Музейыбыҙ - хәтер йорто
22 апреля 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Мәшһүр ғалим-тюрколог, талантлы яҙыусы, арҙаҡлы оло шәхес Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың мемориаль-биографик музейы уның тыуған Ҡаранйылға ауылында 1992 йылдың 25 октябрендә (тыуған көнөндә) тантаналы рәүештә үҙ ишектәрен асты.
Йорт-музейҙы булдырыуға, уға бөртөкләп экспонаттар, яҙмалар, фотоһүрәттәр туплауҙа Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов күп көс һала. Уның директоры ла була.
Ж.Ғ.Кейекбаев мәрхүм булғас, уның эшенә тоғролоҡ һаҡлаған  шәкерте Ғ.Шәйәхмәтов остазының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән йәмәғәт башланғысында эшкә тотона. Башта Сәйетбаба урта мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәге нигеҙендә Ж.Кейекбаевтың музейы булдырыла һәм 1969 йылда мәктәпкә уның исеме бирелә. Бәләкәй генә кабинетта ойошторолған мәктәп музейынан башланғыс алған был  тарихтың хәтер йорто өс тиҫтә йылдан ашыу халыҡҡа хеҙмәт итә. Ошо йылдар арауығында Ж.Кейекбаев музейы ғалимдың тормошон, ғилми-ижади эшмәкәрлеген сағылдырған яңынан-яңы экспонаттар, материалдар менән тулылана барып, бөгөн 1000-дән ашыу данаға еткән. Фонды бик бай: дөйөм майҙаны 144 кв.м., экспозиция-күргәҙмә майҙаны 56 кв.м., фондтарҙы һаҡлау майҙаны 10 кв.м. Төп фонд 450 предметтан, ә ғилми-ярҙамсы материалдар фонды 500-ҙән ашыу предметтан тора.
Бөгөнгө көндә Жәлил Кейекбаев музейы районда ғына түгел, республика, Рәсәй кимәлендә билдәлелек яулаған. Ж.Кейекбаевтың ғилми мираҫын һаҡлаған өсөн музей Диплом, "Иң яҡшы әҙәби музей” номинацияһы менән бүләкләнә.
Музей эшенә ярты быуат ғүмерен бағышлаған уҡытыусы-энтузиаст Ғиндулла Шәйәхмәтов үҙ эшен ышаныслы ҡулдарға тапшырҙы. Бөгөн йорт-музейға филология фәндәре кандидаты, ғилемле, диндар, тырыш, изгелексән, бер һүҙ менән әйткәндә, һәр яҡлы һәләт эйәһе Римма Ишмырҙина етәкселек итә.