“Байыҡ”тан - еңеү менән
16 июля 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район һәүәҫкәрҙәренең төрлө
республика конкурстарында еңеү  артынан еңеү яулауҙарына күнегеп тә барабыҙ кеүек. Үткән аҙнала Күгәрсен районында булып үткән "Байыҡ”
республика телевизион бейеү конкурсында ла яҡташтарыбыҙ еңеү яулап ҡайтты. 3 йәштән 15 йәшкә тик-лемге балалар араһында Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары – Илнара Ғөбәйҙуллина менән Айназ Рафиҡовтың дуэты I дәрәжә Диплом менән баһаланды. Ә инде уларҙы бейеү серҙәренә өйрәтеүсе, район мәҙәниәт һарайы балетмейстеры Илшат Хәтим улы Хәбибуллин "Иң яҡшы етәксе” тип табылды. Яҡташтарыбыҙҙы бындай уңыштары менән ихлас ҡотлайбыҙ.

Әйткәндәй,район һәүәҫкәрҙәре былтыр ҙа "Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ҡатнашып айырым башҡарыусылар араһында гимназия уҡыусыһы Искәндәр Әбелғужин Гран-при, ә Илшат Хәбибуллин етәкселек иткән "Быҙыбыт” бейеү ансамбле III урын алғайны.
Ошо конкурстан һуң Искәндәр Әбелғужинды Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжына уҡырға алдылар. Былтыр приз-лы урынды алғас, быйыл "Быҙыбыт”ты конкурста ҡатнаштырмайҙар. Уның ҡарауы, Илнара Ғөбәйҙуллина менән Айназ Рафиҡов башҡарыуындағы "Эх, кенә!” шаян бейеүе беренсе дәрәжә Диплом менән баһалана. Быйыл ғына 1-се класты тамамлаған балалар өсөн был тәүге ҙур еңеү булып тора. Уларҙың икеһе лә планшет һәм портфель менән бүләкләнде. Илшат Хәбибуллинға иһә "Иң яҡшы етәксе” булараҡ 5 мең һумлыҡ сертификат тапшырылған.
- Был бейеүҙе Илнара менән Айназ өсөн махсус рәүештә үҙем һалдым. Шуҡ балаларҙың шаярыу хәрәкәтенә ҡоролған был бейеү. Башҡортостандың халыҡ артисы Радмир Бәҙретдинов етәкселегендәге баһалама ағзалары бейеүемә лә, уны башҡарыусыларға ла ошондай юғары баһа ҡуйҙы һәм бының менән бик шатмын,- ти Илшат Хәбибуллин конкурс тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Илшат өлгәшелгәндәр менән генә сикләнеп ҡалырға йыйынмай, киләһе йыл "Быҙыбыт”ансамбле менән Гран-при яуларға иҫәп тота. Әле был бейеү ансамблендә 16 бала шөғөлләнә. Уларға алмашҡа әҙерлек төркөмөнә 20 бала йөрөй. Илнара менән Айназ да ошо әҙерлек төркөмөндә шөғөлләнә. Киләсәктә улар "Быҙыбыт”тың төп көсөн тәшкил итәсәк тә инде. Бейей-бейей оҫтара, тигәндәй, уларға ла киләсәктә Гран-при яуларға яҙһын.

С. ТИМЕРОВ.