Фәһемле осрашыу
22 февраля 2018 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Фәһемле осрашыу 
Йылдың-йылы 15 февралдә илебеҙҙә Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә. Красноусол башҡорт гимназия-интернатында үткән "Тере хәтер” тигән осрашыу ошо датаға арналды.
Беҙгә ҡунаҡҡа алыҫ Афған илендә интернацио-наль бурысын үтәп ҡайтҡан А.П.Мигунов, Р.Р.Рәхмәтуллин, Ж.К.Асимов килде. Улар менән бергә ошо ил тураһында фильм ҡараныҡ.
Р.Р.Рәхмәтуллин Афған һуғышы, үҙ-үҙҙәрен аямай ил алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған иптәштәре, уларҙың күрһәткән батырлыҡтары хаҡында һөйләне. Ж.К.Асимов уҡыусыларҙы тырышып уҡырға, Тыуған илдең, атай-әсәйеңдең ҡәҙерен белергә, Ватанға терәк булып йәшәргә өндәне. А.П.Мигунов һуғыш хәтирәләренән тыш, һәр бала үҙ иленең патриоты, белемле, көслө ихтыярлы кеше булып үҫергә те-йешлеген әйтеп үтте, ир-егеттең ил терәге икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ҡунаҡтарҙың сығыштары концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Динис Хәбибуллиндың йыры, "Төлкәҫ” өлгөлө бейеү ансамбленең сығышы, Иршат Дауытовтың "Генерал Иғзаҡов” бейеүе кисәгә сағыу биҙәк өҫтәне. Сараны Илмир Абдрахманов менән Дилара Зәйнетдинова йәнле итеп алып барҙы.
Барыбыҙ өсөн дә фәһемле, иҫтәлекле осрашыу күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.
Эльза ХӨСӘЙЕНОВА,
КБГИ-ның 6 "А" класы
тәрбиәсеһе.