Пионерия көнөнә арналды
22 мая 2018 йыл | Мәғариф

19 майҙа Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ҡыҙҙар (2006 йылғы һәм бәләкәйерәк) араһында волейбол буйынса республика ярышы үтте.
Пионерия көнөнә арналған ярышта бар командалар ҙа етеҙ, берҙәм уйнаны. Һөҙөмтәлә, 1-се урынға Мәләүез ҡалаһы, 2-сегә – Стәрлетамаҡ ҡалаһы командалары, 3-сө, 4-се урындарҙа райондың ошондай ярышта тәүге тапҡыр ҡатнашҡан ике командаһы лайыҡ булды. Йәш спортсыларға алда тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ.

“Беҙ бергә татыу ғаилә!”
15 мая 2018 йыл | Мәғариф

 “Беҙ бергә татыу ғаилә!”2018 йыл республика Башлығы тарафынан Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Эйе, "Ғаилә – ил тотҡаһы” тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Ғаилә тулы, тигеҙ булһа, ата-әсә балаһы өсөн өҙөлөп торһа, был ғаиләнең тормошо ла алға бара, балалары ла тәртипле, эшсән булып үҫә.

Фәнгә ышаныслы аҙымдар менән
04 мая 2018 йыл | Мәғариф

Фәнгә ышаныслы аҙымдар менәнКрасноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары Туймазы ҡалаһында сит ил вәкилдәре ҡатнашлығында үткән "Киләсәк асыштары” II Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында уңышлы сығыш яһаны.

Оҫталар асыҡланды
04 мая 2018 йыл | Мәғариф

Оҫталар асыҡландыЯҙғы каникулдар ваҡытында Балалар ижады үҙәгендә күп кенә тәрбиәүи саралар үтте. Уҡыусыларҙың ялын ойоштороу, уларҙы мәҙәниәткә, спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә, оҫтаханаларға йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо улар. Был саралар быйыл өҫтәлмә белем биреүҙең 100 йыллығына арналды.

География уҡытыусылары семинары үтте
17 апреля 2018 йыл | Мәғариф

4 апрелдә Курорт мәктәбе базаһында район мәктәптәре география уҡытыусыларының семинары үтте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 72