Һағыштарҙан ярала бит йырҙар...
29 сентября 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

 Яҙмыш ҡушыуы буйынса, ике йылдан ашыу Италияла йәшәп ала: Неаполдә йәшәүсе ҡыҙы менән итальян кейәүенең кескәй ҡыҙын – ейәнсәрен ҡараша. Тап шул осорҙа ҡулына ҡәләм ала, шиғырҙар яҙа башлай.
- Шағир булайым тигәндән түгел, ситтә йөрөгәндә һағыш, тыуған яҡ хаҡында хәтирәләр гел шиғыр булып яралды. Һағыныуҙарымды шул шиғырҙар менән баҫтым, - ти Разия Мансур ҡыҙы.
Элекке Советтар Союзының төрлө тарафтарынан барған ҡатын-ҡыҙҙарҙың Италияла күпләп эшләүе бер кемгә лә сер түгел хәҙер.
 -  Улар үҙ-ара аралашып, кәрәк саҡта ярҙамлашып йәшәйҙәр. Элегерәк Украина ҡатындары күпләп эшкә барһа, хәҙер Башҡортостандан да күптәр. Хатта үҙебеҙҙең райондаштарҙы ла осраттым, - тип дауам итә Разия ханым. – Шиғырҙарымды туплап, үҙнәшер ысулы менән кескәй генә ике китап итеп сығарҙым – уны украин ҡатындары әҙерләп бирҙе.
Ейәнсәрен үҫтерешеп, тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан өләсәй "Неаполь дәфтәре”нән бер шәлкем шиғырҙарын үҙе яратып уҡыған "Табын” гәзите аша барлыҡ райондаштарға
Уралым
Ай, Уралым! Минең Уралым!
Бигерәк матур минең Уралым.
Рәсәй иле ғорурлығы булып
Ныҡлы тора мәғрүр Уралым.
Күпме яуыз йәндәр һуҙҙы ҡулын
Уралымды яулап алырға.
Күк(е)рәген киреп ныҡлы тора
Башын эймәй бысраҡ ҡулдарға.
Уралҡайым! Һинең ҡосағыңда
Күпме байлыҡ, күпме гүзәллек!
Урманыңда һинең емеш-еләк,
Күпме йәнлек, күпме тереклек!
Ер шарының иң-иң матур ере –
Уралҡайым, һинең ҡуйында.
Тыныслыҡтар менән йәшәй халҡың
Рәхәтләнеп һинең буйыңда.
Уралҡайым йәшәй тыныс ҡына,
Серҙәр һаҡлап борон-борондан.
Аллаҡайым! Һаҡла Уралымды,
Йәшәһен ул быуат-быуатҡа.
Үҙемсә
Урмандарға кереп, хуш еҫ еҫкәп,
Һуҙыр инем оҙон көйөмдө.
Урман ғына аңлап күңелемде,
Еңеләйтер ине хәлемде.
Урман йәшәй, уның үҙ тормошо,
Һәр тереклек йәшәй үҙенсә.
Аллаҡайым! Миңә бирһәңсе
Нимә теләһәм дә үҙемсә.
Әсәйем
Әсәкәйем, минең ҡәҙерлем,
Биргәнһең яҡты донъя.
Ҡосағыңа алып, күкрәк һөтөн биреп
Теләгәнһең бәхет һин миңә.
Ал-ял белмәй, ҡулыңдан эш төшмәй
Үҫтерҙең һин беҙҙе, әсәйем.
Алты бала ҡарап, ауыр эштәр эшләп
Нисек түҙгәнһең һин, әсәйем.
Рәхмәт, әсәй! Рәхмәт, ҡәҙерлем!
Яҡты донъя бүләк иткәнгә.
Һинең фатихалар мине һаҡлай
Ҡайҙа ғына яҙмыш илтһә лә.
Һинең әйткән теләк-һүҙҙәреңде
Йөрәгемдә генә һаҡлайым.
Әгәр һүҙҙәреңдән тайған булһам,
Ғәфү итсе мине, әсәйем.
Иҫән генә булып йәшә инде
Ҡалған ғүмеркәйеңде.
Беҙгә нигеҙ ҡото, терәк булып
Йәшә оҙон ғүмерҙе.
Мәндем буйҡайҙары
Мәндем буйҡайҙары бигерәк матур,
Бөҙрә талдар әкрен бөгөлә.
Шул талдарға ҡунып ҡоштар һайрай,
Һәр көн һайын иртә-кисен дә.
Ҡояш нурҙарына шатланышып
Балыҡтар ҙа уйнай һикереп.
Томбойоҡтар асып күҙҙәрен
Нурҙар һибә көнгә йылмайып.
Һалҡынсараҡ тоноҡ һыуҙарыңда
Бала-саға инә кинәнеп.
Гөр-шау килеп, сумып, сәпелдәтеп,
Һыуҙарыңдан ала рәхәтлек.
Матур таҫма булып, һыҙылып ҡына
Тауҙар араһынан ағаһың.
Барса тереклеккә сихәт биреп,
Оҙон юлға сығып китәһең.
Бөҙрә талдар, һине оҙатҡандай,
Әкрен генә эйә баштарын.
Тыныс ҡына ағып ҡушылаһың,
Ҡаршы ала Еҙем – юлдашың.
Разия ЗӘЙНУЛЛИНА-
ҮЗБӘКОВА.