“Хорҙар алышы” шәп үтте
04 декабря 2018 йыл | Мәғариф

“Хорҙар алышы” шәп үттеБеҙҙең мәктәп уҡыусылары араһында йыл да "Тауыш”, пат-риотик һәм башҡа йыр конкурстары үтеп тора. Уларҙа һәр класс үҙ башҡарыусыларын, уҙа барһа, төркөмләп йырлаусыларҙы тәҡдим итә. Ә бына быйыл тотош класс ҡатнашҡан бәйге ойошторорға булдыҡ һәм уны "Хорҙар алышы” итеп үткәрҙек.
Тәғәйенләнгән ваҡытҡа хор коллективтары тупланып, репертуар һайланды, репетициялар уҙҙы, баһалау шарттары эшләнде, жюри составы билдәләнде.
22 – 23 ноябрҙә мәктәптең ултырыштар залы ҙур йыр бәйгеһе үҙәгенә әйләнде. Һәр хорҙың үҙ үҙенсәлеге, ижади табышы, имиджы булды: берәүҙәр моңло, вокаль башҡарыуға, икенселәр саф яңғырашҡа ҙур иғтибар бүлгән.
Ярыш  йәш төркөмдәре буйынса барҙы: башланғыстар - 2-4-се кластар һәм 5-8-селәрҙе үҙ эсенә алған урта звено.  Һигеҙенселәрҙең бирелеп,  бер тынала башҡарған  "Шул яҙ хаҡында”  йыры "алыш”та иң яҡшыһы тип табылды. 5 "В” һәм "А”-ның еренә еткереп йырлауына кейемдәренең бер стилдә булыуы, үҙ-үҙҙәрен шуға ярашлы тотоуы өҫтәмә баһа йәлеп итте. 5 "В”-лар иң күп һанлы хор булып сыҡты, әммә был башҡарыу сифатына һис зыян итмәне, шуға жюри уларҙы айырым билдәләп үтте.
Беренсе урынды 4 "А” һәм 2 "Б” кластары хорҙары алды. Дүртенселәр ярайһы ҡатмарлы "Ҡыҙыл ҡояшҡай” йырына туҡталған, ул сағыу тауышлы
солисты "талап итә” ине. Бында Нияз Кейекбаев юғары кимәлдә башлап йырланы. Икенсе кластың "Тыныслыҡ” йыры һәм Ирек Алтынбаевтың башлап йырлауы ла бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
"Рәсәй” йырын башҡарыу өсөн костюмдарын һәм атрибуттарын ижади ҡарап әҙерләгән 3 "А” коллективы 2 "А”-лар менән 2-се урынды бүлеште.  Йәнә 3 "Б”, 4 "Б”, 6 "А” һәм "Б”, 7 "А” һәм "Б” кластары призер булдылар.
Бөтә ҡатнашыусыларға ла шәп байрам өсөн ҙур рәхмәт! Тамашаны үткәреүҙә ярҙам иткән педагогтарға, класс етәкселәренә, балалары өсөн әүҙем янып-көйгән ата-әсәләргә лә рәхмәт әйтке килә.  Был сара матур йолаға әйләнһен ине, сөнки күмәкләп йырлау балалар коллективын берләштерергә, уларҙың вокал һәләттәрен асырға, музыкаға һөйөү уятырға ярҙам итә. Балалар иғтибарлы, дуҫ һәм бер-береһенә терәк булырға өйрәнә.
Әлфиә НАСИРОВА,
Красноусолдағы 2-се мәктәптең
музыка уҡытыусыһы.