Финанс белемлелеге иғтибар үҙәгендә
13 апреля 2018 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы, шул иҫәптән Ғафури районы ла был саранан ситтә ҡалманы. Уҡыусыларҙы һәм йәштәрҙе үҙ финансын булдырырға дәртләндереү, аҡсаны дөрөҫ тотона белергә өйрәтеү буйынса саралар үтә. Был сараларҙа, әлбиттә, ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Райондың мәғариф учреждениеларында "Өлкәндәрсә аҡса һанарға өйрән”, "Шәхси финансың тураһында белем ал да, үҙеңдең киләсәгеңә һал”, "Финанс белем ғаиләнән башлана” кеүек темаларға саралар уҙғарыла. Мәҫәлән, Красноусолдағы 1-се һәм Бурлы урта мәктәптәрендә "Ғаилә бюджеты”, Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә "Кредит һәм уның һөҙөмтәләре”, Красноусолдағы 1-се һәм Яңғыҙҡайын урта мәктәптәрендә "Магазинға сәфәр” темаларына класс сәғәттәре уҙғарылды. Аҙналыҡ барышында Красноусол башҡорт гимназия-интернатында, Аҡкүл, Табын һәм башҡа мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың финанс белемен арттырыуға йүнәлтелгән саралар уҙа.
Эйе, илебеҙҙең киләсәге уҡыусыларға бәйле. Шуға ла Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығы проектының төп координаторы булған Милли финанс белемлелек үҙәге эште уҡыусыларҙан һәм йәштәрҙән башлауы юҡтан ғына түгел. Илебеҙҙең өлкән һәм урта быуыны аҡса эшләүҙе төп маҡсат итеп ҡуймаған совет мәктәбендә тәрбиәләнде. Бөгөн иһә хәл бөтөнләй башҡаса. Аҡса таба белеү, һәр тинде экономиялау алғы планға сыға һәм был эштәр финанс белемлелек талап итә. Шуныһы ла бар, бөгөн уҡыусылар ғына түгел, өлкәндәр ҙә финанс белемде арттырыуға мохтаж.
С.ТИМЕРОВ.