Кемдер һатып, кемдер алып ҡыуанды...
30 марта 2018 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Беренсе һәм икенсе ҡат фойеларында буйынан-буйына теҙелеп киткән өҫтәлдәр ҡамыр аштары, ит-һөт ризыҡтары, тоҙланған йәшелсә, салаттар, һәр төрлө ҡайнатма-һуттарҙан һығылып торҙо. Бында һуған, һарымһаҡ, картуф, сөгөлдөр, кишер, ҡабаҡ, урман байлыҡтарынан хуш еҫле йүкә балы, балан емеше, дарыу үләндәре, ҡайын, имән, ҡатнаш миндектәр, күп сирҙәргә дауа ҡорт елеме һәм чага бәшмәге һатыусылар ҙа булды. Декоратив гөлдәр, оҫталыҡ эштәре, хатта "Брама” тоҡомло әтәс тә һатыуға ҡуйылғайны.
Йәрминкә барышында кафе (6 "а" класы) һәм сәйхананан (10 "а" класы) да кеше өҙөлмәне. 9-сы "а" класы уҡыусыһы Азалия Салауатова үҙенең ҡул эштәре – полимер балсыҡтан биҙәүестәр, фоамирандан эшләнгән сәскәләр, брошка, сәс ҡыҫтырғыстар, туҡыманан тегелгән ҡурсаҡтар һатып мең ярым табыш алыуын да әйтте. Туңдырма, шәкәр мамығы һатҡан уҡыусылар ҙа был көндө ярайһы уҡ килем алған. Ғөмүмән, йәрминкәлә һәр класс уртаса 13 мең һумлыҡ әйбер һатҡан. Бөтәһе 22 класс ҡатнашҡан. Иң ҙур килем алған 1-се "а", "б", 4 "а", 6 "а", 7 "а", 10-сы "а", "б" кластарын билдәләп үтергә була. Йәрминкә уҡыусыларҙа йүнселлек, эшҡыуарлыҡ сифаттарын тәрбиәләү менән бер рәттән, үҙенең һәм башҡаларҙың хеҙмәтен баһаларға ла өйрәтә. Күп йылдар дауам иткән был матур йола киләсәктә лә дауам итер тигән теләктә ҡалабыҙ.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.