Тел дәрестәрен уҡытыуҙың заманса алымдары
31 августа 2013 йыл | Мәғариф

Уҡытыу процесында яңы педагогик технологияларҙы ҡулланыу яңы алымдарҙы үҫтерергә, яңыса эшләргә ярҙам итә. Был йәһәттән терәк сигналдары, Ильиндың әҙәбиәттән терәк деталдәре, Рәхимовтың моделдәре иғтибарға лайыҡ. Мин инде бер нисә йыл Шаталов технологияһына таянып эшләйем. Шуға бәйләп үҙ системамды булдырҙым. Был технология бер нисә принципҡа нигеҙләнә:
- материалды бер нисә тапҡыр ҡабатлау, һәр үҙләштереү этабын контролдә тотоу, терәк материалға таяныу;
- һәр уҡыусы менән яҡындан аралашыу;
- гуманлылыҡ;
- мәжбүр итмәйенсә уҡытыу;
- конфликтһыҙ уҡытыу, һәр баланың уңышын баһалап барыу;
- уҡытыу һәм тәрбиәнең берлеге.
Был технологияны мин уҡытыуҙың эффектлылығын, белем сифатын күтәреү, шуның менән бергә баланы шәхес булараҡ үҫтереү, уҡыусыға дифференциаль яҡын килеп, уҡытыуҙы индивидуалләштереү маҡсатынан да ҡулланам. Терәк схема-конспект менән эшләү дәүерендә төрлө характерҙағы эш формалары ҡулланыла.
Схема-таблицаларҙы файҙаланғанда уҡыусы күреү хәтере, логик фекерләүе аша дәреслектә бирелгән ҡағиҙәләрҙе онотолмаҫлыҡ итеп үҙләштерә. Уларҙы дәрестең төрлө этаптарында һәм индивидуаль эштәр үткәргәндә, шулай уҡ таратыу материалдары булараҡ та ҡулланырға була. Терәк схемалар төҙөү, уларҙы яҡлау, нығытыу күнегеүҙәре эшләү, үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатынан тестар, зачеттар, төрлө типтағы ижади яҙма эштәр уҙғарыу ҙа ҡаралған. Һәр бүлек буйынса тематик папкалар булдырыу, төрлө карточкалар эшләү ҙә әһәмиәтле.
Уҡыусылар үҙҙәре төҙөгән схемалар ҙа материалды яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Уны төҙөү процесы эҙләнеү, асыш атмосфераһын тыуҙыра. Бындай терәк схема-конспекттарҙың әһәмиәте ҙур: улар-ға таянып, уҡыусылар белемдәрен иҫкә төшөрә, нығыта, бөгөнгө һәм алдағы дәрестәрҙә нимәләр өйрәнеләсәген күҙаллай.
Тел дәрестәрендә "Һүҙ төҙөлөшө, һүҙ яһалышы” темаларын үҙләштергән ваҡытта рәсем-терәктәр ярҙамында яңы теманы аңлатыу отошло. Ҡушма һәм парлы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы ла уҡыусыларға ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Был күренештәрҙе лә рәсем-терәктәр менән аңлатыу уңышлы һөҙөмтә бирә. Ҡулы менән рәсем төшөрөп, күҙе менән ҡарағас, унан яҙып ҡуйғас, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе һәм дөрөҫ яҙылышы уҡыусыларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡлана. Уҡыусыларға заманса дәрестәр – дәрес-әңгәмә, дәрес-лекция, дәрес-түңәрәк өҫтәл, дәрес-экскурсия, дәрес-диспут, дәрес-конференция бик оҡшай. Контроль эш дәрестәренә телдән һәм яҙма һорауҙарға яуап алыу, тестар, зачеттар, диктант, изложение, инша, уҡыусыларҙың белем кимәленә ҡарап төҙөлгән төрлө карточкалар инә.
Бөгөн компьютер технологияһы киң ҡулланылышта. Шуға ла карточкалар, тест һорауҙарын, дәрес өсөн терәк схемаларҙы төҙөп, яңыртып тороу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.
Кластан тыш сараларҙа милли традицияларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә ҙур урын бирелә, улар аша уҡыусыларҙа милли үҙаң, милләттең үткәненә, хәҙергеһенә ихтирам, иғтибар тәрбиәләү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырыу төп маҡсат булып тора.
Тел һәм әҙәбиәт дәрестәре өсөн үҙем төҙөгән дәрес презентациялары, халыҡ ижады буйынса дискыларым бар. Уларҙы әүҙем ҡулланам.
Туған телде уҡытыуҙы камиллаштырыуҙың сиге юҡ, тик эҙләнергә, яңылыҡҡа ынтылырға, билдәләнгән маҡсатҡа ҡыйыу барырға кәрәк. Әгәр уҡытыусы дәрес уҙғарыуға бар көсөн һалып, һәләтен эшкә ҡушһа, дәрестә күргәҙмә материалдарҙы етерлек ҡулланһа, төрлө уйын ситуациялары, инновацион технология элементтарын дөрөҫ файҙалана белһә, уңыштар һиҙелерлек буласаҡ.
Рима БОХАРОВА,
Үтәк мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.