География уҡытыусылары семинары үтте
17 апреля 2018 йыл | Мәғариф

4 апрелдә Курорт мәктәбе базаһында район мәктәптәре география уҡытыусыларының семинары үтте.
Семинарҙың программаһына ярашлы, тәүге өлөштә Курорт мәктәбенең география уҡытыусыһы (директор урынбаҫары ла) Юрий Николаевич Беляев 7-се класта "Евразияның географик урынлашыуы” тигән темаға асыҡ дәрес күрһәтте. Яңы мәғлүмәт технологияларын ҡулланып уҙғарылған дәрес бик мауыҡтырғыс булып, уҡыусылар уны тейешенсә үҙләштерҙе.
Сараның икенсе өлөшөндә һүҙ уҡыусыларға бирелде. Улар ике командаға бүленеп, үҙҙәренең география буйынса белемдәрен файҙаланып, "Хазиналар утрауы”нда байлыҡ табырға тейештәр ине. Уҡыусылар был фән буйынса белемдәренең төплө булыуын иҫбатланылар һәм ниһайәт, үҙ хазиналарын таптылар. Сараны Ю.Н.Беляев менән химия-биология уҡытыусыһы Н.А.Кузьмина әҙерләп уҙғарҙы.
Семинар һуңында унда ҡатнашыусылар сараны анализлап,  "яҡшы” баһаһын бирҙе. Ә география уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Рита Марсель ҡыҙы Нәзирова географияны уҡытыу,  был фән буйынса ОДИ (9-сы класта) һәм БДИ (11-се класта) биреү мәсьәләләренә туҡталды. Красноусолдағы 3-сө мәктәп уҡытыусыһы Марина Александровна Кочешкова олимпиадаға әҙерләнеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Уның бер уҡыусыһы былтыр төбәк кимәлендә 1-се урын яулаһа, быйыл призер булды. Сарала шулай уҡ Рәсәй рус география йәмғиәтенең район бүлексәһе етәксеһе Айрат Ришат улы Миңлебаев сығыш яһап, үҙе етәкләгән ойошма менән хеҙмәттәшлек итергә һәм географик ойошма уҙғарған сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Семинарҙа ҡатнашыусылар Курорт мәктәбе директоры Кирилл Александрович Цыбинға рәхмәт әйтеп таралышты. Был сара йәш белгестәр һәм яңы эш башлаған уҡытыусылар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Раил КАМАЛЕТДИНОВ,
район мәғариф бүлеге методисы.