Фестиваль йәнә таланттар йыя
29 марта 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республикала бына өсөнсө тапҡыр өлкән быуын кешеләре араһында "Мин яратам һине, тормош!” тип аталған ижади фестиваль уҙғарыла.
Унда вокал, бейеү, инструменттарҙа башҡарыу, нәфис һүҙ һәм үҙенсәлекле жанр номинацияларында ижади коллективтар һәм айырым башҡарыусылар ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙың йәше – 55 йәш һәм унан өлкәндәр.

Беҙҙең районда ла талантлы, сағыу, үҙенсәлекле һәүәҫкәр ижадсылар бик күп. Тап уларҙы – хөрмәтле артистарҙы, шулай уҡ өлкәндәрҙең ижадына битараф булмаған барлыҡ тамашасыларҙы 4 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә Район мәҙәниәт һарайында көтөп ҡалабыҙ.
Ойоштороу комитеты.