Йөҙөп эшләгән өҙөп тешләй
29 февраля 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йөҙөп эшләгән  өҙөп тешләйСәйетбаба ауылында әленән-әле төрлө саралар ойошторолоп тора. Яңыраҡ иһә "Хәрәкәттә – бәрәкәт” исемле бик күркәм байрам уҙғарылды. Исеменән үк күренеүенсә, хәрәкәт итеп, ил-көнгә бәрәкәт килтереүсе өлкән быуын кешеләренә бағышланған ине ул.
Ауыл мәҙәниәт йорто фойеһында кескәй йәрминкә ойошторолдо был көндө. Байрамға килеүселәргә төрлө әйберҙәр, ауыл хужалығы продукцияһы тәҡдим ителде. Һөт, май, ҡорот, йомортҡа булһынмы, яңы ғына өҙөлгән кеүек ҡыҙарып бешкән еләк, ҡара бөрлөгән (туңдырып һаҡлағандар), кишер булһынмы, барыһы ла бар ине. Ауыл оҫтаһы Рабиға Йәрмиева аҫалы балаҫтарын, башҡа ҡул эштәрен һатыуға сығарған. Айзирәк Йәнмырҙина, Асия Хызырова, Мәрүәр Сабитова, Фәрхиә Мөхәмәтдинова, Зәйтүнә Баязитоваларҙың төрлө продукцияһын халыҡ теләп һатып алды. Мәҫәлән, Айзирәк Йәнмырҙина был көндө үҙе генә 5,5 мең һумлыҡ продукция һатыуға өлгәште.
Ә был мәлдә залға йыйылған халыҡ кино ҡарарға йыйына ине. Эйе, эйе, хәс тә уҙған быуаттағыса. Сәхнәгә аҡ экран элеп ҡуйылған. Оҙон-оҙон кинотаҫмалар яҙылған дискыларҙы әйләндергеләп, Ханнан Ишмырҙин боронғо кино аппаратураһын көйләй. Уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында,  ул саҡта һәүәҫкәр кинематографист Ханнан Ишмырҙин, хәҙер районда киң билдәле эшҡыуар, ауылдаштарын киноға төшөрөп алған. "Йондоҙ” колхозының йондоҙҙай балҡыған саҡтары була ул. Хужалыҡ рәйесе Аҙнабай Йәноҙаҡов, партком секретары Вилдан Шәрипов, ауыл Советы рәйесе Фәйзулла Хәйруллин эшләгән осорҙар ауыл тарихы биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙылған. Шул осорҙа фиҙаҡәр эшләгән, үҙҙәрен дә, ауылдарын да данға күмгән кешеләрҙең байтағы яҡты донъяла юҡ инде. Кино ҡарау барышында уларҙың һәр береһен исемләп атап, яҡшы яҡтарын хәтерләп, иҫкә алып ултырҙылар. Күмәкләп кино ҡарау онотолған осорҙа ауыл халҡы өсөн был күренеш ысын мәғәнәһендә оло байрам, күңел кинәнесе алыу ине. Ошондай кино күрһәтеү илебеҙҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Кино йылына тап килтерелеүе айырыуса үҙенсәлек өҫтәне. Халыҡ күмәкләп кино ҡарауға һыуһаған. Ауылдаштары хаҡында төшөрөлгән фильм-ды ҡарау һәр кем өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Шуға ла төп сара тамамланғас та халыҡ таралырға ашыҡманы, тағы ла кино ҡарарға ултырыусылар бихисап булды.
Ә төп сара данлы тормош юлы үтеп тә, бөгөн дә ауыл тормошо менән ҡайнап йәшәп, үҙ шәхси хужалыҡтарында төрлө эш башҡарып, ярайһы килем алып, башҡаларға өлгө күрһәтеп йәшәүсе оло бы-
уын кешеләрен хөрмәтләүгә арналған ине. Хәрәкәтте, хеҙмәтте данлаған сара "Аҡбейек” ирҙәр вокаль ансамбле башҡарыуында "Хеҙмәткә дан!”, "Ялан батыры” йырҙары менән башланып китте. Ауыл ветерандар советы рәйесе, ошондай сараларҙы башлап йөрөүсе Закир Ишмырҙин үҙ сығышында егәрле, әүҙем тормош алып барыусы ауылдаштарын барланы.
- Абруйлы ауыл-дашыбыҙ Минәхмәт Байбулдин: "Егәрлеләргә - хөрриәт, ялҡауҙар-
ға – үлем”, - тип әйткән ине бер саҡ. Уның был һүҙҙәрен халҡыбыҙҙың девизы итеп алып, әләм итеп күтәрергә кәрәк. Бөгөн етеш йәшәү өсөн бар мөмкинлектәр бар. Тик ялҡауланмаҫҡа  ғына  кәрәк. Ә был хәрәкәткә бәйле. Шуға ла сарабыҙҙың исемен "Хәрәкәттә - бәрәкәт” итеп алдыҡ. 70-80 йәшлек ветерандарыбыҙ йәштәргә өлгө күрһәтеп донъя көтә. Төп маҡсатыбыҙ уларҙы күрһәтеү, улар өлгөһөндә халыҡты аҡса эшләргә өйрәтеү тора, - тине Закир Вәлиулла улы үҙ сығышында.
Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлкова был сараның тәрбиәүи әһәмиәте ҙур булыуын, районда 51 беренсел ойошма араһында Сәйетбаба ветерандар ойошмаһының әүҙем эш алып бары-уын билдәләне һәм бер төркөм ветерандарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Улар араһында Закир Ишмырҙин, Зәйтүнә Шәмситова, Фәнил Суфиянов, Клара Ибраһимова, Ханнан Байбулдин, Миңзилә Рәхимова, Рәүилә Лоҡманова бар ине.
Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Эльвира Насирова ла райондың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәүсе бер төркөм зыялыларҙы Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Заһира Вәлиева, Рәсүл Вахитов, Ниязи Вәлиев, Миңнур Исхаҡов, Фәнүр Фәхриев, Наил Хызыров Рәхмәт хаттары алып ҡыуанды.
Сара барышында алып барыусылар (Гәүһәр Байбулдина менән Миңһылыу Абдуллина) әүҙем тормош алып барыусы, үҙ хужалыҡтарында төрлө ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе, башҡа төрлө кәсеп итеүсе ауылдаштарын төркөм-төркөм сәхнәгә саҡырып сығарып, уларға ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлама биреп, ҡайһы берҙәренең үҙҙәренән һөйләтеп, йәнле әңгәмә алып барҙылар. Оло быуын кешеләренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла барҙы. Был көндө бик күп тырыштарҙың исем-шәрифтәре аталды. Миңлегөл Фәхретдинова, Абдулла Байбулдин, Нәзирә Мансурова, Флүрә Ниғмәтуллина, Рәйсә Зәйнуллина, Хәмиҙә Йәрмиева, Рәшиҙә Ишемйәрова, Зәйтүнә Шәмситова, Фәриҙә Ғилманова, Фәрит Мөхәмәҙиев, Мөхәмәтулла Мөхәмәҙиев, Миңлебай Ниғмәтуллин,Суфия Аҡбашева, Сәлих Рахманғолов, Хәмиҙә Атанғолова, Зәйтүнә Баязитова, Фәнизә Мәүлетҡолова, Минәхмәт Рахманғолов, Фәтих Сираев, Ишбирҙе Хызыров, Рабиға Йәрмиева, Тутыя һәм Кәбир Мәүлетҡоловтар, Мөнирә Йәноҙаҡова һәм башҡалар тырышып донъя көтәләр, баҡса үҫтерәләр, мал-тыуар ҡарап, етеш йәшәргә ынтылалар. Уларҙың сараға килеүселәре сәхнә түренә саҡырып сығарылды, килә алмағандары маҡтап кителде. Шулай уҡ ауыл эшҡыуарҙары– Зәлиә Фәйзуллина, Фирҙәүсә Зиннурова, Илфир Ишмырҙин, Ғәзиз Зиннуров, Хәйҙәр Сөләймәновтарҙың эшҡыуарлыҡ менән бер рәттән күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап донъя көтөүҙәре ыңғай яҡтан билдәләнде, уларға тиңләшергә саҡырылды.
"Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәзим Мәүлетҡолов бындай сараларҙың халыҡты берләштереүен, дәртләндереүен әйтеп үтте.  Ауыл биләмәһе башлығы Рәмил Латипов сараға йомғаҡ яһап, уның тәрбиәүи әһәмиәтен билдәләне, әүҙем тормош алып барғандары өсөн ветерандарға рәхмәт белдерҙе. "Хәрәкәттә - бәрәкәт” тип аталған күркәм кисә йыр-моң менән бергә үрелеп барҙы. Башлыса ололар сығыш яһаны. Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаларының мөнәжәт әйтеүе, "Тимербайҙың биш бисәһе” шаян бейеүен башҡарыуҙары, ирҙәрҙең  "Аҡбейек” вокаль ансамбле, "Сыуалташ” фольклор ансамбле сығыштары сараның бер биҙәге булды. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Абдулла Байбулдин, Миңлегөл Фәхретдинова ауылдаштарына йыр күстәнәсе бүләк итте. Ниязи Вәлиев башҡарыуындағы "Элмәлек”, Миңнур Исхаҡовтың "Һандуғас”, Илдар Яҡуповтың "Ғүмерҙәр уҙа икән”, Закир Ишмырҙиндың тальян тартып йырлауы, Наил Хызыровтың хеҙмәт темаһына һәм халыҡ йырҙарын башҡарыуҙары, "Ҡояшҡай” кафеһы хужабикәһе Нәзирә Рәхмәтуллинаның ауылдашы Зәйтүнә Баязитоваға  80 йәше тулыу айҡанлы бүләк тапшырып, йыр башҡарыуы тамашасылар күңеленә һары май булып яғылды.
Хеҙмәткә һәм хәрәкәткә дан йырланған сара ысынлап та, бик күркәм һәм ойошҡан рәүештә уҙҙы. Сәйетбаба халҡы бындай кисә уҙғарып үҙҙәренең берҙәмлеген, тырышлығын, уңғанлығын, ауыр заманда ла тырышып донъя көтөргә әүәҫлектәрен иҫбатланы. Рәмил Латипов: « "Йондоҙ” колхозының данлы тарихын сағылдырған кинолағы кеүек, баҫыуҙарыбыҙ ҙа туҡ башаҡтарға тулҡынланһа, күңелдәребеҙ тағы ла күтәренкерәк, донъябыҙ түңәрәгерәк булыр ине », - тигәйне. Уның был фекере менән килешмәү мөмкин түгел. Сәйетбабалар хеҙмәттә лә ошолай берҙәм булһалар, быға өлгәшерҙәренә шик юҡ.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.