“Моң шишмәһе” йәнә әсир итте...
30 марта 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Һәр яҙ, бар тәбиғәт йоҡоһонан уянып килгән мәлдә район мәҙәниәт һарайында Красно-усол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары "Моң шишмәһе” тип аталған концерт программаһы менән тамашасыны ҡыуандыра. Ун бишенсе тапҡыр үткән быйылғыһы ла, һәр саҡтағыса, уңышлы үтте.
Концерт дүрт бүлектән тороп, һәр ҡайһыһы үҙенсә ҡабатланмаҫ йыр-бейеү, уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. Беренсе бүлек – "Сәләмләү”ҙә күпселек башланғыс класс уҡыусылары сығыш яһаны һәм күп тапҡырҙар республикала
лауреат булған "Рух” фольклор ансамбле (етәкселәре Д.Ғ.Абдуллина, З.М.Дәүләтбаева, бейеү һалыусы А.Ф.Буранова) йәмле Ҡолош буйындағы йәштәр уйындарын, ырымдарҙы, ямғыр саҡырыу йолаларын күрһәтте.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған икенсе бүлекте 11 "В” класы уҡыусыһы Вадим Ғәлиәхмәтов яуҙа үлгән һалдат образында шиғри юлдар менән башланы.  2-3-сө класс малайҙарының «Шайморатов генерал», Руфина Кәримованың "Нуғайбәк”, 7 «Б», 5–6-сы кластарҙың "Һалдаттар”, "Салауат вариҫтары”, 11 "А” класынан Азамат Тайыповтың "Ҡайтыу”, "Наҙ” вокал ансамбле ҡыҙҙарының моңло сәләмдәре, "Мағаш” ҡурайсылар ансамбленең ҡурай моңо, 5 "А” класс малайҙарының "Башҡорт атлылары” һәм 6 "Б” класс уҡыусыларының "Башҡорт лирик” бейеүҙәре аша тамашасы берсә шул йылдарҙағы ҡанлы алыштар тарихының хәтер төпкөлөнә төшөп китһә, берсә ошо яуҙа ҡатнашҡан ата-олатайҙарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисергәндер.
Һәр кемдең сит илгә бушлай ғына сәйәхәт иткеһе киләлер, моғайын. Буштың атаһы күптән үлгән, кеше ышанмаҫтай хәбәрҙе, дөрөҫ булһа ла һөйләмә, тиер концертта булмағандар. Ә бына тамашасы 6"А” класының - "Ложкари”, 9 "Б” класс ҡыҙҙарының - ҡытай, 9–10-сыларҙың-ҡалмыҡ, 8-се класс ҡыҙҙарының - сиған, 9 "В” класының ирланд бейеүҙәре аша өсөнсө блокта төрлө илдәргә рәхәтләнеп сәйәхәт ҡылды. Ә районда ғына түгел, республикала ла киң танылыу яулаған "Һарыҡты кем ашаған?” (етәкселәре- Р.Н.Сиражетдинова) командаһының көләмәстәренән һуң күңелдәр тағы ла нығыраҡ күтәрелеп китте.
Дүртенсе блок Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналды. 5 – 7-се класс ҡыҙҙарының "Әсәйем ҡосағы” хоры, 4-селәрҙең "Кантри” бейеүе, 11-се класс егеттәре Альберт Мәүлетҡолов менән Марсель Сираевтың "Ҡайтырмын, әсәйем” дуэты, Дилара Зәйнетдинова, Азамат Тайыпов, Элина Даниловаларҙың "Ярамай” триоһы, яратҡан йырсыбыҙ Илнур Үлмәҫбаевтың "Уралым” йыры, 9 – 10-сы кластарҙың "Ирәндек” бейеүҙәре Ер йөҙөндәге иң изге кешеләребеҙ – әсәйҙәребеҙгә, һылыуҙарҙан-һылыу ҡыҙҙарыбыҙға ҡотлау сәләме булып барып етте.
Үҙем йырлай-бейей белмәһәм дә, сәнғәткә ғашиҡ кеше булараҡ, район, респуб-лика кимәлендә үткән мәҙәни саралар – концерттарҙы ҡалдырмай, ҡарап барырға тырышам. Шунда ҡайһы саҡ ҡағыҙҙан йүнләп уҡый ҙа алмай, йә һүҙ-өндәрҙе боҙоп әйткән алып барыусыларҙы күреп, их, 8 "А” класы уҡыусылары Заһир Зәйнетдинов менән Илүзә Мәхийәнованан быларға оҫталыҡ дәрестәре ойошторорға ине, тип уйлап ҡуйған саҡтар булғылай. Быйыл да улар бик уңышлы сығыш яһаны, ә уларға 3 "А” класс уҡыусыһы Дилара Зәйнетдинова менән 1-се класс уҡыусыһы Айназ Мәхийәнов ярҙам итте һәм бына тигән алмаш үҫеп килеүен күрһәтте.
Концерт һуңында район мәғариф бүлеге методик кабинеты етәксеһе Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙы Мөхөтдинова ошо матур сараға нигеҙ һалыусы, гимназияның элекке директоры Дәриғәт Муллағәле улы Рәхимовҡа һәм был традицияны дауам иттереүсе гимназия директоры Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатовҡа, ойоштороусыларға залда ултырған тамашасылар исеменән рәхмәтен белдерҙе.
 Талантлы уҡытыусы-тәрбиәсенең талантһыҙ уҡыусылары булмай. Эше өсөн янып-көйөп йөрөгән, районға, республикаға әллә күпме яңы "йондоҙ”ҙар ҡабыҙырға ярҙам иткән, уҡыусыларҙың һәләтен ваҡытында күрә белеп, уны үҫтерергә күп көс һалған гимназия коллективының, бигерәк тә, сценарий авторҙары, йырҙарҙы әҙерләүселәр Динә Абдуллина, Зөлфиә Дәүләтбаева, бейеү һалыусылар Айгөл Буранова, Илшат Хәбибуллиндың, уларға ярҙам иткән класс етәкселәре, тәрбиәселәрҙең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уларға шулай арымай-талмай эшләргә, яңынан-яңы ижади бейеклектәргә үрләргә яҙһын.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.