Рәхмәт, мәктәбем!
22 августа 2017 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Рәхмәт, мәктәбем!Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа,
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.
Тәү башлап мәктәп ишеген,
Үрелеп асҡан көнөм…

Беҙ - сәләмәт тормош яҡлы
11 августа 2017 йыл | Мәғариф, Спорт

Күптән түгел Еҙем-Ҡаран мәктәбе директоры Фирүзә Әбделмәнова һәм Юлыҡ ауылынан Фәнүр Дәүләтбаев инициативаһы менән ауыл хакимиәттәре араһында мини-футбол буйынса турнир үтте.

Башҡорт теле өйрәнелде, өйрәнелә һәм өйрәнеләсәк
11 августа 2017 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Башҡорт теле өйрәнелде, өйрәнелә һәм өйрәнеләсәкРөстәм Хәмитов бөгөн республиканың барлыҡ уҡыу йорттарында ла туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн шарттар булдырылған, "телдәрҙе өйрәнеү йәһәтенән бер ниндәй сикләүҙәр, тыйыуҙар юҡ”, тип билдәләне. Шулай уҡ ул "башҡорт телен һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләргә кәрәк”, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Хеҙмәттәшлек килешеүе
01 августа 2017 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин эш сәфәре менән Таулы Алтай ҡалаһында булды. Осрашыу йомғаҡтары буйынса төбәк һәм юғары уҡыу йорто араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр итә Алтай Республикаһының рәсми Интернет-порталы.
Республика хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Наталья Екееваның әйтеүе буйынса, Алтай Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең мәғариф, ғилми-практик проекттарын һәм программаларын әҙерләү һәм ғәмәлгә ашырыу килешеү темаһы булып тора.
Үҙ сиратында, Рәмил Бәхтизин эшлекле аралашыуға һәм тығыҙ үҙ-ара эш алып барыуға әҙерлекте белдерҙе. Ул Өфө дәүләт нефть техник университетына «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «терәк юғары уҡыу йорто» статусы бирелеүен билдәләне.

Мәктәбебеҙ ғорурлығы
25 июля 2017 йыл | Мәғариф

Мәктәбебеҙ ғорурлығыУҡыу йылы башында беҙ төрлө бурыстар, маҡсаттар билдәләйбеҙ, ә йыл аҙағында өлгәшелгән уңыштарҙы барлайбыҙ. Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең 8-се класын тамамлаған  Алһыу Ҡоломбәтова өсөн быйылғы уҡыу йылы уңыштарға бай булды. Мәктәп, район, республика күләмендә уҙғарылған төрлө сараларҙа ҡатнашты, еңеү артынан еңеү яуланы. Математика, физика, йәмғиәтте өйрәнеү, тарих фәндәренән район олимпиадаларында ҙур теләк менән ҡатнашты.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 64