Наурыз мөбәрәк булһын!
10 апреля 2018 йыл | Мәғариф

Сәйетбаба урта мәктәбендә уҙған был байрамды 4 "а" класс уҡыусылары менән класс етәкселәре Рима Мәүлетҡолова әҙерләгән. ...Боронғоса аҫалы таҫтамалдар, балаҫтар менән биҙәлгән тамаша залында өләсәй (Рима Биктимер ҡыҙы) балаларҙы үҙенә ҡунаҡҡа саҡырған. Ҡыҙҙар, малайҙар өләсәйҙәренә күстәнәскә ҡурмас алып килгән. Өләсәй унан ауыҙ иткәс, донъялар имен-тыныс булыуын, игендәрҙең ишелеп уңыуын, сабыйҙарҙың шат тауыштарының бер ҡасан да тынмауын теләне. Байрамда ҡыҙҙар араһынан Наурызбикә һайланды. Был бик еңелдән булманы, ҡыҙҙар береһенән-береһе уҙҙырып һынашмаҡтар әйтте, өҙә баҫып бейене, моңло итеп йырланы, тас-уири итеп шиғыр һөйләне. Шулай ҙа иң оҫтаһы Камила Зәйнуллина булып сыҡты һәм өләсәй Наурызбикәнең тажын уға кейҙерҙе лә инде.
Малайҙар араһында ла бәйге сәмле барҙы. Улар "ат”та сабышты, уҡтан атты, арҡан тартышты, йырланы ла. Байрам "Наурыз” бәйете менән тамамланды. Унда ҡатнашҡан "Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рәүилә Хатмулла ҡыҙы Лоҡманова балаларҙы байрам уңайынан ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, йылдың уңышлы килеүен теләп, тәмлекәстәр менән һыйланы.
Тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле ошондай саралар уҡыусыларҙы йолаларыбыҙ менән таныштыра, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, көнкүрешен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Күптәре бик файҙалы ризыҡ –
ҡурмас рецебын отоп алып, әҙерләп ҡарау теләген дә белдерҙе.
Наурыз мөбәрәк булһын!  Яҙ һайын ҡабатланып торһон.
Зилә ИҘРИСОВА,
Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.