Тырышлыҡта - уңышлыҡ
27 января 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"Тырышлыҡта - уңышлыҡ" тип юҡҡа ғына әйтмәй халыҡ мәҡәле. Рәмилә Әшерәф ҡыҙы Зәйниеваның сираттағы методик ҡулланмаһын ҡулға алғас, шулай тинем дә шатланып, уның ҡулын ҡыҫтым.
Ижади уҡытыусы, талантлы педагог, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең ҙур тәжрибәһе менән һәр ваҡыт уртаҡлашып йәшәй. Ул педагогия фәндәре кандидаты Ә.Т.Мәүлийәрова менән күптән хеҙмәттәшлек итә. Күптән түгел донъя күргән "Әҙәби уҡыу" дәреслегенә методик ҡулланмаһы шуға сағыу миҫал булып тора. Уҡытыуҙың яңы стандарттарына тулыһынса яуап биргән был ҡулланма башланғыс класс уҡытыусыһына ҙур методик ярҙам буласаҡ, тип уйлайым. Унда төрлө типтағы дәрес өлгөләре, эш төрҙәре бик бай һәм йөкмәткеле итеп бирелгән.
Рәмилә Әшерәф ҡыҙының ошо уҡ дәреслеккә эшләнгән   2009   йылда  сыҡҡан методик ҡулланмаһының быныһы тулыландырылған варианты. Программала "Әҙәби уҡыу" дәресен бер сәғәткә ҡыҫҡартыу сәбәпле, ҡулланмала ла ҡайһы бер темалар йә ҡыҫҡартылған, йә дәреслектән алып ташланған. Әммә телгә һөйөү, уҡытыуға ҡарата яуаплылыҡтың бының һөҙөмтәһендә һис бәҫе төшөргә тейеш түгел, минеңсә. Шуға күрә лә ҡулланманы эшләгән авторҙар һәр дәресте сағыу ауыҙ-тел ижады, яңы технология алымдары менән биҙәргә тырышҡан. Урынлы ҡулланылған мәҡәл, әйтем, йомаҡтар менән бергә проблемалы уҡытыу, әҙәби тексты моделләү, проект методы һәм башҡа яңы алымдар быға сағыу миҫал булып тора. Был ҡулланма тағы шуныһы менән ҡәҙерле: һәр уҡытыусы үҙенең эш программаһын төҙөгәндә тулыһынса календарь-тематик планды был ҡулланманан алып эш итә ала. Шулай уҡ бай йөкмәткеле ҡушымта мөғәллимәләр өсөн ҙур ярҙамсы: унда дәреслеккә ингән яҙыусыларҙың ҡыҫҡаса биографияһында уларҙың бала сағы күберәк яҡтыртыла. Был бала өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Шулай уҡ ҡушымтала уҡыу һәм әҙәби уҡыу дәрестәрендә ҡулланылған эш төрҙәре бирелгән. "Хеҙмәт юлымда минең эшемде күрә һәм баһалай белгән кешеләрҙе осратыуыма Аллаһы Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәт-лемен. Шуларҙың береһе, әлбиттә, күп йылдар район мәғариф бүлегендә башлан-ғыс кластар методисы булып эшләгән, ә хәҙерге көндә район уҡытыусыларының методик кабинет етәксеһе хеҙмәтен башҡарған Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙы Мөхөтдинова. Ысынлап та, етәксебеҙҙән уңдыҡ. Талантлы уҡытыусыларҙы күрә лә, эшләтә лә, күрһәтә лә белде. Изгелеге үҙенә һәм ғаиләһенә меңләтә әйләнеп ҡайтһын," - ти Рәмилә Әшерәф ҡыҙы, һоҡланыуын йәшермәй. Мин дә был һүҙҙәргә ысын күңелдән ҡушылам һәм Рәмиләгә сәләмәтлек һәм ижади уңыштар теләп ҡалам.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.