“Самауырҙа ҡунаҡта”
27 октября 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Фойела тиҙ арала ҡамыр ризыҡтары, ҡайнатма, бал һ.б. тәмлекәстәрҙән торған сәй өҫтәле әҙерләнде. Конкурста Табын казактары хоры, социаль приют, Совет урамында йәшәүселәр һәм мәктәп коллективтары ҡатнашты. Совет урамы вәкилдәре пирог, бал, һөт, эремсек янына витаминлы үлән сәйе әҙерләгән. Табын махсус-коррекция интернат-мәктәбе һәм социаль приют бүлеге сәй өҫтәле генә әҙерләмәгән, балаларҙың ҡул эштәренән күргәҙмә лә ҡуйған.
Анна Аванесян хуш еҫле үлән сәйҙәрен Әрмәнстандан килтергән инжир, грек сәтләүеге, кизил ҡайнатмалары менән эсерҙе. Сара ҡунағы – Красноусолдан шәхси эшҡыуар Рәзилә Шәрипова сәй дегустацияһы ойоштороп, донъяның иң тәмле сәйҙәре тураһында һөйләне.
Был байрам оло йәштәгеләр көнөнә арналды. Өлкәндәрҙе ауыл биләмәһе башлығы Ә.Ғ.Хисаметдинов, Табын ауылының ветерандар советы рәйесе М.Н.Сидорова ҡотланы. Артабан алып барыусы Е.Рябова Рәсәйҙә сәйҙең килеп сығыу тарихын һөйләп ишеттерҙе, Табын халыҡ казак хоры сәйгә арналған йырҙар йырланы. Сараны байрам концерты дауам итте.
Шулай итеп, был көндө йомарт самауыр үҙ янына төрлө милләт халҡын йыйҙы.
Наталья ХӘБИБУЛЛИНА,
Табын мәҙәниәт йорто
директоры.