Төйәгебеҙ - торғаны бер
22 апреля 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Төйәгебеҙ -  торғаны бер
Төйәгебеҙ -  торғаны бер
Төйәгебеҙ -  торғаны бер
Төйәгебеҙ -  торғаны бер
Төйәгебеҙ -  торғаны бер
Төйәгебеҙ -  торғаны бер
Төйәгебеҙ -  торғаны бер 
Районыбыҙ илебеҙгә бик күп шәхестәр үҫтергән. Улар араһында дәүләт һәм фән эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә уңыш ҡаҙаныусы райондаштарыбыҙ   бихисап. Ә әҙәбиәт диңгеҙендә һыуҙағы балыҡтай йөҙгән яҡташтарыбыҙ тағы ла күберәк. Илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы айҡанлы уҙғарылған "Әҙәби нағыш” марафонын ҡабул иткән мәлдә әҙәбиәтсе яҡташтарыбыҙҙы барлап алмау яҙыҡ булыр ине. Бөгөнгө яҙмала улар хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт еткермәксемен.Әҙәбиәтсе – ул тәү сиратта һүҙ сәнғәте менән оҫта эш итеүсе, һүҙ ҡөҙрәте ярҙамында ижад итә белеүсе кеше. Халҡыбыҙҙа элек-электән һүҙ сәнғәтенә иғтибар көслө булған һәм һүҙ оҫталары – сәсәндәр иң абруйлы, хөрмәтле кешеләр иҫәпләнгән. Сәсән барҙа телеңде тый, тигән һүҙ халыҡ араһында әле лә йөрөй һәм был уларға ҡарата ихтирамдың бер билдәһе. Һабрау, Ҡобағош, Айҙар, Байыҡ сәсәндәрҙең дандары халыҡ күңелендә бөгөн дә йәшәй. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев та сәсән телле шағир-импровизатор булған. Уның хаҡында белмәгән кеше юҡ. Ә бына Салауат Юлаевтан бер ни тик-лем алдараҡ йәшәгән, уның кеүек халыҡ азатлығы өсөн көрәшеп йәнен фиҙа ҡылған яҡташыбыҙ – сәсән-импровизатор, Кәлсер-Табын волосы старшинаһы Килдеш Агиев (1675-1740 йылдар) тураһында бик һирәктәр генә ишеткәне барҙыр. Килдеш Агиев оҫта телле сәсән дә, илен яҡлап сыҡҡан ҡыйыу яугир - ойоштороусы ла була. Ул - 1735-1739 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның шиғырҙарының бик әҙҙәре генә беҙҙең көндәргә килеп еткән. Бөгөнгө Аҡташ һәм Һабай ауылдары араһында Килдеш ауылы ла булған һәм ул ауыл ихтилал баҫтырылғандан һуң карателдәр тарафынан яндырылған. Килдеш Агиевты ошо төбәктә тыуып үҫкән беренсе һүҙ оҫтаһы – сәсән-импровтизатор булараҡ беләбеҙ. Башҡалар хаҡында тарихи мәғлүмәттәр юҡ. Уның ҡарауы XIX-XX быуаттарҙа йәшәгән, Килдеш Агиев традицияларын дауам иттереүсе башҡа сәсәндәребеҙ бар. Шуларҙың береһе - Яҡтыкүл ауылында тыуып үҫкән сәсән, мәғрифәтсе Вәлиулла Фәйзулла улы Ҡоломбәтов (1881-1964 йй). Ул үҙе ижад итеү өҫтөнә байтаҡ халыҡ ижады өлгөләрен  йыйыу, халыҡҡа еткереү менән дә шөғөлләнә. Тыуған ауылы Яҡтыкүлдә, Юлыҡта башланғыс мәктәптәр астырыуға өлгәшә. Халыҡ араһында уҡыу-яҙыуға өндәү буйынса ҙур эш алып бара. Был йәһәттән балалары ла уның юлын уңышлы дауам итә. Ҡыҙы Мөнирә Вәлиулла ҡыҙы Юлыҡта ете йыллыҡ мәктәп булдырыуға күп көс һала. Ейәне Ғаяз Әминев бөгөн Өфө ҡалаһында абруйлы мәғариф ветераны. Ә Вәлиулла Ҡоломбәтовтың бүләре Филүс Әминевтың улы Арыҫлан Әминевты кескәй телевизор ҡараусылар "Сәңгелдәк” тапшырыуы аша бик яҡшы белә.
Сәсәндәр хаҡында һүҙ йөрөткәндә Ҡоломбәтовтың замандашы, тағы ла бер яҡташыбыҙ Сәйфулла Төхфәтулла улы Сәғитов (1893-1957йй.) хаҡында ла әйтеп китергә кәрәктер. Оло Үтәш ауылында ты-уып үҫкән Сәйфулла Сәғитов шағир-импровизатор булараҡ билдәле. Уның яҙмалары "Башҡорт әҙәбиәте тарихы”, "Башҡорт халыҡ ижады” китаптарына индерелгән. Сәйетбаба ауылы тураһындағы эпик әҫәре әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш.
Яҙыусылар, шағирҙар хаҡында һүҙ йөрөткәндә иң башта күренекле яҡташыбыҙ,  Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури (Еҙем-Ҡаран ауылы, 1880-1934 йй.) күҙ алдына килә. Быйыл август айында уның тыуыуына 135 йыл тулыу киң билдәләнәсәк. Районыбыҙға исем биргән халыҡ шағиры менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Уның исемен мәңгеләштереү буйынса республикала ла, районда ла байтаҡ эштәр башҡарылған. Былтыр район етәкселеге инициативаһы менән Мәжит Ғафуриҙың бюсы ра-йон хакимиәте бинаһы ҡаршыһына күсерелеп, уның исемендәге сквер булдырылды.
Башҡорт әҙәбиәтендә һәм тел ғилемендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған күренекле, олуғ яҡташыбыҙ Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев  (Ҡаранйылға ауылы, 1911-1968 йй.) республикаға ғына түгел, донъяға киң билдәле. "Туғандар һәм таныштар” романы башҡорт әҙәбиәтендә уникаль әҫәр булып тора һәм һәр быуын уны яратып уҡый. Кейекбаев традицияларын дауам иттереп, фән менән дә шөғөлләнеп, әҙәби әҫәрҙәр ҙә ижад итеүсе тағы ла бер яҡташыбыҙ – Әнүр Хисмәт улы Вахитов (Туғай ауылы) булыр. Ул шиғырҙар ҙа, хикәйәләр ҙә ижад иткән. Заманында район
ауылдарынан халыҡ ижады өлгөләрен йыйып (риүәйәттәр, легендалар) китап итеп баҫтырып сығарған кеше. Олораҡ быуын Шакир Насировты ла (Ибраһим ауылы) яҡшы хәтерләй. Уның "Серле ҡая” (Уҡлыҡая), "Һыңар ҡолаҡ Хисами” һәм башҡа әҫәрҙәре тыуған төйәгебеҙ һәм уның кешеләре хаҡында. Рус телендә ижад итеүсе Геннадий Молодцев та (Михайловка ауылы) әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ғәйфулла Вәлиев (Имәнлек ауылы) иһә башҡорт әҙәбиәтендә һәм журналистикаһында яҡты эҙ ҡалдырған шәхес. Бөгөн Йөҙимән төп дөйөм белем биреү мәктәбе уның исемен йөрөтә. Яҙыусы һәм драматург Кәбир Аҡбашев (Яңы Заһит ауылы), балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә ижад итеүсе Рәшит Сабитов (Яңғыҙҡайын ауылы, бөгөн шунда йәшәй), шиғриәттән прозаға күсеп бик күп әҫәрҙәр, шул иҫәптән "Йыртҡыс ҡаны” повесы, "Ҡатындар” трилогияһы кеүек әҫәрҙәр ижад итеүсе әҙибәбеҙ Гөлнур Яҡупова (Сәйетбаба), "Ҡытайгород”, "Танкист” кеүек тетрәндергес әҫәрҙәре менән халыҡты һөйөндөрөүсе Әмир Әминев (Һабай), һутлы телле шиғырҙары менән күңелдәрҙе арбаған Кәрим Булат (Яугилде), балалар өсөн ижад итеүсе Рәшит Заһиҙуллин (Татар Саскүле), Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы өскөл хаттарҙы халыҡҡа еткереүсе тынғыһыҙ әҙип һәм журналист Фәрит Вахитов (Ҡотлоғужа), үҙе рәссам, үҙе уҡытыусы-әҙип Нурислам Шәйхолов (Сәйетбаба), талантлы шағир һәм драматург, йәш кенә көйө республикабыҙҙың "Ленинсе” гәзитенә етәкселек итеп, һуңынан БР Президентының Матбуғат секретары вазифаһына тиклем күтәрелеп, ғүмере иртә өҙөлгән Марат Әбүзәров (Таш-Аҫты), шағир һәм журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим булып танылған Ниязбай Сәлимов (Яугилде), дин әһелдәре һәм күренекле яҡташтарыбыҙ (Жәлил Кейекбаев, Социалистик Хеҙмәт Геройы Фахразый Таһиров һ.б.) тураһында әҫәрҙәр ижад итеүсе Лира Яҡшыбаева (Сәйетбаба) кеүек яҡташтарыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Уларҙың артынса әҙәбиәткә юл ярған талантлы шағир һәм драматург Салауат Әбүзәров (Таш-Аҫты), сатира һәм юмор өлкәһендә уңышлы эшләүсе Марат Әминев (Һабай) менән Винер Исхаҡов (Ҡаранйылға), шағир, прозаик һәм өмөтлө драматург Мөнир Ҡунафин (Сәйетбаба), әҙәбиәтебеҙ өсөн ят, үҙенсәлекле стилдә ижад итеүсе йәш яҙыусыбыҙ Рәйлә Сабитова (Сәйетбаба) Ғафури һәм Кейекбаевтар юлын дауам иттереүселәр булып торалар.  Республикабыҙға һәм илебеҙгә киң билдәле, танылған журналист Шәүрә Ғилманова ла ижад кешеһе. Ул Мәжит Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр” әҫәренә яңы ҡараштан сценарий яҙып республика халҡын таң ҡалдырҙы. Эйе, журналис-тар ҙа ижад кешеләре һәм уларҙың да әҙәбиәткә туранан-тура ҡатнашлыҡтары бар. Республикабыҙҙың өс  баҫмаһының баш мөхәррирҙәре ("Башҡортостан” – Нияз Сәлимов, "Ағиҙел” – Әмир Әминев, "Шоңҡар” – Мөнир Ҡунафин) - яҡташтарыбыҙ булыуы беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ. Уларҙан тыш Кушнаренко районы гәзите мөхәррире Айгөл Фәхриева (Уҫман), Күгәрсен районы "Мораҙым” гәзите мөхәррире Рөстәм Сәйетғәлиев (Яугилде), телевидение һәм радио журналистарынан Винера Йомағолова (Үтәк), Гүзәл Борханова (Ерек), Урал Ниғмәтуллин (Сәйетбаба), Ләйсән Усманова (Ерек), Светлана Насирова (Ташбүкән), дикторҙар – Лира Фәйзуллина (Сәйетбаба), Фәрүәз Урманшин (Юлыҡ), Гүзәл Кейекбаева (Еҙем-Ҡаран), телевидение тапшырыуҙары алып барыусылар – Земфира һәм Гүзәл Байбулдиналар телебеҙ һәм әҙәбиәтебеҙ үҫешенә ҙур  өлөш индереүселәр булып торалар.
Бына шундай яҡташтарыбыҙға бөгөн лайыҡлы алмаш үҫеп килә. "Табын” гәзите эргәһендә Гөлнур Яҡупова башланғысы менән "Өмөтлө ҡәләм” ижади конкурсы уҙғарыла килә. Йыл һайын 4-5 тиҫтә уҡыусының ҡулъяҙмалары тикшерелеп, әҫәрҙәре даими рәүештә гәзит биттәрендә донъя күрә. Уҡыусылар өсөн был үҙе үк ижади дәртләндереү булып тора. Ә еңеүселәргә бүләкте Гөлнур Яҡупова йыл һайын үҙе тапшыра. Ошондай сара уҙғарыу киләсәктә лә районда әҙәби ижад менән шөғөлләнеүселәрҙең яңы быуыны үҫеп сығырына ҙур өмөт уята һәм, һис шикһеҙ, шулай буласаҡ та. Сөнки Ғафури тыуып үҫкән төйәк үҙе үк ижадҡа ҡанат ҡуя. Районыбыҙ торғаны бер илһамлы ижад шишмәһе ул.
Самат
ҒӘЛИУЛЛИН.