Лидерҙар бәйгеһе үтте
20 марта 2013 йыл | Мәғариф

Лидерҙар бәйгеһе үтте14 мартта Красноусолдағы 1-се урта мәктәптә "ХХI быуат лидеры” I район конкурсы үтте. Уны Балалар ижады үҙәге район Хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм туризм секторы, "Алтын бал ҡорто” район балалар йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойоштороп уҙғарҙы. Конкурстың маҡсаты – районда ижади, әүҙем йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү.

Балалар китабы аҙналығына рәхим итегеҙ!
20 марта 2013 йыл | Мәғариф

25 марттан 29-ына тиклем район мәҙәниәт һарайында урынлашҡан Балалар китапханаһында Балалар китабы аҙналығы үтә. Унда ҡыҙ-малайҙарҙы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс уйындар, конкурстар, әҙәби, крайҙы өйрәнеү викториналары, өр-яңы мульт-фильмдар көтә.

Гимназия йәрминкәгә саҡыра
20 марта 2013 йыл | Мәғариф

23 мартта, шәмбе көн Красноусол башҡорт гимназия-интернаты сираттағы йәрминкә үткәрә.

Хәүефһеҙ бала саҡ юлы
13 марта 2013 йыл | Мәғариф

Хәүефһеҙ бала саҡ юлы Һуңғы йылдарҙа балаларҙың юл фажиғәләренә тарыу осраҡтары йышайҙы. Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һәр кем теүәл үтәргә тейеш. Республикала был йәһәттән аныҡ саралар күрелә, профилактик эштәр даими алып барыла. 28 февралдә район мәҙәниәт һарайында үткән республика кимәлендәге сара – КВН–конкурстың ярым-финалы "Хәүефһеҙ бала саҡ юлы”на арналды. Унда республиканың Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалалары, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Ғафури, Ауырғазы райондары мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты.

Афарин, Зөлфиә!
06 февраля 2013 йыл | Мәғариф

Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Зөлфиә Баймөхәмәтова (уҡытыусыһы – И.Р.Солтанморатова) рус теле буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында ҡатнашып, призлы урын яуланы.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 64 65 66 67 68 69 70 71 72 73