“Йәй ташы”нан илһам алып...
10 апреля 2018 йыл | Мәғариф, Хаттар

Проекттың төп маҡсаты - уҡыу-сыларҙы ерле материал нигеҙендә эҙләнеү эштәренә йәлеп итеү, халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни мираҫын, милли йолаларын тергеҙеү, тарихыңды өйрәнеү, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү, Тыуған илгә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү.
 Сәхнәгә сыҡҡан һәр коллектив йыл да үҙ төбәгенә генә хас булған үҙенсәлекле йолаларҙы, тәүсығанаҡтарҙы өйрәнеп, мауыҡтырғыс, йыр-моңға, уйындарға бай сығыштар әҙерләгән.
Красноусол башҡорт гимназия-интернатының "Рух” балалар фольклор коллективы ла быйыл туғыҙынсы тапҡыр был мәртәбәле бәйгелә ҡатнашып, ҙур уңыштар менән ҡайтты. Төбәк-ара этапты Ауырғазы районы үҙәгендә үтеп, респуб-лика кимәленә сыҡҡан "Рух” коллективын Әлшәйҙә бик йылы ҡаршы алдылар. Һауа торошоноң насарланып китеп, юлға бик һуң сығыу сәбәпле, өс турҙы бергә һәм  иң һуңғы булып сығыш яһарға мәжбүр булдылар. "Рух” был фестивалдә йыш ҡатнашып, инде бил нығытҡан  коллектив булһа ла,  быйылғы төркөм йәш, күп балалар ҙур  сәхнәгә тәүгеһенән генә сыға. Шуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларыбыҙ һынатманы. Улар тыуған яғыбыҙҙың тарихын, йолаларын өйрәнеп, ерле материалдар ҡулланып яҙылған "Йәй ташы” тип аталған тамаша күрһәтте һәм III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Коллективҡа һәм  был тамашаның етәкселәре Д.Ғ.Абдуллина, С.М.Игелекова, М.Ш.Абдуллинға Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаттары  тапшырылды.
"Сәләмләү”ҙә һәр уҡыусы үҙен туған теленә дан йырларға килгән рухлы башҡорт балаһы итеп танытты. Бер аҙна эсендә  Сәйетбабаға барып, Илһам Байбулдиндан (уға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ) думбырала уйнарға  өйрәнгән
7 "а” класс уҡыусыһы Регина Хажиәхмәтованың  тырыш-лығына хайран ҡалырлыҡ. Сәхнәлә тәүҙә әбей, һуңынан егет ролен башҡарған Регина, еңгә ролендәге Илүзә Мөхәмәтйәнова, балыҡсы малайҙар  Айназ Нафиҡов һәм Айназ Мәхийәнов, ауыл йәштәре Лилиә Әбелғатина, Диана Абдуллина, Элина Данилова, Дмитрий Локоленко, Динис Шәмсетдинов, Динислам Фәтҡотдинов тамашасыға  үҙҙәренең йыр-моңға ла маһир булыуҙарын күрһәттеләр.  Баһалама ағзаларының "матур уйнанылар, тик дипломдарҙы барыһына ла биреп булмай” тигәндәренә   ҡыҙҙарҙың бер ҙә кәйефтәре төшмәне, 10 "а” класы уҡыусыһы Рушана Насирова яулаған "Башҡарыу оҫталығы” номинацияһына берҙәй шатландылар. 9 "а” класс уҡыусыһы Искәндәр Әбсәләмовтың "Иң яҡшы ир-егет роле” һәм "Лидер-заводила” тигән номинацияларҙа еңеүе бөтәбеҙ өсөн дә ҙур шатлыҡ булды. Ә гимназияның 7 "б” класс уҡыусыһы Наҙгөл Искәндәрованың (етәксеһе - Р.Х.Бәхтиәрова) "Йәй ташы" тураһында яҙған  ғилми эше "Иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эше” номинацияһында  еңеү яуланы.
Сараның икенсе көнөндә балаларҙы музейға алып барҙылар, мәктәп уҡыусылары әҙерләгән матур концерт күрһәттеләр, ә етәкселәргә оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.  Ошо проекттың авторы, ил инәһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева ҡайһы бер коллективтарҙың Положениены ентекләп өйрәнмәү сәбәпле юл ҡуйған етешһеҙлектәрен әйтте, балаларҙың ваҡиға эсендә түгел, жюри өсөн генә уйнауын телгә алды, әҙерләүсе етәкселәрҙең балаларҙан өлкәндәрсә уйнауҙы талап итеү хаталарын төҙәтте һәм тарихи  хаталарға нығыраҡ иғтибар биреүҙе һораны.
Тарих фәндәре кандидаты А.Аҡъюлов, жюри ағзаһы булараҡ, уҡыусыларҙың ғилми-эҙләнеү эштәренә байҡау яһаны. Киләһе йылдарҙа конкурста ғилми эштәр авторҙары үҙ эштәрен яҡлап сығыш яһаһалар, отошлораҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Балалар өсөн был фестиваль тотош бер оло байрамға әүерелде. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған балалар тиҫтерҙәре менән танышып, аралашып, йырлап-бейеп, күңел асып, күтәренке рух, бөткөһөҙ тәьҫораттар  алып ҡайттылар.
 Саимә Игелекова.