“Зәңгәр береттар” менән осрашыу
04 декабря 2018 йыл | Мәғариф

“Зәңгәр береттар” менән осрашыуМәктәптәрҙә уҡытыу менән бер рәттән патриотик тәрбиә биреүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Хеҙмәт сынығыуы үткән егеттәр уҡыусылар алдында сығыш яһап, фәһемле осрашыуҙар үткәрәләр. Күптән түгел "зәңгәр береттар” – Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр Красноусолдың 1-се мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары менән осрашты. Мәктәп директорының тәрбиә эштәре бу-йынса урынбаҫары Ләлә Рәсим ҡыҙы Хәбибуллина был кисәне асып, сараның маҡсаты һәм саҡырылыусылар менән таныштыр-ғандан һуң, һүҙҙе уларға бирҙе.
Десант ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге подразделениелар ветерандары төбәк йәмәғәт ойошмаһының Ғафури бүлексәһе рәйесе Александр Владимирович Клышников бер аҙ тарих менән таныштырып, был хеҙмәттә ниндәй булырға кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алып, мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Уның сығышынан һуң уҡыусылар был ғәскәрҙәге хеҙмәттең бөтә этаптарын эсенә алған видеофильм да ҡаранылар.  
Әле контракт буйынса Сүриәлә хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ Радмир Радик улы Әхмәдовтың сығышы ла уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы булды:
-Һауа-десант ғәскәрҙәре хаҡлы рәүештә Рәсәй Федера-цияһы Ҡораллы Көстәренең ғорурлығы булып һанала. Бында ла үҙгәрештәр булып тора. Әммә был хеҙмәттә физик әҙерлекһеҙҙәр, ҡыйыуһыҙҙар, ныҡлыҡ сифаттарына эйә булмағандар хеҙмәт итә алмай. Үҙеңде ысын ир-егет итеп тәрбиәләргә тейешһең, - тип һүҙен тамамланы ул.
Шулай уҡ был йәнле осрашыуҙа Олег Афанасьев, Азат Әмиров та ҡатнашып, айырым һорау биреүселәр менән дә ҡыҙыҡлы әңгәмә алып барҙылар.
Һауа-десант ғәскәрҙәренә физик яҡтан сәләмәт, төрлө талаптарға яуап бирерлек егеттәр алына. Шуға ла уҡыусыларға уларҙың үҙҙәрен тотошо, ыҫпай өҫ-баштары ла ҡыҙыҡлы, яуап алыр һорауҙары ла күп ине. Бындай осрашыуҙар ике яҡ өсөн дә бик фәһемле булды. Ҡасандыр ауыр хеҙмәт юлы үткән батырҙарыбыҙ үҙҙәре осраған сетерек-ле хәлдәр тураһында һөйләгәндә ғорурлыҡ хисе тойһа, уҡыусылар әрме тормошо тураһында ниндәйҙер дәрәжәлә кәрәкле дәрес алды.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.