Яңы үрҙәргә артылғанда...
04 апреля 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Байрам уңайынан район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Эльвира Нурислам ҡыҙы НАСИРОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Эльвира Нурислам ҡыҙы, уҡыусыларыбыҙҙы уҙған йыл һөҙөмтәләре менән таныштырып үтһәгеҙсе.
- Билдәле булыуынса, 2015 йыл районыбыҙ өсөн иҫтәлекле юбилейҙарға бай булды. Август айында М.Ғафуриҙың һәм районыбыҙ юбилейын юғары кимәлдә үткәреү өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бар көстәрен һалып тырышты. Уңыштарыбыҙ ҙа күп булды. Мәҫәлән, район мәҙәниәт һарайында эшләп килгән "Эксклюзив” балалар бейеү коллективына "өлгөлө” исеме бирелһә, "Перевал” инструменталь йыр ансамбле "халыҡ” исеменә лайыҡ булды. Еҙем-Ҡаран ауылындағы Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы "Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы” номинацияһында 100 мең һумлыҡ Республика Башлығы грантын алыуға өлгәште. Ҡаранйылғалағы Жәлил Кейекбаевтың Йорт-музейы ла "Минең музейым” номинацияһында 2 призлы урынға һәм Мәғариф министрлығының 2 Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Быйылғы уңыштарҙың береһе – күптән түгел Сәйетбаба мәҙәниәт йорто 100 мең һумлыҡ грант алды.
Ғөмүмән, Мәҙәниәт министрлығы уҙғарған бик күп смотр, конкурс-фестивалдәрҙә райондың ижад коллективтары әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай.
- Ҙур учреждение етәксеһе булараҡ, эшмәкәрлегегеҙҙең күп яҡлы икәне билдәле. Мәҙәниәт усаҡтарын тейешле кимәлдә тотоу өсөн ремонт-төҙөкләндереү эштәре тураһында ла әйтергә кәрәктер.
- Эйе, был йәһәттән дә ярайһы уҡ мөһим эштәр башланды. Капиталь ремонт өсөн Аҡкүл мәҙәниәт йортона 828 мең һум, Ибраһим ауыл клубын яңынан тергеҙеү өсөн 3 млн 600 мең һум аҡса бүленде. Өҫтәп 600 мең һум аҡса бүленәсәк Аҡкүл клубын тантаналы асыу 1 майға, ә Ибраһимдыҡы йәйгә планлаштырылған. Быйыл Үзбәк, Антоновка, Ҡауарҙы мәҙәниәт йорттары ремонтланасаҡ.
Шулай уҡ "Берҙәм Рәсәй” партияһының "Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә Табын, Родина, Ҡауарҙы, Юлыҡ, Игенйылға ауыл клубтарында ҙур эштәр башҡарылды. Ағымдағы йылда ошо уҡ программа  буйынса Ташбүкән, Ҡурғашлы, Ташлыла ремонт уҙасаҡ.
Былтыр район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән "Мағаш” ҡурайсылар ансамбле өсөн 100 мең һумлыҡ сәхнә костюмдары ла тектерҙек.
- Әлеге йылда ниндәй мәҙәни саралар планға ингән?
- Әлбиттә, беҙҙең алда, тәү сиратта, башланған ремонт эштәрен тамамлау бурысы тора. Үткәреләсәк саралар ҙа бихисап. Иң мөһимдәренә туҡталып киткәндә, апрель айында, мәҫәлән, төрлө район-ҡалаларҙан ҡунаҡтар саҡырып Ҡурай байрамы уҙғарырға әҙерләнәбеҙ.
"Яратам һине, тормош!” республика фестиваленең зона этабы быйыл беҙҙә үткәрелә. Уға 8 райондан һәүәҫкәр артистарҙың килеүе көтөлә. 15 июлдә Мәҙәниәт министрлығының теләге, беҙҙең һорауыбыҙ буйынса "Мәргән уҡсы” республика конкурс – фестивален уҙғарыу ҙа ҡаралған. 11 октябргә Жәлил Кейекбаевтың 105 йыллыҡ юбилейына ла республиканан абруйлы ҡунаҡтар көтөлә. Әҙерлек барышында Ж.Кейекбаевтың музейына капиталь ремонт эшләү күҙ уңында тотола. Ошо уҡ датаға ҡарата Сәйетбаба мәҙәниәт йортонда күп функциялы мәҙәни үҙәк асыу ҙа планда бар. Ра-йон кимәлендәге сараларҙан "Тальян гармун” бәйгеһен, Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығына ҡарата район учреждениелары, ойошмалары араһында хор конкурсы үткәрергә уйлайбыҙ.
Быларҙан тыш, һәр айҙа бер ауыл клубында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең
район семинарҙары үткәрә башланыҡ. Уларҙың Сәйетбабала уҙғаны фольклор темаһына, Еҙем-Ҡарандағыһы театр коллективы эшенә арналһа, Юлыҡ ауылында буласаҡ киләһе семинар түңәрәктәр эшен яҡтыртасаҡ.
- Эльвира Нурислам ҡыҙы, байрамығыҙ уңайынан юғары уңыштарға өлгәшкән коллективтарҙы, маҡтауға лайыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе лә билдәләп үтергә кәрәктер.
- Районда 35 мәҙәниәт усағы, 17 китапхана, балалар сәнғәт мәктәбе, Ғафури тарих-крайҙы өйрәнеү музейы, Ж.Кейекбаев һәм М.Ғафуриҙың йорт-музейҙары уңышлы эшләп килә. Клубтарҙағы 218-ҙән ашыу үҙешмәкәр халыҡ ижады коллективтары һәм төрлө түңәрәктәрҙә 4953 кеше ижад менән шөғөлләнә. Районда "халыҡ”, "өлгөлө” исемдәренә лайыҡ булған 15 коллектив бар. Улар бейеү, театр, фольклор йүнәлешендә эшләйҙәр.
Район, республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә сығыш яһап,  смотр-конкурстарҙа призлы урындар яулаусы ижади коллективтарыбыҙ һәм уларҙың етәкселәре - "Быҙыбыт” өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе Илшат Хәбибуллин, "Эксклюзив” өлгөлө бейеү коллективы етәкселәре Ольга Кирдеева менән Эльвира Хөснөтдинова, "Мағаш” халыҡ ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Рәмил Ҡотдосов, "Уҡлыҡая” ирҙәр халыҡ вокаль ансамбле етәксеһе Рәмил Ғимрани, "Айгүзәл” халыҡ бейеү коллективы етәксеһе Айгөл Буранова, "Перевал” инструменталь йыр ансамбле һәм халыҡ тынлы оркестры етәксеһе Сергей Князев, "Землячки” халыҡ ветерандар хоры, район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Елена Рябова, "Асанай” халыҡ фольклор төркөмө етәксеһе Гәүһәр Байбулдиналарҙы атап үтергә кәрәк.
Районда эшләп килгән 5 халыҡ театрын да тик яҡшы яҡтан ғына телгә алырға була. Уларҙың барыһында ла үҙ һөнәрҙәрен яратҡан, тәжрибәле етәкселәр ижад итә. Мәҫәлән, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Зәйнешева етәкләгән Ғафури халыҡ театры коллективы бер йылда өс премьера әҙерләп тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Быйыл емешле генә эшләгән Бурлы мәҙәниәт йорто драма коллективына "Театр яҙы” һөҙөмтәләре буйынса "халыҡ театры” исемен бирҙек.
Йомғаҡлап шуны әйткем килә, районыбыҙҙа мәҙәни өлкәгә район хакимиәте тарафынан ҙур иғтибар һәм ярҙам күрһәтелеүе эшебеҙгә этәргес көс бирә, яуаплылыҡ өҫтәй. Артабан да халыҡтың мәҙәниәткә, сәнғәткә булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп, ең һыҙғанып эшләрбеҙ тип уйлайым.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Эльвира Нурислам ҡыҙы. Ижади эшегеҙҙә уңыштар, тамаша залдарығыҙҙың һәр ваҡыт тулы булы-уын теләйбеҙ.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА әңгәмәләште.