсәйҙәрҙең дә таҫыллығын, физик яҡтан көстәрен һынап ҡарау маҡсатында башланғыс кластарҙа "Атай, әсәй һәм мин – спортсы ғаилә”  тип аталған сәмле  ярыш уҙғарҙыҡ. Беренсе төркөмдә 1 "А” һәм "Б” менән 2 "А” һәм "Б”  кластарынан 10 команда үҙ-ара ярышһа, икенсеһендә 3 "А” һәм "Б” клас-тарынан ике - "Бәһлеүәндәр” һәм "Еңеү” командалары бер-береһе менән көс һынашты.
Был спорт байрамы балаларҙың дәртле музыкаға һалынған флеш-моб бейеүе менән башланып китте. Тәүге сараны ойоштороусы Альбина Ғайсина (тәрбиәсе) был ярышты асып, үҙҙәрен таныштырыу өсөн командаларға һүҙ бирҙе. 1 "А”-нан Баяс Ҡотдосов,
Динара Латипова, Тимур Курбунов һәм 1 "Б” класынан Ксения Симонович, Ислам Латипов, 2 "А”-нан Рөстәм Мәжитов, Азалия Бохармәтова, Ильнара Йәнбирҙина, 2 "Б” класынан Салауат Исхаҡов, Лиана Юлъяҡшина атай-әсәйҙәре менән ярыш һыҙығына баҫты.
Ярыш төрҙәрен Анастасия Григорьева ҡыҙыҡлы итеп ойошторһа, тәжрибәле физкультура уҡытыусыһы Альфред Мәүлетҡолов ваҡытын, тиҙлеген иҫәпләп, һәр береһенә дөрөҫ баһа бирә барҙы. Бында йүгереү, туп, шар менән урап сығыу, урындан, скакалканан һикереү, ҡоршау эсенә ғаилә менән кереп йүгереү һәм башҡа ҡыҙыҡлы уйындар булды.
Һәр ҡатнашҡан командаға абруйлы жюри  тарафынан урындар бүленеп, номинациялар буйынса ла Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Балалар ошо ярыштың темаһы яҙылған значоктар менән бүләкләнделәр. Беренсе урынға елдәй етеҙ елгән Мәжитовтар, 2-сегә отҡор Йәнбирҙиндар, ә өсөнсө урынға Ҡотдосовтар лайыҡ булды.
 3 "А” класынан Камила Килмөхәмәтова, Илшат Ҡотов, Айназ Шаһиев, Эльвина Мөхәмәтова, 3 "Б”-нан Алина Дәүләтбаева, Элиза Мәмәтдинова, Инсаф Мырҙаҡаев, Даниил Филатов, Линар Йомағужин тиҙлектә, етеҙлектә атай-әсәйҙәре менән бергә ярышты.  Был төркөмдә лә физкультура уҡытыусыһы Рәшит Сөләймәнов ойоштороуында төрлө уйындар уйналды, балаларға иң ҡыҙығы шарға һикереп ултырып шартлатыу булды. Ярыш булғас еңеүсе лә булырға тейеш. Йыйылған мәрәйҙәрҙе иҫәпләгәндән һуң, 3 "Б” класына беренсе урын бирелде, ә 3 "А” класы уларҙан әҙгә генә ҡалышты.
Үҙ командалары өсөн янып-көйөп ултырған уҡыусылар тауышынан спорт залы умарта күсе кеүек гөж килеп торҙо. Бында класс етәкселәре лә, тамаша ҡылырға килеүселәр ҙә үҙ хистәрен ауыҙлыҡлай алманы. Ҡатнашыусылар менән бергә янды, көйҙө, уйнаны, көлдө,  шатланды. Ә инде сәмле уйындан һуң атай-әсәйҙәрҙең биттәре алһыуланып, икенсе һулыштары асылып, уларҙың йөҙөндә шат йылмайыу балҡый ине. Бергәләп спорт менән шөғөлләнеү ғаилә нигеҙен дә, һаулыҡты ла нығыта бит. Ярыш тап ошо маҡсатҡа иреште лә инде.
Лилиә КИНЙӘБУЛАТОВА,
тәрбиәсе.