Һынауҙы лайыҡлы үттеләр
10 апреля 2018 йыл | Мәғариф

3 турҙа үткән олимпиаданың тәүгеһендә уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирһә, икенсе турҙа Башҡортостандың иҫтәлекле урындары, һәйкәлдәр
иллюстрациялары буйынса һынау тотто. Өсөнсө турҙа тәҡдим ителгән темаларҙың берәүһен һайлап, эссе-инша яҙҙылар. Республиканың ҡала-райондарынан килгән 126 уҡыусы араһында юғары балдар йыйып уңышлы сығыш яһаған уҡыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ.
Илһам ШӘЙӘХМӘТОВ,
Красноусолдағы 2-се мәктәптең "Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” уҡытыусыһы.