Абруйлы уҡытыусы
29 мая 2018 йыл | Мәғариф, Хаттар

Йәш сағынан ситтә мөғәллимлек иткән Рәмил ағай юғары белем алғас, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Үҙ фәнен яҡшы белгән уҡытыусы уҡыусыларына төплө белем бирә. Рәмил Сәлих улына Ҡарағай урта мәктәбе директоры вазифаһын да башҡарырға тура килде. Бында ла һынатманы ул, бик матур эшләне.  Коллективта хөрмәт иттеләр үҙен. Оҙаҡ ҡына мәктәпкә етәкселек иткәндән һуң, ҡабаттан яратҡан эшен - уҡытыусылыҡты дауам итте. Ҙур тәжрибәгә һәм хеҙмәт стажына эйә мөғәллим бер нисә йыл элек 100 мең һумлыҡ грантҡа эйә булды, Маҡтау грамоталарының да иҫәбе-һаны юҡ.
Рәмил Сәлих улы тормош иптәше Флүзә Хәйрулла ҡыҙы менән иңгә-иң терәшеп, бик бәхетле итеп йәшәйҙәр. Ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙылар. Улдары Рәмзил Себер тарафтарында эшләп йөрөй, 2 бала атаһы. Медицина университетын тамамлаған ҡыҙҙары Гөлйемеш тә башлы-күҙле булып, икенсе яртыһы менән Себергә юлланды һәм бында үҙ һөнәре буйынса хеҙмәт юлын башланы.
Флүзә апай ҙа Ҡарағай мәктәбендә уҡыусыларға математиканан белем бирә. Ул да бик яҡшы уҡытыусы булып танылды, балалар менән тыныс, яғымлы ғына итеп аралаша. Балалар ҙа, коллективта ла үҙен хөрмәт итәләр.
Кинйәбулатовтар мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, матур итеп донъя көтәләр.
Тәғзимә САЛАУАТОВА.
Ҡарағай ауылы.