Йәшнәп йәшәлгән ғүмер
07 марта 2018 йыл | Мәғариф, Хаттар

Йәшнәп йәшәлгән ғүмер 
Йәшлек бит ул йүгәнһеҙ ат,
Сабып үтә лә китә.
Ҡартлыҡ әгәр килеп етһә,
Кире китмәй ҙә ҡуя...
тип йырлана бит йырҙа ла. Ысынлап та, йәш саҡта ҡартлыҡ килер тип, уйланырға һис тә ваҡыт юҡ – эш тип йүгерәһең. Бына мин дә 1982 йылда Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенә математика уҡытыусыһы булып эшкә килгәйнем, хаҡлы ялға сыҡҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Коллектив ҙур, берҙәм, эшсән булды. Ул саҡта Баҡраҡ, Яҡтыкүл, Абдулла, Оло Үтәш, Яңы Ерек ауылдарынан бик күп балалар Еҙем-Ҡаранға йөрөп уҡыны. Һүҙем ошо коллективта бергә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан тырыш та, ябай ҙа, уңған да хеҙмәттәшем – Миңнур Әнүәр ҡыҙы Лоҡманова хаҡында.
Ул ваҡытта Миңнур Еҙем-Ҡаран мәктәбен тамамлап, һөнәр алып, Ибраһим башланғыс мәктәбендә эшләп йөрөй ине, ә 1989 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы "Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы мөдире булды. Ул 1954 йылдың һалҡын ҡышында Абдулла ауылында Әнүәр ағай менән Асия апай ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Миңнур, бар туғандары кеүек, бәләкәйҙән эшкә тырыш булып үҫә. Атаһы инвалид булғанғамы, ҡатын-ҡыҙҙар эше менән бер рәттән, ирҙәр эшен дә башҡарырға тура килә уға. "8 йәшемдә генә йүкә һалғанда аяғымды балта менән саптым, ҡан фонтан кеүек ағас башына еткәнсе атылып сыҡты.   Ярай әле һөт йыйыусы Мәфтуха апай Әбделмәнова аты менән дауаханаға алып барып өлгөрттө, – тип хәтерләй Миңнур. - Унан һуң бесән сабыу-йыйыуҙар, утын әҙерләүҙәр, баҡсалағы бөткөһөҙ эштәр... Әле лә ирем Таһир бесән сабырға мине алдан төшөрә, йыйғанда ла бер көндә ун күбә ултыртам да ҡайтам, шулай эшләп өйрәнелгән инде”.
1972 йылда Ибраһим ауылына эшкә килгәс, ошо ауыл егете Таһир Лоҡманов менән сәстәрен-сәскә бәйләп, донъя көтә башлай улар. 2 ул, 2 ҡыҙға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығаралар. Хәҙер инде балаларҙың һәр береһенең үҙ донъяһы. Миңнур менән Таһир күптән өләсәй-олатай. Улар әле лә эшһеҙ ултырмай, инвалид ейәнен тәрбиәләйҙәр. Үҙҙәре кеүек эшһөйәр итеп үҫтерәләр - өйҙәге бар эште эшләшә, әлдә улым бар әле, тип ҡыуаналар.
Миңнур Әнүәр ҡыҙы эшләгән дәүерҙә "Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы һәр ваҡыт алдынғы булды. Әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торҙо, берәй ватыҡ, ҡыйыш, буяуы уңған ҡойма булманы, һәр ерҙә тәртип-таҙалыҡ. Урамы тулы аллы-гөллө сәскәләр, баҡсаһында ағастар ултыртылған, картуфты ла үҙҙәре үҫтерҙе. Сағыу йәйғор төҫтәре менән балҡыған уйын майҙансығы балаларҙың шат тауышынан шау-гөр килә ине. Ниндәй генә фигуралар эшләп ултыртманылар - айыу һыны, аҡҡоштар йөҙөп йөрөһөнмө һ.б. Эстә лә тәртип, бөхтәлек булды. Миңнур иренеп торманы, үҙ ҡулдары менән уйынсыҡтар эшләне, бер нәмәне лә әрәм итмәне, ҡулы оҫта булды, ата-әсәләр ҙә ярҙам итте. Ҡалай ҡапҡастарҙан өҫтәл, ултырғыс эшләһә, ҡамырҙан самауыр, сәйнүк, шәшкеләр яһап, матур төҫтәргә буяп ултыртыр ине.
"Ул ваҡытта район мәғариф бүлегенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методисы Ғәббәс Ғәфүрйән улы Ғүмәров "Тормош һабаҡтары” дәресенә ныҡ иғтибар итте. Мәктәп, балалар баҡсаларында тирмәләр эшләп ултырттыҡ, эсен биҙәнек, сәңгелдәк элеп, ҡурсаҡты бәпес итеп кейендереп һалып, уны биләп-бәүелтеп бишек йыры йырлап йоҡлатырға өйрәтеүҙәр башланды, - тип иҫкә ала Миңнур Әнүәр ҡыҙы. - Балалар баҡсаһы эшләй башлағанда колхоз гөрләп торҙо, ауылда йәш ғаиләләр күп ине. Кескәйҙәрҙе ашатыу, уйнатыу, йоҡлатыу менән генә эш бөтмәй, дәрес үткәреү кимәле лә юғары булды. Уҡырға, яҙырға, һүрәт төшөрөргә өйрәтеү менән бер рәттән, төрлө смотр-конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр ҙә яуланыҡ, Аллаға шөкөр.”
Район уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә яңы уҡыу йылына әҙерлек һөҙөмтәләре буйынса "Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы коллективы йыл да Маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата премия, магнитофон, саң һурҙырғыс, келәм һәм башҡа затлы бүләктәргә лайыҡ була. Тимәк, эшләгән эштәр бушҡа булмаған, тип ҡыуана Миңнур Әнүәр ҡыҙы. "Донъялар үҙгәргәс, документ эштәре күбәйҙе, Стәрлетамаҡҡа, һалым идаралығына, Красноусолға мәғариф бүлегенә, "Родина” совхозына балаларға аҙыҡ-түлек алырға машина яллап йөрөүҙәр күп булды. Бер ваҡыт эш хаҡы артынан йөрөүҙәр башланды. Уныһы үҙе бер тарих, һөйләһәң кеше ышанмаҫ. Мәктәптең завхозы ул саҡта Риф Лоҡманов ағай ине. Ҡайһы саҡ ул икмәк машинаһының шофер эргәһенә эләгә, ҡайһы саҡ мин. Шулай, мин дә бер тапҡыр эҫе икмәк араһында ҡайттым, түҙгеһеҙ эҫе, әлдә Хоҙай һаҡлаған, ҡайтып етеп, машинанан төштөм дә һушһыҙ булып йығылдым”, - тип хәтерләй ул.
Кешеләргә ярҙамсыл холоҡло Миңнур тик торорға яратманы, йәмәғәт эштәренең уртаһында булды. Мәктәп коллективы сөгөлдөр баҫыуында ҡайнаһа, ырҙын табағында иген таҙартһа, Миңнур 8 йәшлек Дания ҡыҙы менән колхозсыларға ашарға әҙерләне. Япма аҫтында мейестә бешерҙе, үҙе утын ярҙы, һауыт-һабаһын йыуҙы, ҡыҙы йомош-юлға йүгерҙе. Таһир ҙа, Миңнур ҙа бер туҡтауһыҙ эштә булһалар ҙа, үҙҙәренең донъялары ла "ялт” итеп торҙо.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ятманы Миңнур Әнүәр ҡыҙы. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенең ветерандар советы ағзаһы булараҡ, Абдулла, Ибраһим ауылдарында әүҙем эшләне. Бик матур ойошторҙо был эште. Пенсионерҙарҙы юбилейҙары менән ҡотларға өсәүләп йөрөнөк - Миңнур, ул ваҡыттағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нурсилә Хәсәнова һәм мин. Бүләк алып, сәскә тотоп, юбиляр алдына баҫабыҙ ҙа, Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы ҡотлар, мин шиғыр һөйләр, Миңнур йырлар ине. Ололарға ярҙам кәрәкһә лә ситтән  ярҙам эҙләмәне, ҡулынан килгәнсә үҙе ярҙам күрһәтте. Социаль хеҙмәткәрҙәр менән бергә күп мәсьәләләрҙе хәл иттеләр. Төрлө сараларҙа ҡатнашырға – Хәтер көнөндә М.Ғафури музейына район пионерҙарын ҡаршы алыу, мәктәп сараларында, Еҙем-Ҡаран ауыл клубы мөдире Рәүилә Килмөхәмәтова саҡырһа, унда барырға ла ваҡыт таптыҡ, "Яратам һине, тормош!” смотр-конкурсынан бер ҙә ҡалманыҡ,  призлы урындар ҙа яуланыҡ. Миңнур эшләгән осоронда Еҙем-Ҡаран ауыл Советы депутаты ла, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә булды, бар эштә лә ҡолас йәйеп эшләне. Эскелек юлына баҫҡан әсәйҙәрҙең өйҙәренә шул ваҡытта Ибраһим ауылында участка шәфҡәт туташы Нәсихә апай Мозафарова менән барып, балаларын йыуындырып, балалар баҡсаһына килтергән саҡтар ҙа булды, тип иҫләй ул.
Бала күңелен бер ҡараштан аңлаусы, коллективта оҫта етәксе Миңнур Әнүәр ҡыҙы мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләү, тәбиғи һәләттәрен үҫтереү, һаулығын, ғүмерен һаҡлау бурысын теүәл үтәргә тырышты, яҡын тирәһендәгеләргә аҡыллы кәңәшсе булды. Әлбиттә, эшен күрҙеләр, ваҡытында хеҙмәте лә баһаланды - "Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” тигән юғары исемгә лайыҡ Миңнур Әнүәр ҡыҙы. Ошондай оло йөрәкле, киң күңелле кешеләр тик Еҙем йылғаһы, хозур тәбиғәтле Мағаш тауы буйында ғына үҫәлер кеүек миңә. Хеҙмәттәшемә иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, һаман шулай дәртле аҙымдарҙа Таһирың, балаларың менән бәхеттә-шатлыҡта, уңыштарға өлгәшеп йәшә лә йәшә әле.
Мәүлиха МӘҠСҮТОВА.
Еҙем-Ҡаран ауылы.