“Әкиәттә ҡунаҡта”
04 января 2019 йыл | Мәғариф

“Әкиәттә ҡунаҡта”Әкиәт батшалығы алыҫ та, яҡын да түгел, нәҡ бала саҡ иленең эргәһендә генә. Бала саҡ иле тылсымлы, мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы булһа, әкиәт иле иһә иҫ китмәле матур. Унда тик әкиәттәр генә йәшәй.
14 декабрь -  Башҡорт теле көнөндә Красноусол башҡорт гимназия-интернатында йыл һайын "Әкиәттә ҡунаҡта” бәйгеһе үткәрелә. Быйыл да унда 1-4-се класс уҡыусылары ҡатнашты. Башта алып барыусылар һорау-яуап рәүешендә тамашасы уҡыусыларҙың белемдәрен тикшерҙеләр, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ҙа уйнаттылар. Бәйгелә 1 "А” класы – "Ға-ға энә менән ҡойо ҡаҙа”, 1 "Б” класы – "Кәзә менән Бүре”, 2 "А” класы – "Кем минең әсәйем?”, 2 "Б” класы – "Айыухас менән Айыукәс”, 3 "А” класы – "Бөҙрәкәй”,
3 "Б” класы – "Терпекәй мажаралары”, 4 "А” класы – "Хәйләкәр төлкө”, 4 "Б” класы "Мыраубай дуҫтарын эҙләй” әкиәттәрен сәхнәләштерҙе.
Һөҙөмтәлә, 2 "А” класы – Гран-при, 1 "А”, 1 "Б”, 3 "А”, 4 "Б” кластары – I урын, 2 "Б”, 3 "Б”, 4 "А” кластары II урын яуланылар. Иң кескәйҙәр - 1-се класс уҡыусыларының ысын күңелдән килештереп уйнауҙары тулҡынландырғыс булды.
3 "А” класы уҡыусыһы Алһыу Ғәлимова "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ”, ә 1 "Б” класы уҡыусыһы Айнур Байрамғолов "Иң яҡшы ир-егет” ролен башҡарыусы тип танылдылар. Бәйге "Әкиәт иле” йыры менән йомғаҡланды.
Милли рух менән һуғарылған был бәйге уҡыусылар өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булды.
Зилә ШӘФИЕВА,
Красноусол башҡорт гимназия-
интернаты тәрбиәсеһе.