Өмөтлө ҡәләм
26 февраля 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ҡошсоҡ
Тауыҡтарҙы ашатҡанда
Бер ҡошсоҡ осоп килде.
Бик асыҡҡан булған инде,
Тиҙ ашап бөттө емде.
Ҡыштың
һыуыҡ көндәрендә
Өшөп йөрөгән бахырҡай.
Йоп-йоморо, ҡара төҫтә
Ҡыҙыл түшле матурҡай.
Тауыҡтар менән бергәләп
Ул емде ашап туйҙы,
Миңә рәхмәт әйткән кеүек
Башын һелкетеп ҡуйҙы.
Шунан ҡанаттарын ҡағып
Ул ерҙән осоп китте.
Зәңгәр күктә осоп барған
Дуҫтарын ҡыуып етте.
Азалия ҠОТОВА,
Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 6-сы класс уҡыусыһы.