Йәй миҙгеле емешле булды
18 октября 2017 йыл | Мәғариф

Йәй миҙгеле емешле булдыЙылдың-йылы Балалар ижады үҙәгенең  педагогтар коллективы директор Ирина Петровна Шаульская етәкселегендә балаларҙың йәйге ялы күңелле генә түгел, файҙалы ла үтһен өсөн бар тырышлығын һалып эшләй.

Сабый күңелдәрен яҡты офоҡтарға әйҙәйҙәр
13 октября 2017 йыл | Мәғариф

Сабый күңелдәрен яҡты офоҡтарға әйҙәйҙәрКүңелемдән һиңә һәйкәл ҡойҙом,
Ҡояш нуры – һинең көлөүең,
Йылдар буйы күҙҙәреңдә балҡый
Балаларҙы ихлас һөйөүең.
- Әйҙә, әсәй, тиҙерәк! – ти балалар баҡсаһына йыйынған ҡыҙым. Көн дә шулай баҡсаға ашҡынып, осоп бара ул.
Сынъяһау кеүек итеп биҙәлгән, йәнһүрәттәрҙә генә була торған уйынсыҡтар теҙелгән балалар баҡсаһын Сәйетбаба ауылына килеп күрегеҙ! Үҙегеҙҙең бала саҡта хыял иткән әкиәт донъяһына инеп сығығыҙ! Көн дә иртән ҡыҙым түгел, үҙем осоп барам баҡсабыҙға.

Уҡытыусы – ғилем шишмәһе һин!
10 октября 2017 йыл | Мәғариф

Уҡытыусы – ғилем шишмәһе һин! 5 октябрҙә донъялағы иң изге, иң яуаплы һөнәр эйәләре - уҡытыусылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Ошо уңайҙан районыбыҙ педагогтары мәҙәниәт һарайына тантаналы сараға йыйылды. Был көндө педагогтар үҙ адрестарына йылы, ихлас тәбрик һүҙҙәрен, матур теләктәр ҡабул итте. Уҡытыусыларҙы байрамдары менән ҡотларға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫары Руслан Салауатов, район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов, мәғариф бүлеге етәксеһе Зөһрә Әхтәмова килгәйне.

Йәш "коллегалар" һынатманы
10 октября 2017 йыл | Мәғариф

5 октябрь – Уҡытыусылар көнөн беҙҙең Йөҙимән мәктәбе уҡыусылары көтөп ала. Яратҡан, хөрмәт иткән уҡытыусыларын ҡотлау форсаты сыҡҡанға ғына түгел. Был көндө, матур йолаға ярашлы, Үҙидара көнө үтә, йәғни уҡыусылар  үҙҙәрен мәктәптәге өлкәндәр башҡарған вазифаларҙа һынап ҡарай.

Мөғәллимә - уның булмышы
03 октября 2017 йыл | Мәғариф

Мөғәллимә - уның булмышыҠарағай мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Әхмәҙулла ҡыҙы Үтәгәнова (һүрәттә) был белем биреү йортоноң алдынғы һәм тәжрибәле мөғәллимәлә-ренең береһе. Балаларҙы ярата, улар менән уртаҡ тел табып эшләй. Хеҙмәттәштәре араһында ла хөрмәт, ихтирам ҡаҙанған.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 72