Маймыл ниҙәр майтарыр?
30 декабря 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Маймыл ниҙәр майтарыр?СЫСҠАНДАР йыл һуҙымында Маймылдың кимереүсегә иш түгеллегенә ышана барыр. Һеҙгә үҙегеҙгә, бары тик үҙегеҙгә ышанырға ҡала. Һәр нәмәлә һаҡлыҡ кәрәк булыр, ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеү төп девизығыҙға әйләнһен. Ә бына шәхси тормошто сағыу, тулы итеп йәшәй алаһығыҙ. Маймыл шуҡлыҡты ярата.
ҺЫЙЫР йылында тыуғандарға Ҡояш аҫтындағы урын өсөн көрәшкә ваҡыт әрәм итергә тура килмәҫ. Һыйыр мөгөҙө әллә ниндәй ауырлыҡтарҙы элеп алып һелкеп һалғанын аңлап алғас, Маймылдың күңеле һеҙгә тәрән ихтирам менән тулыр ҙа, уңышҡа табан нисек юл ярғанығыҙҙы ситтән генә күҙәтер. Хөрмәт итһә лә, финанс хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итмәҫ, әммә һеҙҙең тотороҡлолоҡто ла боҙмаҫ.

ЮЛБАРЫҪ йылында тыуғандар, һәр  ваҡыттағыса, был йылға ла һаҡ ҡына килеп инер. Һәм бик тиҙҙән яңы 2016 йыл хужаһының үҙенә бер ниндәй зыян һала алмаҫын аңлап алыр (хәйер, файҙа килтермәҫен дә төшөнөр). Әммә Юлбарыҫ менән Маймылдың бер уртаҡ һыҙаты бар – тормош яратыу, сәйәхәткә, ваҡиғалар уртаһында ҡайнарға ынтылыш. Бында инде Маймыл Юлбарыҫҡа нисек кенә ярҙам итә ала әле!
ҠУЯН менән Маймыл дуҫ булыуы мөмкинме? Ҡурҡаҡ, тыйнаҡ Ҡуянды батырлыҡтарға этәреп тороусы Маймыл был һүҙҙәрҙе дөрөҫләр. Ҡуяндың үҙ-үҙенә ышанысы артыр, еңеү тәмен тойоп алғас, проблемаларҙы еңел генә хәл итер. Бигерәк тә финанс эштәрендә йыл емешле булыр. Тик иҫтә тотоғоҙ: муллыҡҡа юлды Ҡуян төптән уйлап, һаҡ ҡына һалырға тейеш!
АЖДАҺАның былай ҙа хакимдарса булмышы 2016 йылда тамам ҡатҡылланыр. Елбәҙәк Маймыл менән иҫәпләшеп тороуҙы ул кәрәк тип тә тапмаҫ һәм барыһын да – үҙ яҙмышын, яҡындар хаҡында хәстәрлек, юл тотасаҡ йүнәлеште (ә ул мотлаҡ уңышҡа илтәсәк) үҙ ҡулына алыр. Мөхәббәт өлкәһендә лә абруйығыҙ ҡаҡшамаҫ. Тик икенсе яртығыҙҙың хистәре менән уйнамаһағыҙ ине. Карьера, финанс өлкәһендә лә һеҙҙең ныҡышмаллыҡ, егәрлелек менән яңы офоҡтар асылыр.
ЙЫЛАН йылында тыуғандарға Утлы Маймыл һынау артынан һынау ебәрер: техникағыҙ ватылыуҙан бушамаҫ, алған әйберегеҙҙең файҙаһы күренмәҫ. Аптырап, көслө иң йәки дуҫ эҙләрһегеҙ, тик уларҙың да өмөтөгөҙҙө аҡлауы икеле. Ә бына финанс өлкәһендә һикерәндәк Маймыл уңыш ебәрмәксе. Донъя иҡтисади көрсөгө күптәрҙе тубыҡландырғанда, һеҙ – атта! Дөрөҫ, үҙегеҙҙәге йыландарға хас йылғырлыҡ, салт аҡыл һәм үҙ файҙаңды ҡайыра белеү сифаттарын эшкә егергә кәрәк булыр.
ЙЫЛҠЫлар 2016 йылды батша йәки әле генә һайланған президент һымаҡ үткәрер. Бер кем дә һеҙҙең абруйға шикләнмәҫ. Сәбәбе – һеҙҙәге үҙ-үҙеңә ышаныс. Иң мөһиме – был йылды һеҙ шәхсән үҙегеҙгә бағышлай алаһығыҙ. Айырыуса шәхси тормошта. Яңғыҙаҡтар күп яңы кешеләр араһында үҙ берҙән-берен табыуы бар, ә ғаиләлеләрҙең ишенә ҡарата мөхәббәте ҡабат ҡабыныр.
ҠУЙҘАРға бошонорға, борсолорға бер сәбәп булмаҫ. Утлы Маймыл үҙ хакимлығын башлау менән һеҙ "аңра һарыҡ” битлеген ташларһығыҙ ҙа, мәңге икеләнеүсән, мәңге үҙендә ҡаҙыныусан кеше урынында барыһы ла ысын ҡаһарманды күрер. Шәхси тормош тигән серле өлкәлә лә тәбиғи тыйнаҡлығығыҙҙы ситкә ҡуйырға кәрәк булыр. Бизнес, финанс тирәһендә иһә йыртҡыслыҡ кәрәкмәй. Әйҙә, донъя көслөләре үҙ-ара ыҙғышһын, ә ҡуй улар ысҡындырғанды йыйып алыр. Карьера өлкәһендә лә шулай.Маймыл ниҙәр майтарыр?
МАЙМЫЛ йылы вәкилдәре 2016 йылда, әлбиттә, Уңыш ханымдың  иң яратҡаны! Улар йыш ҡына ҡыҙыҡлы танышлыҡтар, иҫтәлекле ваҡиғалар, уңышлы әйберҙәр алып ҡыуаныр. Тик шатлыҡты башҡалар менән уртаҡлашыу ҡамасауламаҫ ине. Финанс, карьера өлкәһендә иһә үҙ абруйығыҙҙы тулыһынса күрһәтә алаһығыҙ. Башҡаларҙы баҙатҡан ҡыҙыу үҙгәрештәрҙә Маймыл һыуҙағы балыҡтай йөҙөп, уңыш йыйыр.
ТАУЫҠтар 2016 йылда һәр ҡайҙа, һәр ваҡыт үҙен "үҙ кетәгендә” итеп тойор, йәшәү дәрте, мажаралар көҫәү теләге күпкә артыр. Йондоҙнамә иһә ташып торған көсөгөҙҙө финанс өлкәһен үҫтереүгә һалырға кәңәш итә. Әгәр  һеҙ үҙ эшегеҙ йәки бизнес менән шөғөлләнәһегеҙ икән, 2016 йылдағынан да шәп осор бүтән булмаясаҡ. Һеҙҙән ҡулай мәлдәрҙе эләктереп ҡалыу һәм ваҡытында эске тауышты ишетеү генә талап ителә.
ЭТ йылында тыуғандар, Маймыл йылы етеү менән, барыһын үлсәп ҡарағас, шундай уйға килер: аҡыллы, тоғро, ярҙамсыл, ҡыҫҡаһы иң шәп кеше – Эткә башҡалар ҡурайына бейеүҙән, барыһын ҡотҡарыуҙан, яҡлауҙан туҡтап, үҙе хаҡында уйларға ваҡыт. Эйе, хөрмәтле Эттәр, сәләмәт мин-минлек һеҙгә ҡамасауламаҫ. Аҡса мәсьәләләрендә һуңғы тинен донъяны ҡотҡарыуға сығарып һалыусы Эт урынын теүәл иҫәп алып барған, планлы эш иткән кеше алыр. Был йылда Эттәр тирәһендә хәүеф, мәкер ҙә байтаҡ булыр. Һиҙгерлекте юғалтмағыҙ.
ҠАБАНДАРға "ҡасырға, йәшеренергә” тигән уйҙар 2016 йылда йыш килер - әрһеҙләнеп эшкә тотонған Маймыл уны шул тиклем ҡурҡытыр. Әммә йыл хужабикәһе Ҡабан менән борсаҡ бешмәҫен тиҙ һиҙер, уға иғтибарын юғалтыр, нисек теләйһең – шулай йәшә, тиер. Ҡабан шулай итер ҙә: иренеп кенә ағым ыңғайына йөҙөр, нимәлер үҙгәртергә тырышмаҫ.