Өмөт сатҡыһы уята “Өмөтлө ҡәләм”!
13 апреля 2018 йыл | Мәғариф, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Конкурстар
 Өмөт сатҡыһы уята “Өмөтлө ҡәләм”!
Яҡташыбыҙ, күренекле шағирә, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнур Яҡупова призына 18 йыл элек башланған был бәйге бик күп балаларға шиғриәт иленә юл асып, ижадҡа ылыҡтырып, күңелдәрен үҫтерә, өмөт сатҡылары биреп, үҙ көстәренә ышанысын арттыра. Уҡыусылар йылдан-йыл ҡәләмен шымарта, яҙыу даирәһен киңәйтә барған таныш исемдәр янына яңылары өҫтәлә. Бәйгегә килгән шиғырҙарҙың күпселеге «Табын» гәзитендә баҫылды. Балалар әҫәрҙәрендә ихласлыҡ, ябайлыҡ, тормош күренештәрендәге бар матурлыҡ сағылыш таба. Улар үҙ шиғырҙарында тыуған яҡты данлай, тәбиғәттең һәр миҙгелен йәйғор төҫтәрендә балҡытып күрһәтә, хайуандар донъяһын йәнләндерә, ата-әсәһе, ғаиләһе менән һоҡлана, яҡты хыялдарын да асып һала.

Финанс белемлелеге иғтибар үҙәгендә
13 апреля 2018 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Аҡса иҫәп ярата, тиҙәр. Ә бына аҡсаны дөрөҫ иҫәпләй, уны маҡсатҡа ярашлы итеп ҡуллана, файҙалана беләбеҙме? Был һорау илебеҙ халҡы өсөн актуаль булып ҡала. Ошоно күҙ уңында тотоп, Рәсәйҙә 9 апрелдән 22 апрелгә тиклем Бөтә Рәсәй финанс белемлелеге аҙналығы башланды. Аҙналыҡтың төп маҡсаты булып балаларҙы һәм йәштәрҙе финанс белемгә өйрәтеү тора.

Финанс белемлелеге аҙналығы башланды
13 апреля 2018 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Рәсәйҙә 9 апрелдән 22 апрелгә тик-лем Бөтә Рәсәй финанс белемлелеге аҙналығы башланды. Аҙналыҡтың төп маҡсаты булып балаларҙы һәм йәштәрҙе финанс белемгә өйрәтеү тора.
Финанс белемлелеге аҙналығы башланды
ҺҮРӘТТӘ: Красноусолдағы 2-се мәктәптә финанс белемлелегенә арналған дәрес бара. Уны уҡытыусы Людмила Васильевна Пухова уҙғара.

Һынауҙы лайыҡлы үттеләр
10 апреля 2018 йыл | Мәғариф

* Олимпиадалар
Һынауҙы лайыҡлы үттеләр
23-24 мартта Өфө ҡалаһында "Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” фәне буйынса республика олимпиадаһында Красноусолдағы 2-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Александра Кузнецова (уҡытыусыһы – И.Р.Шәйәхмәтов) һәм "Тормош һабаҡтары”нан КБГИ-ның 8-се класс уҡыусыһы Динислам Басиров (уҡытыусыһы – Ю.Р.Мәүлетҡолов) призер булдылар.

Наурыз мөбәрәк булһын!
10 апреля 2018 йыл | Мәғариф

 Наурыз мөбәрәк булһын!
Төрки халыҡтарының бер аҙ онотола төшкән йола-байрамдары, ғөрөф-ғәҙәттәре беҙҙең көндәрҙә халыҡҡа әйләнеп ҡайта башланы. Көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта боронғо ата-бабаларыбыҙ Яҙҙы – Наурызбикәне ҡаршылаған. Наурыз – ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршылау, яҙғы сәсеү эштәре алдынан үткәрелә торған байрам ул. Наурыз – тыныслыҡҡа, матурлыҡҡа өндәүсе изгелек, дуҫлыҡ байрамы.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 72