Оло юлға алып сыға көмөш ҡыңғырау сыңы
29 мая 2018 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

 Оло юлға алып сыға  көмөш ҡыңғырау сыңы
25 майҙа район мәктәптәрендә шаулап-гөрләп "Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы үтте. Быйыл ул 154 ун беренсе, 413 туғыҙынсы класс уҡыусыһы өсөн яңғыраны.

“Батыр”ҙар һынатманы
29 мая 2018 йыл | Мәғариф, Спорт

27 – 29 апрелдә Күмертау ҡалаһында үткән "Зарница - 2018” хәрби-спорт уйынының республика этабында район исеменән 3-сө мәктәп уҡыусылары, "Батыр” хәрби-патриотик клубы ағзалары ҡатнашты.  
Артем Лепенко, Александр Максимов, Алмаз Сөләймәнов, Денис Ионцев, Әлфир Нәзиров, Фидан Хәмитов, Илнур Ғәйнуллин, Илсур Иҙрисов, Никита Пучков, Олег Васильев, Елена Логинова, Марина Собарева, Дарья Романова, Алина Ғирфанованан торған команданы етәкселәре Илдар Абыҙгилдин әҙерләп алып барҙы.
Бер нисә көн эсендә уҡыусылар таныштырыу, строе-вой әҙерлек, автоматты һүтеп-йыйыу, спорт ориентиры, тотҡарлыҡлы йүгереш, йөҙөү, йүгереү һәм башҡа ярыштарҙа көс һынашты. Тырыш, берҙәм команда 1-се урын өсөн бер, 2-се урын өсөн – биш, 3-сө урын өсөн дүрт кубок яулап, дөйөм зачетта 4-се урынға сыҡты.

25 май - мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау көнө
25 мая 2018 йыл | Мәғариф

 25 май - мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау көнө
Изге юлдар теләп,
хыялдарға әйҙәп,
Сыңлай бөгөн
һуңғы ҡыңғырау.

Ғилми-ғәмәли конференция үтте
22 мая 2018 йыл | Мәғариф

Табын коррекция мәктәп-интернатында "Федераль дәүләт стандарттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә рухи-әхлаҡи, гражданлыҡ-патриотик ҡиммәттәр тәрбиәләү” темаһына конференция үтте. Уның эшендә республиканың көньяҡ зонаһы коррекция учреждениелары педагогтары һәм беҙҙең райондың ата-әсәләре ҡатнашты.
Мәктәп алдында торған иң мөһим бурыс – балаларға Тыуған ил, Ватан, тыуған төйәк, гражданин, патриот, герой, һуғыш ветераны төшөнсәләрен аңлатып, рухи традицияларҙы тергеҙеү. Гражданға илебеҙ тарихын, рухи сығанаҡтарын белеү бөгөнгө хәл-ваҡиғаларҙы аңлау өсөн бик мөһим.
Конференцияла Табын ауыл биләмәһе башлығы А.В.Аверьянов, район ветерандар советы рәйесе Э.Ә.Мөлөкова, Табын ауылы ветерандар советы рәйесе М.Н.Сидорова, Салауат педагогия колледжы уҡытыусыһы Р.Ф.Хәкимова, мәғариф бүлеге методисы А.Б.Басирова, көньяҡ зона коррекция мәктәптәре педагогтары сығыш яһаны.
Теоретик өлөштән һуң Бөйөк Ватан һәм Граждандар һуғышында һәләк булғандар һәйкәленә сәскәләр һалынды. Ауыл мәҙәниәт йортонда "Оҫталар ҡаласығы” йәрминкәһе үтте. Унда ауыл кешеләре төрлө аҙыҡ-түлек, балалар эшләгән оҫталыҡ әйберҙәре алып кинәнде. Шулай уҡ хеҙмәт дәресе уҡытыусылары һәм өҫтәлмә белем биреү педагогтарының ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолдо.
Фәнирә ЗӘЙНЕТДИНОВА,
Табын коррекция интернат-мәктәбе директоры урынбаҫары.

Һөнәри камиллыҡҡа ынтылғанда
22 мая 2018 йыл | Мәғариф, Уңғандарыбыҙ

 Һөнәри камиллыҡҡа ынтылғанда
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының быйылғы "Йыл уҡытыусыһы” конкурсында лау-реат исеме алған яҡташыбыҙ, Сәйетбаба һылыуы Ләйсән Хәсәнова Өфө ҡалаһының 10-сы һанлы мәктәбендә уҡыта.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 72