Шағир рухына бағышланды
27 октября 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Халыҡ шағирының юбилейына бағышлап мәктәбебеҙҙә Мостай Кәрим аҙналығы иғлан ителде. Әҙиптең "Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре буйынса уҡыусылар араһында һүрәт төшөрөү буйынса конкурс иғлан иттек, ошо әҫәр буйынса фильм ҡараныҡ. Мостай Кәрим шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсында ла уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. 5-7-се кластар араһында уның әҫәрҙәре буйынса "Иң матур презентация” конкурсы уҙғарылды. Ә 9-11-се кластар араһында Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлына арналған кинофильм ҡарап, викторина һорауҙарына яуап биреү ойошторолдо. Аҙналыҡты Мостай Кәрим ижадына арналған кисә менән йомғаҡлап ҡуйҙыҡ. Кисәне 9 ”А” класс уҡыусыһы Регина Саттарова менән 7 ”А” класс уҡыусыһы Нурзиә Әбделғужина матур итеп алып барҙы. Улар Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлына байҡау яһаны. Тасуири итеп шиғир һөйләүселәр ҙә күп булды. Денис Уйылданов (4 ”Б” класс), Ҡәҙриә Ғәлимова (5 ”Б”), Вилдан Ардаширов  менән Юлиә Вязовцева (6 "А”), Әлиә Ғафарова (7 ”А”), Аделя Рәхмәтуллина (9 ”А”), Алһыу Мартемьянова менән Ильяс Фәхретдинов (8 ”Б”), Юрий Федоров (8 ”А”класс) матур, тасуири итеп шиғыр һөйләй алыуҙарын иҫбат итте. Район мәҙәниәт һарайы баянсыһы Наил Вәлиевтың ҡатнашыуы кисәгә йәм генә өҫтәне. Уның баян моңдарына ҡушылып Нурзиә Әбделғужина Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған "Йылғалар төнөн һөйләшә”, Нәзирә Әбделғужина (6 ”А”) "Гөлдәр миңә һаумы, һаумы тиҙәр”, Амелия Ҡаһирова (3 ”А”) "Уҡытыусыма” йырҙарын аһәңле итеп башҡарҙы.
Әҙиптең "Өс таған” әҫәренән өҙөк тә сәхнәләштерҙек. 5 ”Б” класы уҡыусылары Илнара Әхтәмова, Рушан Ғәйнуллин, Айгиз Рәжәпов, Илназ Сәфәрғәлиев үҙ ролдәрен килештереп уйнаны. Сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуҙары менән ысын артистарҙан ҡалышманы улар. Айырыуса  Рушан Ғәйнуллин ныҡ килештерҙе. Бабаһы, Сибай театры актеры Юнир Ғәйнуллин кеүек артислыҡ һәләте бар Рушандың. Ғөмүмән, Мостай Кәрим аҙналығы мәктәптә бик күркәм үтте. Мостай Кәримгә арналған кисәне башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Фәрзәнә Шәрәфетдинова, Альфира Ғәлиуллина, Гүзәл Ғәҙелшина әҙерләне.
Альфира ҒӘЛИУЛЛИНА,
Красноусолдағы 1-се мәктәп уҡытыусыһы.
Беҙ Мостайлы халыҡ
Беҙ Мостайлы халыҡ, бәхетлебеҙ,
Ғорурланырға ла хаҡлыбыҙ.
Әхмәтзәки менән Салауаттай
Ул үҫтереп бирҙе халҡыбыҙ.
Иң арҙаҡлы халыҡ батырҙары
Йөҙ йылға бер тыуа ахыры.
Киләсәктә тағы тыуыр әле,
Яуып торор ләйсән ямғыры.
Мостайыбыҙ батыр ярһыулығын,
Халҡыбыҙҙың бөтә аҡылын
Бергә туплап иҫбат итә алды
Башҡорттарҙың йәшәү хаҡлығын.
Күгебеҙҙә Мостай - яҡты йондоҙ,
Еребеҙҙә затлы хазина.
Шул хазина яҡты юл күрһәтә
Башҡортостан менән халҡына.
Беҙ Салауат батыр тоҡомонан
Әхмәтзәки менән Мостайлы.
Ағиҙелем көмөш һыулы йылға,
Урал тауым данлы, маҡтаулы.
Милләтебеҙ аҡһаҡалы Мостай
Мәңге балҡыр илем күгендә.
Киләсәккә беҙҙе алға әйҙәй,
Яҡты йондоҙ бит ул бөгөн дә.
Вилдан ШӘРИПОВ.