Музейыбыҙ - хәтер йорто
22 апреля 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

М.Ғафури музейынан кеше өҙөлмәй.М.Ғафури музейынан кеше өҙөлмәй.1965 йылдың 30 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы тарафынан Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда йорт-музей төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ул колхоз көсө менән төҙөлөп, 1970 йылдың 30 октябрендә тантаналы рәүештә асыла.
Музейға етәкселек итеү эше йәмәғәт башланғысында Еҙем-Ҡаран мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рисәлә Рәүеф ҡыҙы Ҡадироваға тапшырыла. Был вазифала 1972 йылға тиклем эшләгәс, музейға Зөфәр Хәлил улы Әбделмәновты директор итеп ҡуялар. Артабанғы йылдарҙа Нәжметдин Аллаяр улы Фәрхшатов, Әлфиә Шәмғун ҡыҙы Рәхмәтуллина, Сажиҙә Жәүжән ҡыҙы  Мәүлетовалар етәкселек итә. 1994 йылдан алып бөгөнгө көнгәсә тырыш, үҙ эшенә мөкиббән, ижади ҡарашлы Рәсилә Зиннәт ҡыҙы Нәжметдинова директор йөгөн тарта. Ул экскурсияға килеүселәрҙе ихлас ҡаршы алып, музей менән таныштыра.
Дүрт тиҫтәнән ашыу йыл арауығында М.Ғафуриҙың йорт-музейы яңынан-яңы экспонаттар, материалдар менән тулылана барып, хәҙер 1000-гә яҡын экспонатты үҙ эсенә ала. Музейҙың дөйөм майҙаны 70 кв. м. тәшкил итә. Экспонаттар һаман да артыу өҫтөндә.
Музейға тупланған ҡомартҡылар әҙәби-мәҙәни мираҫ булыуҙан тыш рухи хазина ла булып тора.
4 экспозиция залының өсәүһендә урынлашҡан документаль экспозиция Мәжит Ғафуриҙың тормошо һәм ижады менән таныштыра. Материалдар бала сағы, "Рәсүлиә”, "Ғәлиә”, "Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәләрендә уҡыған йылдары хаҡында һөйләй.  Ҡомартҡылар шағирҙың бала сағынан алып, уны һуңғы юлға оҙатҡанға тиклемге осорон хронологик тәртиптә сағылдыра.
М.Ғафуриҙың йорт-музейы тулы тормош һәм киләсәккә ҙур маҡсаттар менән йәшәй.