«Музейҙар төнө» – сағыу байрам
05 июня 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

«Музейҙар төнө» – сағыу байрамЖәлил Кейекбаевтың йорт-музейы йылдың бер төнөндә генә ишектәрен бикләмәй. Һүҙ – Халыҡ-ара музейҙар көнө уңайынан ойошторолған «Музейҙар төнө-2018» мәҙәни акцияһы тураһында. Уның төп маҡсаты – музейҙың мөмкинлектәрен күрһәтеү, сағыу һәм үҙенсәлекле программалар менән килеүселәрҙе, бигерәк тә йәштәрҙе, музейға йәлеп итеү.

Иртә атылған йондоҙ
01 июня 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Иртә атылған йондоҙБынан бер ай элек Имәндәш урта мәктәбендә Таш-Аҫты ауылының аҫыл заты – билдәле журналист, мөхәррир һәм дәүләт эшмәкәре Марат Тәлғәт улы Әбүзәровтың Хәтер кисәһе булып үткәйне. Халҡы өсөн янып йәшәп, халҡы күңелендә яҡты, онотолмаҫлыҡ иҫтәлектәр ҡалдырған арҙаҡлы шәхескә тап шул көндәрҙә 60 йәш тулған булыр ине. Талантлы яҡташыбыҙҙы иҫкә алыу кисәһенә ҡатыны, ҡыҙы, кейәүе, ейән-ейәнсәре, бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар һәм ауылдар кешеләре килгәйне.

Башҡортостаным менән ғорурланам!
25 мая 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район хеҙмәт коллективтары бәйгеһе шундай исем аҫтында үтте
 Башҡортостаным менән ғорурланам!
Башҡортостаным менән ғорурланам!
Башҡортостаным менән ғорурланам!
Башҡортостаным менән ғорурланам!
Башҡортостаным менән ғорурланам!
3 йыл рәттән уҙғарылып килгән конкурста быйыл 24 коллектив ҡатнашты. Улар араһында уҡытыусылар, тәрбиәселәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, шәхси эшҡыуарҙар һәм башҡалар бар ине.

Рух һаҡсылары байрамы
25 мая 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Китапханалар көнө алдынан үҙҙәренең эшмәкәрлектәре менән таныштырыу өсөн ра-йон китапханаһы етәксеһе Фәүзиә Сәғиҙулла ҡыҙы Зәйнуллинаға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ уға:
 Рух һаҡсылары байрамы
 
Районда 14 ауыл, 1 район, 1  балалар, 1 үҫмерҙәр китапханаһы бар. Уларҙы 23 китапханасы хеҙмәтләндерә. Бурлы, Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Табын ауылдарында моделле китапханалар эшләй. Район китапханаһы фондында 100 меңдән ашыу (районда – 362 мең) китап иҫәпләнә. Бында балалар, төрлө тармаҡта эшләүселәр өсөн, нәфис, белешмә әҙәбиәт, насар күреүселәр өсөн Брайль техникаһындағы -Китапханала эшләү ҙур яуаплылыҡ, киң ҡарашлы булыуҙы талап итә. Көн һайын яңы кешеләр менән осрашыу-аралашыу, яңы мәғлүмәттәр алыу, белемеңде тулыландырыу  хас был һөнәргә. Китапханасы - барыһы менән дә уртаҡ тел таба белерлек психолог та, теге йәки был китапты уҡырға кәңәш биреүсе әҙәбиәт белгесе лә, шул уҡ ваҡытта балалар һәм өлкәндәрҙе төрлө сараларға йәлеп итеүсе ойоштороусы ла. китаптарҙан тыш, 60 төрлө матбуғат баҫмаһын да уҡырға була.
 

Яңы реалити-шоу
22 мая 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Нисек итеп өйләнергә һәм бөлмәҫкә? Ошо һәм тағы башҡа күп һорауҙарға "Туйҙың эс яғы” тигән реалити-шоуҙа яуап табырға була.
Алып барыусылар Иван Тихонов менән Елена Башкирцева ике ғашиҡ пар менән бергә Өфөнөң барлыҡ туй индустрияһының аҫтын өҫкә килтерәсәк: идеаль туйҙың күпмегә төшкәнен күрһәтәсәктәр.
Әйткәндәй, проекттың һөҙөмтәһенә тап һеҙ йоғонто яһай алаһығыҙ! БСТ каналында үҙегеҙгә оҡшаған пар өсөн тауыш бирегеҙ. Еңеүселәр бүләккә хыялындағы туй сәйәхәтен аласаҡ.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 91