Һәләтле балалар ҡыуандырҙы
29 января 2014 йыл | Мәғариф

Уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулдары тамамланып, яңы көс менән уҡыуҙарын артабан дауам иткән мәлдә йыл һайын балаларҙың ижади, интеллектуаль һәләтен үҫтереү буйынса бәйге уҙғарыла.
Быйыл да Балалар ижады үҙәгендә IX «Һәләтле балалар» район конкурсы уҙғарылды. 2014 йыл Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителгәс, сираттағы конкурс та ошо темаға арналды.
 Балалар ижады үҙәгенең тамаша залына йыйылыусыларҙы туризм-крайҙы өйрәнеү йүнәлеше буйынса методист Гөлназ Балтаева сәләмләп, сараны асыҡ тип иғлан итте һәм конкурста ҡатнашыусыларға ижади уңыштар теләне.
Уҡыусыларҙың бәйгелә әүҙем ҡатнашыуы ҙур шатлыҡ, әлбиттә. Бәйге шарттары буйынса 8-11, 12-14 һәм 15-18 йәштәгеләр айырым көс һынашты.
Бөтә эштәр ҙә жюри тарафынан баһаланды. Баһалама төркөмө райондың абруйлы белгестәренән торҙо: тарих-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Виктор Курмаев, район мәғариф бүлегенең тарих, йәмғиәт фәндәре буйынса методисы Айҙар Рафиҡов, район китапханаһының методик-библиография бүлеге мөдире Гүзәл Шәрипҡолова. Баһалама комиссияһы рәйесе, Балалар ижады үҙәге етәксеһе Ирина Шаульская билдәләүенсә, талантлы балаларҙы үҫтереү – конкурстың төп маҡсаты.
Ә һәләтле балалар, ысынлап та, күп булды. Конкурсанттарҙың һәр береһе үҙе ҡыҙыҡһынған өлкәлә эҙләнеү-тикшеренеү эштәре алып барған. Балаларҙың эштәре 11 йүнәлеш буйынса ҡаралды. «Тыуған яҡ йылъяҙмаһы», «Шәжәрә», «Яҡташтар», «Юғалған ҡомартҡылар», «Мәҙәни мираҫ», «Әҙәби тыуған яҡты өйрәнеү», «Этнография», «Тәбиғәт ҡомартҡылары», «Хәрби тарих», «Мәғариф һәм балалар хәрәкәте тарихы»,
«Геология» номинациялары һәләтлелекте асыҡларға ярҙам итте.
Йәш тикшеренеүселәр эҙләнеү эштәренең төп асылын күрһәтеп, маҡсаты, бурыстары менән таныштырҙы, ниндәй юлдар менән тикшергәндәрен, ниндәй алымдар ҡулланғандарын һөйләне, презентацияларын тәҡдим итте. Баһалама ағзалары биргән һорауҙарға яуап биреп, эштәрен яҡланы.
Бәйге шарттарына ярашлы, конкурсанттан темаһының фәнни яҡтан нигеҙләнгән, эшкәртелгән булыуы, яҡшы сифатлы фактик материалдар файҙаланыуы, сығанаҡтар менән эшләүе, ышандырырлыҡ һығымталар яһай белеүе талап ителде. Критерийҙар юғары, әммә бындай эш төрҙәрен башҡарып, уҡыусы белемен тәрәнәйтә, ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, фәнни анализ яһау күнекмәләренә эйә була.
Эштәрҙең тематикаһына килгәндә, темаларҙың киңлеге, проекттарҙың актуаллеге хайран ҡалдырҙы: ауылдың килеп сығышы, мәктәп тарихы, исемдәрҙең асылы, башҡорт ҡумыҙы, Салауат тоҡомо, ылыҫлы ағастарҙың файҙаһы, Сочи Олимпиадаһы һәм башҡалар тураһында балалар бирелеп һөйләне. Конкурсанттарҙың ныҡлы әҙерләнеүе күҙгә ташланды, улар төрлө күргәҙмә материалдар ҙа алып килгәндәр: географик карталар, таштар һәм минералдар, балаҫ һуғыу бу-йынса видеорепортаждар, Олимпиада символикаһы төшөрөлгән сувенирҙар, шыршы ботаҡтары һәм төнәтмәләре һ.б.
«Һәләтле балалар» ра-йон конкурсында Ж.Ғ. Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнашты. Беренсе йәш төркөмөндә 5 «А» һәм 5 «Б» класс уҡыусылары сығыш яһаны. Айҙар Фәттәхов «Тыуған яҡтың илһамлы йырсыһы» темаһын һайлап, эшен Гөлнур Яҡупова ижадына бағышлаһа (етәксеһе –
Ф.Фәйзуллина), Азалия Аҙнаева «Мәҙәниәт феномены булараҡ Жәлил Кейекбаев йорт-музейы» эҙләнеү-тикшеренеү эшен тәҡдим итте (етәксеһе – Р.Ишмырҙина). Әйткәндәй, Азалия музей ойошторған крайҙы өйрәнеү түңәрәгенең тәрбиәләнеүсеһе лә. Икенсе йәш төркөмөндә 7-се класс уҡыусыһы Юлиә Вахитова сығыш яһаны. Етәксеһе Р.Ғилманов менән «Тауҙарыбыҙҙы һаҡлап ҡалайыҡ!» тигән бик актуаль тема һайлаған  улар. 8 «Б» синыфынан Алтынай Мусина «Шифалы үләндәр» менән таныштырып, үҙе төҙөгән гербарийҙарҙы күрһәтһә (етәксеһе Г.Мусина), үҙ ҡулдары менән теккән милли
кейемен, башына ҡашмауын кейеп сыҡҡан Ҡарлуғас Йәрмиева «Башҡорт этностиле: уның үҙенсәлектәре һәм роле» темаһын яҡтыртты (етәксеһе - Ф.Фәйзуллина).
Конкурсанттарҙың тырышлығы юғары баһаланды: А.Фәттәхов, А.Мусина һәм Ҡ.Йәрмиева әүҙем ҡатнашҡандары өсөн дип-ломдар менән бүләкләнде. А.Аҙнаева «Мәҙәни мираҫ» номинацияһында III урынға лайыҡ булды, Ю.Вахитова үҙ йәш төркөмөндә «Тәбиғәт ҡомартҡылары» номинацияһында шулай уҡ III урын алды.
Ошондай сараларҙа ҡатнашып, уҡыусы ижади эш барышында үҙенсәлекле асыш яһай, башҡалар өсөн кәрәкле тәҡдимдәр индереп, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә. Шул уҡ ваҡытта тиңдәштәре араһында сығыш яһарға, үҙ фекерен яҡларға өйрәнә. Был уға артабанғы ғилми һәм ижади эшмәкәрлегендә ла ярҙам итә. Ғөмүмән, «Һәләтле балалар» конкурсы уҡыусыларҙы ижади шәхес булараҡ тәрбиәләү, уларҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр аса.

Римма ИШМЫРҘИНА,
филология фәндәре
кандидаты,
Ж. Кейекбаев йорт-музейы директоры.