Тыуған яҡ моңо
22 апреля 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Һәр төбәк үҙенең хозур тәбиғәте, бай тарихы, йыр-моңо, арҙаҡлы шәхестәре, эшһөйәр халҡы менән матур.
Башҡортостаныбыҙҙың нәҡ уртаһында урынлашҡан Ғафури еренән Хоҙай мәғрүр тауҙарын, емеш-еләккә бай урмандарын, сәскә-гөлдәре менән күҙ яуын алып торған ялан-ҡырҙарын, туҡ башаҡлы иген баҫыуҙарын, шифалы һыулы йылғаларын йәлләмәгән. Беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ҙа, беренсе телсе ғалим, профессор Жәлил Кейекбаев та минең яҡташтарым бит.
Утыҙ йылдар элек "Табын” гәзитенең тәүге мөхәррире Ниязбай Сәлимов нигеҙ һалған "Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзаларының ижадына байҡау яһағанда ла ҡәләмдәштәремдең тыуған ергә, илгә, ауылдаштарына, яҡын кешеләренә мөхәббәт, һөйөү хисе менән һуғарылған әҫәрҙәрен һоҡланмай уҡыу мөмкин түгел.
Берекмә ағзалары араһында төрлө һөнәр эйәләре бар: уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, талибәләр, эшҡыуарҙар, хаҡлы ялдағылар. Уларҙы күңел байлығы, шиғриәткә һөйөү, тәбиғәт биргән һәләт берләштерә. "Илһам шишмәләре–2005” шиғриәт фестиваленең өсөнсө премияһы лауреаты, "Табын” район гәзитенең ауыл хәбәрселәре араһында уҙғарылған ижади конкурста Н.Фәрхшатов исемендәге премияның дүрт тапҡыр лауреаты, Ж.Кейекбаев исемендәге район премияһы лауреаты, 16 китап авторы Вилдан Шәриповҡа 93 йәш, ул һаман да сафта, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан тағы  ла бер шиғыр китабын баҫтырып сығарырға әҙерләнә.
Оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләгән Фәрғәт Ғәлин тормошҡа, кешелеккә ғашиҡ, уның күп шиғырҙарына Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор Рәмил Ғимрани көй яҙған. Рәмил Ғимрани үҙе лә матур-матур шиғырҙар ижад итә. Салауат Йосоповтың әҫәрҙәренә фәлсәфәүи йүнәлеш хас, ул тормош, йәшәүҙең мәғәнәһе тураһында яҙа.
Фәйез Садиҡов һәм Миңтимер Кәримовтың шиғриәте тыуған ергә, телгә мөхәббәт менән һуғарылған, заман темаһын күтәреүҙәре менән актуаль. Сайма Игелекова, Фәриҙә Бохарова әҫәрҙәрендә күпме хис-тойғо, моң, һөйөү сағылһа, ике китап авторы Фәүзиә Ҡотлогилдина күҙ алдына илен, телен, динен һаҡларға күтәрелгән көрәшсе булып килеп баҫа. Шағирәләр араһынан бай йөкмәткеле, уйсан тәбиғәтле поэзияһы менән Зилә Сәйетбатталова шиғриәте айырылып тора. Шулай уҡ "Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенә даими рәүештә ҡулъяҙмаларын тәҡдим иткән Әлфирә Фәтҡуллина, Рәмзиә Заһиҙуллина, Минзилә Рәхимова, Илфира Шәрипова, Фәниә Ваһапова, Әминә Йәрмиева, Гөлшат Вәлиева, Әлфиә Исҡужина, Миңнура Шириязданова ижады ла иғтибарға лайыҡ.
Рәмзиә
МОНАСИПОВА.