Бейеклек, ғорурлыҡ, һағыш...
27 февраля 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бейеклек, ғорурлыҡ, һағыш...Бейеклек, ғорурлыҡ, һағыш...
Бейеклек, ғорурлыҡ, һағыш...
Бейеклек, ғорурлыҡ, һағыш...
Бейеклек, ғорурлыҡ, һағыш...
Бейеклек, ғорурлыҡ, һағыш...
Бейеклек, ғорурлыҡ, һағыш...Бығаса хәтеребеҙҙә булмаған ваҡиға - метеорит яҡтыһының сағыулығына шаһит булған көндө, Сәйетбаба урта мәктәбендә һағышлы ла, яҡты ла кисә уҙҙы. Яҙыусы, ғалим яҡташыбыҙ Әнүр Вахитовтың тыуыуына 80 йыл айҡан-лы Хәтер кисәһе ине ул. Сараға райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, методистар, китапханасылар, шәхесте күреп белгән замандаштары, дуҫтары, шәкерттәре, туғандары, республикабыҙҙың төрлө баҫмаларында эшләүсе яҡташ журналистар йыйылды.
- Әнүр бабайымдың юбиле-йын дүртенсе тапҡыр үҙенән башҡа үткәреүебеҙҙе уйлап күңелем тулды, - тине "Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, ғалимдың ҡустыһы. - Шул ҡәҙәре ғүмере ҡыҫҡа булыуына, яҙылмаған күпме әҫәрҙәре ҡалыуына, балалары етем үҫеүенә, дуҫ-шәкерттәре кәңәшсеһеҙ тороп ҡалыуына әрнейем. Икенсе яҡтан, яҡташтарҙың, ғафуриҙарҙың, уны онотмауына, ижадының, хеҙмәттәренең халыҡ күңелендә йәшәүенә рәхмәтлемен. Әнүр бабайым миңә, ул саҡта ижад юлының башында торған йәш кешегә, иҫ киткес юғары талаптар ҡуйҙы. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтына уҡырға ингәс, ай һайын бер хикәйә яҙырға тейешһең, тип талап итте, тикшерҙе, тәнҡитләне. Уның мөнәсәбәте үҙе бер мәктәп булды. Әле лә әҫәрҙәремде яҙғанда уның күҙәтеүен тоям һымаҡ. Ул беҙгә - туғандарына - Бейеклек, Ғорурлыҡ, Һағыш..
Ә.Әминев үҙе лә Ә.Вахитов һымаҡ, оҙаҡ йылдар Яҙыусылар берлегенең проза секцияһы етәксеһе булды, әҫәрҙәре Рәсәй кимәлендә танылыу тапты. Әле яңы уның "Ҡытай-город” йыйынтығы Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһына  лайыҡ булды. С.Игелекова етәкләгән драма түңәрәге тәрбиәләнеүселәренең тап ошо әҫәрҙән сәхнәләштергән күренеш барыһының да күңеленә ятты. 20 йыл Туғай башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән М.Түзбәкова Ә.Вахитовтың тормош һәм ижад юлына бағышланған төплө һәм эстәлекле доклад әҙерләгән. Ғалимдың ижадының төп йүнәлештәре, уның башҡорт әҙәбиәтенә индергән өлөшө барланды, әҙәби тәнҡитсе булараҡ, яҙыусыларҙың һәр яңы әҫәренә ғәҙел баһа биреүе, әҙәбиәтебеҙ кимәленең яңынан-яңы бейеклеккә күтәрелеүенә булышлыҡ итеүе билдәләнде докладта.
Ә.Вахитовтың күп һанлы шәкерттәренең береһе - халыҡ шағиры Рауил Бикбаев кисәнең тап мәктәптә үтеүенә һөйөнөүен белдерҙе.
- Ҡәләмдәшебеҙ асылында уҡытыусы булып ҡалды. Кәңәшсе-уҡытыусы. БДУ-ла беҙҙе фольклорҙан уҡытҡайны, уның етәкселегендә фольклор экспедицияларына йөрөнөк, 1959 йылда Ғафури районына ла эҙләнеүҙәр менән килдек.
Яҡташыбыҙ хаҡында йылы хәтирәләр менән уртаҡлашҡандан һуң Р.Бикбай мәктәпкә, уҡытыусыларға китаптар бүләк итте, мәғәнәле хәҙистәр уҡып ишеттерҙе.
Профессор Әхмәт Сөләймәнов остазы хаҡында "Ағиҙел” журналында күләмле, йөкмәткеле мәҡәлә менән сығыш яһаған ине. Әле иһә Ә.Вахитовтың үҙе тормошонда уйнаған ролен баһалап:
- Минең өсөн ул яҙмыштың үҙе булған икән, - тине. –"Башҡорт халыҡ ижады” күп томлығын әҙерләүселәр рәтендә С.Юлаев премияһы алыуға ла, докторлыҡ диссертацияһы яҙыуыма ла сәбәпсе, ғөмүмән, тормош юлымды күрһәтеүсе, асылымды асыусы, яҙмышымда Хызыр Ильяс кеүек кеше булды ул. Яҡташығыҙҙы хөрмәтләүегеҙ менән һеҙ үҙегеҙ ҙә хөрмәткә лайыҡ.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов Ә.Вахитов менән бер бүлмәлә 4 йыл бергә эшләү дәүерен йылы хәтирәләр менән иҫкә алды.
- Улар быуынының булмауы ауыр хәлгә ҡуя, яҙыуҙары бик төплө, ентекле ине. Башҡорт прозаһының совет осоро хаҡында яҙған Әнүр ағай кеүек төплө ғалим әлегәсә юҡ. Бик уйсан кеше ине. Ҡырыҫлығы ла, шаянлығы ла булды. Уның ихласлығы, уйсанлығы әҫәрҙәрендә сағыла.
Ә.Вахитовтың йәшлек дуҫы, уның "Председателдең бер көнө” очеркы геройы Аҙнабай Йәноҙаҡовтың сығышы ла бик фәһемле булды. Яҙыусының бөтә өлкәләрҙә лә, шул иҫәптән колхоз тормошонда ла мәғлүмәтле, файҙа килтерерҙәй кәңәштәр бирерлек кеше булыуын билдәләне, юҡһыныуын белдерҙе.
Бала саҡтан яҙыусы бабаһы хаҡында иҫтәлектәр тыңлап үҫкән "Аманат” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Марат Әминевтың да сығышы ҡыҙыҡлы булды.
- Уның ҡатлы-ҡатлы бик ҙур исемдәре лә, орден-фәләндәре лә юҡ. Ул халҡы өсөн, әҙәбиәт өсөн йәшәне, әҙәбиәтте иманы итеп күрҙе. Иҫән булһа башҡорт телен ҡыҫыусыларға ҡаршы көрәштең алғы сафында булыр ине, - тине ул.
Әҙип тураһында башҡа замандаш-иптәштәренең (З.Үтәгәнова) хәтирәләре лә, йәшерәк быуын журналистарҙың сығыштары ла ("Шоңҡар” журналының баш мөхәррире М.Ҡунафин, ”Башҡортостан” гәзитенең хаттар бүлеге мөдире В.Исхаҡов) яҡты моңһоулыҡ тулы ине. Кисәгә Сәйетбаба мәҙәниәт һәм ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре, тәрбиәләнеүселәре, Сәйетбаба мәктәбе коллективы, милли-мәҙәни үҙәк тарафынан әҙерләнгән матур, зауыҡлы концерт номерҙары күркәм биҙәк өҫтәне, ғалим-яҙыусының ижадына арналған күргәҙмә ойошторолдо, уның тормош юлын яҡтыртҡан фотоһүрәттәр ҙурайтылып, экранда сағылыш тапты.
Әнүр Вахитовтың таланты сәскә атҡан ваҡытта ғына ғүмере өҙөлөүен метеорит яҡтыһының сағыулығы һәм ҡыҫҡалығы менән сағыштырмаҡсы булһам да, әҙип-ғалимдың хеҙмәттәренең әлегәсә халҡына, үҫеп килеүсе быуынға хеҙмәт итеүҙән туҡтамауына, уның хаҡында хәтирәләрҙең, уға ҡарата хөрмәттең кешеләр күңелендә йәшәүенә һөйөнөс юғалтыу әсеһенән көслөрәк барыбер…
Рәйлә САБИТОВА.
Сәйетбаба ауылы.
Р.Бикбаев.
Ә.Сөләймәнов.
М.Нәҙерғолов.
А.Йәноҙаҡов.
З.Үтәгәнова.
Ә.Әминев.