Һөнәри оҫталыҡ тимерлеге 130-сы һөнәрселек училищеһы бына сирек быуат район һәм республика өсөн эшсе кадрҙар әҙерләй
31 июля 2013 йыл | Мәғариф

Һөнәри оҫталыҡ тимерлеге  130-сы һөнәрселек училищеһы бына сирек быуат район һәм  республика өсөн эшсе кадрҙар әҙерләйҺөнәри оҫталыҡ тимерлеге  130-сы һөнәрселек училищеһы бына сирек быуат район һәм  республика өсөн эшсе кадрҙар әҙерләйҺөнәри оҫталыҡ тимерлеге  130-сы һөнәрселек училищеһы бына сирек быуат район һәм  республика өсөн эшсе кадрҙар әҙерләйҺөнәри оҫталыҡ тимерлеге  130-сы һөнәрселек училищеһы бына сирек быуат район һәм  республика өсөн эшсе кадрҙар әҙерләйУчилище башлыса агросәнәғәт комплексы предприятиелары өсөн белгестәр әҙерләй. Уҡыу йорто асылғандан алып унан бөтәһе 4 меңдән ашыу квалификациялы эшсе – водителдәр, тракторсы-машинистар, умартасылар, төҙөүселәр, иретеп йәбештереүселәр, электрон иҫәпләү машиналары операторҙары диплом алып сыҡты.
Тормошта үҙ урындарын таптылар
Күп райондаштарыбыҙ өсөн училище һөнәри оҫталыҡ тимерлегенә һәм икенсе йортона әйләнде. Бөгөн училище тамамлаған меңдәрсә кеше районыбыҙ предприятиеларында һәм унан ситтә эшләп йөрөй. Уларҙың күптәре "эшсе” тигән ғорур исемде данлап, үҙ эшенең оҫтаһына әйләнделәр. Араларында һәйбәт карьера яһап, үҙ бизнестарын асыусылар ҙа әҙ түгел.
Әлеге ваҡытта училищела 208 егет һәм  ҡыҙ белем ала. Уҡытыу "Ашнаҡсы, кондитер”, "Ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы ("С” категориялы автомобиль йөрөтөү хоҡуғы менән)”, "Дөйөм  төҙөлөш эштәре мастеры”, "Умартасы” һөнәрҙәре буйынса алып барыла.
Бөгөнгө көндә беҙҙең һәйбәт матди базабыҙ: дәүләт стандарттарына тап килгән, заманса компьютерҙары, мультимедиа аппаратураһы булған теоретик һәм производствоға өйрәтеү кабинеттары, 405 гектар уҡытыу хужалығы, кәрәкле техника, тәжрибә умарталығы бар.
Белемһеҙ мөмкин түгел
Әммә юғары квалификациялы педагогтарһыҙ һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкин булмаҫ ине. Училищеның эшләү дәүерендә тотороҡло, берҙәм коллектив тупланды, уҡыусыларға юғары профессиональ инженер-педагогтар белем бирә. Педагогтар коллективында 24 кеше.  Шуларҙың 50 проценты юғары белемле. Уҡытыусы һәм производствоға өйрәтеү мастерҙарының 60 процентына юғары һәм беренсе категория бирелде. Күптәр училищела оҙаҡ йылдар эшләй. Производствоға өйрәтеү мастерҙары араһында үҙебеҙҙең училищены тамамлап, артабан урта-махсус һәм юғары белем алғандар ҙа бар.
Республикала ла таныулы
Үҫмерҙәрҙең буш ваҡытын ойоштороуға, уларҙы илһөйәрлек рухында, әхлаҡи яҡтан тәрбиәләүгә, ижади һәләттәрен асыуға етди иғтибар бирелә. Училищела төрлө түңәрәктәр, спорт секциялары эшләй, кластан тыш саралар йыш үткәрелә. Йыл һайын фән аҙналыҡтары, ун көнлөктәре, олимпиадалар үтә, уларҙа еңеп сығыусылар республика бәйгеләрендә ҡатнаша. Мәҫәлән, 2012-2013 уҡыу йылында 1-се курстан Кристина Евстафьева Республика конкурсында ҡатнашып III урын яуланы һәм диплом менән бүләкләнде. Ошо уҡ конкурста ҡатнашҡаны өсөн Руслан Ивешечкин Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. "Тере ҡылҡәләм” тип аталған республика конкурсында Илнур Солтанов II урын яуланы.
Педагогтарыбыҙ ҙа төрлө оҫталыҡ бәйгеләрендә ҡатнашып тора. "2013 йыл мастеры” республика конкурсында ҡатнашып, производствоға өйрәтеү мастерыбыҙ Денис Нуриәхмәт улы Яҡупов "Еңеүгә ынтылыш өсөн” номинацияһында бүләкләнде.
Демография аяҡ салды
Башланғыс һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттарына ихтыяж һәр саҡ бар. Йылдың-йылы төрлө һөнәрҙәргә өйрәнергә теләүселәргә ҡытлыҡ кисергәнебеҙ булманы. Әммә илдәге демографик хәл киҫкенләшкән бер мәлдә 14-15 йәшлек үҫмерҙәр һаны һәр йыл һайын ныҡлап кәмей – илебеҙҙә 90-сы йылдарҙа тыуымдың ҡырҡа түбәнәйеүе үҙе хаҡында шулай һиҙҙерә.
Балалары быйыл 9-сы
класты тамамлаған ата-әсәләргә мөрәжәғәт итке килә. Һеҙгә әле балаларығыҙ менән артабан белем алыу хаҡында уйланырға тура килә. Уҡыу еңел бирелгән, дәрескә әҙерләнеүгә күп ваҡытын бүлеп, ниндәйҙер юғары уҡыу йортона инергә йыйыныусыларға, әлбиттә, мәктәптә белем алыуын дауам итергә, БДИ-ға һәм вузға инергә әҙерләнергә кәрәк. Әммә юғары белем алыу үҙмаҡсатҡа әйләнмәһен ине, был мәсьәләлә һәр кемдең һәләтенә, ынтылыш-теләгенә ҡарап эш итергә кәрәктер. Башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларында ла тулы урта белем менән бергә һөнәр (хатта бер нисә һөнәр) алырға мөмкин.
"Алтын” ҡулдар барыһынан ҡәҙерле
Ҡайҙа уҡырға барыуҙы хәл иткәндә хеҙмәт баҙарындағы хәлде, баланың һәләттәрен һәм теләген, матди мөмкинлекте иҫәпкә алырға кәрәк. Балаһын райондан ситтә йәшәтеү һәм уҡытыу менән бәйле ауырлыҡтар һәр ғаиләнең дә ҡулынан килмәй. Бөгөнгө көндә хеҙмәт баҙарының юғары белемле белгестәр менән шығырым тулы икәнен, вуз тамамлағас һәр кемдең дә үҙ һөнәре буйынса эш таба алмағанын да иҫәпкә алмай булмай. Күпме йәп-йәш иҡтисадсы, юрист, психологтар бөтөнләй икенсе эш менән шөғөлләнергә мәжбүр. Баланы уҡытыуға түгелгән ҙур сығымдар "һыуға һалынған” булып сыға.
Ә бына иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы, водитель, тракторсы, ташсы кеүек эшсе һөнәрҙәре бөгөнгө көндә һәр ерҙә кәрәк. Бындай белгестәрҙең эш хаҡы күпселектә табип, психолог йәки уҡытыусыныҡынан байтаҡҡа юғары була.
Беҙҙә ышаныслыраҡ
Училищела белем алыуҙың өҫтөнлөктәре күренеп тора: уҡыу бушлай, имтихан биреп инмәйһең, урта (тулы) дөйөм белем алыусылар БДИ тапшырмай, 9-сы кластан һуң урта (тулы) дөйөм белемде 2,5 йылда алаһың, хеҙмәт баҙарында һорау менән файҙаланылған һөнәр алып сығаһың, эшкә урынлаштыралар, биш көнлөк уҡыу аҙнаһы, бушлай туҡланыу, дәүләттән йәки социаль стипендия, армияға барыу кисектереп торола, урта һөнәри белемде өҙлөкһөҙ белем алыу системаһы буйынса алыу, училищелағы үҙеңә оҡшаған түңәрәктәрҙә, секцияларҙа  шөғөлләнеү мөмкинлеге, дөйөм ятаҡта бушлай йәшәү. Теләгең булһа, белем алыуҙы да-
уам итергә, уҡыу осоронда БДИ тапшырырға һәм юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнергә мөмкин.
Уҡырға беҙгә килегеҙ!
130-сы һөнәрселек училищеһы 2013-2014 уҡыу йылына уҡыусылар ҡабул итеүен да-
уам итә. 11 класс белем нигеҙендә "Умартасы” һөнәренә уҡытабыҙ, 10 ай уҡырға. Бында уҡыусылар бер юлы умартасы, ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы, "С” категориялы водитель һөнәре алып сыға. 9-сы кластан һуң "Ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы”, "Ашнаҡсы, кондитер”, "Дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры” һөнәрҙәре алырға була. Был һөнәрҙәргә уҡыу ваҡыты 2,5 йыл, бер юлы урта (тулы) дөйөм белем дә бирелә.
Башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары һәр ваҡыт популяр булды, сөнки уларҙа тормошта һәр саҡ кәрәкле төрлө эшсе һөнәрҙәренә өйрәтәләр. Бөгөнгө көндә лә уларҙың әһәмиәте юғалмағандыр тип ышанабыҙ.
130-сы һөнәрселек училищеһы коллективы.
Буласаҡ механизаторҙар, водителдәр уҡыу осоронда уҡытыу хужалығында бай тәжрибә туплай.
Ашнаҡсы - иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе.
Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә лә етди иғтибар бирелә.
Дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры З. Сөләймәнов буласаҡ ташсы менән.