Сәхнә йондоҙо
23 июня 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бала саҡта һәр кемдең үҙе генә белгән, сер итеп һаҡлаған хыялы була. Ошо хыял йондоҙҙай балҡып, бала күңелен яҡты хистәргә күмә. Район мәҙәниәт һарайының методик бүлек мөдире Рәзилә Рәйес ҡыҙы Хәбибуллина ла (һүрәттә) бала саҡтан үҫкәс артистка булырға хыялланған. Һәм Хоҙай биргән һәләте, үҙенең тырышлығы, маҡсатына ынтылып йәшәүе менән хыялы тормошҡа ашты. Шуға ла мин уны бөгөн иң бәхетле кешелер тип уйлайым.
…Бурлы ауылында тыуып үҫә Рәзилә
Ауылда үткән бала саҡ, мәктәп йылдарын әле лә һағынып иҫкә ала ул. Рәүсилә апай менән Рәйес ағай Хисмәтуллиндар ғаиләһендә өс ҡыҙ үҫә. Апаһы Рәйлә, һеңлеһе Рәйсә менән өсәүләшеп көйәнтәләп һыуға барыуҙары, ҡаҙ бәпкәләрен көтөүҙәре бала саҡтың онотолмаҫ хәтирәһе булып, әле лә күңел түрендә һаҡлана. Күңелендәге хыялын ата-әсәһенә әйтмәһә лә, апаһы менән һеңлеһе һиҙенә ине. Сөнки тап улар Рәзиләнең тәүге тамашасыһы була. Уңайы тура килгән һайын бейеп, йә йырлап үҙ һөнәрен, һәләтен күрһәтә Рәзилә. Йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, һис икеләнеүһеҙ, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумының бейеү бүлегенә уҡырға инә һәм 1989 йылда уны уңышлы тамамлай. Районға эшкә ҡайтҡан тәүге көндәрҙән үк дәртле бейеүҙәре, моңло йырҙары менән тамашасы күңелен арбаны. Ра-
йон мәҙәниәт һарайында методист булып эшләгәндә ауыл мәҙәниәт йорттары менән тығыҙ бәйләнештә булды. Сценарийҙар төҙөп, методик ярҙам күрһәтте.
Мәҙәниәт тормошондағы һәр башланғысты күтәреп алды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан "Райхан” татар йыр ансамбле ойошторҙо. Уның ағзалары төрлө урындарҙа эшләп йөрөгән һәүәҫкәр йырсы һәм бейеүселәр ине. Концерттарҙы, байрам сараларын, һабантуйҙарҙы ансамблдең сығышы биҙәне.
Рәзилә ханым бик күп спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе уйнаны. Ә.Мирзаһитовтың "Әсәләр көтәләр улдарын”да -  Йәмилә, Н.Асанбаевтың "Рәйлә+Фәйзи”ҙә - Зөһрә, М.Кәримдең "Ай тотолған төндә”һендә Шәфәҡ ролдәрен башҡарҙы. Әйткәндәй, был роль өсөн халыҡ театрҙарының Дүртөйлө ҡалаһында үткән "Алтын тирмә” фестивалендә Рәзилә Рәйес ҡыҙына I дәрәжә Диплом һәм иҫтәлекле бүләк бирелде.
М.Кәримдең "Ҡыҙ урлау” комедияһында Туҡтабикә ролен бик үҙенсәлекле, халыҡсан башҡарҙы. 2006 йылда Белорет ҡалаһында үткән "Алтын тирмә” фестивалендә 148 халыҡ театры араһында "Ҡыҙ урлау” комедияһы Гран-приға лайыҡ булды. Был еңеүҙә Рәзилә Хәбибуллинаның да хеҙмәт өлөшө ҙур ине. Тәбиғи таланты, сәхнәне яратыуы уға береһенән-береһе сағыуыраҡ образдар тыуҙырырға мөмкинлек бирә. Иҫ киткес тырыш, эҙләнеүсән ул Рәзилә. Ижади кисәләрҙе, концерттарҙы ла иң оҫта алып барыусы.
Эш башлаған тәүге йылдарҙан уҡ оҫта бейеүсе булараҡ тамашасы һөйөүен яуланы.
Рәзилә тормош иптәше Венер Зиннур улы менән матур донъя көтә бөгөн. Өс бала үҫтерәләр. Оло улдары Марсель Стәрлетамаҡ төҙөлөш техникумында уҡый. Әлиә ҡыҙҙары гимназияла белем ала. Кесе улдары Айҙар 3-сө класс уҡыусыһы. Хәстәрлекле әсәй, уңған хужабикә тип ихтирам итәбеҙ беҙ уны. Тормош иптәшенән дә уңды Рәзилә. Венер Зиннур улы музыкант, "Красноусол” шифаханаһында эшләй. Рәзиләнең йырҙарына аранжировкалар яһай, һәр йырын музыкаль яҡтан биҙәй.
Район үҙәгендә өс бүлмәле иркен йортта йәшәй улар. Әлеге көндә Красноусол ситендә ике ҡатлы коттежд күтәрәләр. Мәҙәниәт өлкәһендә 25 йыл хеҙмәт итеп, бик күп Маҡтау грамоталарына, дипломдарға лайыҡ булды Рәзилә Рәйес ҡыҙы.
- Ысын мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәзилә кеүек булырға тейеш, - ти сәхнә аҡһаҡалы Әнүәр Ғәзизов.
Хаҡ һүҙҙәр бит.
Зәйтүнә ЗӘЙНЕШЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.