Күңелдәрҙе әсир итерлек тамаша булды
30 марта 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Күңелдәрҙе әсир итерлек тамаша булдыКүптән түгел Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йорто сәхнәһендә билдәле шағир, һәләтле драматург булып танылған яҡташыбыҙ Салауат Әбүзәровтың "Әсир” драмаһы премьераһын ҡарау насип булды. "Ҡаран” халыҡ театры һәүәҫкәрҙәре премьераға авторҙың үҙен һәм "Башҡортостан” гәзитендә эшләгән ҡәләмдәштәрен, райондың "Табын” гәзите хеҙмәткәрҙәрен саҡырғайны.
Һәр кемде тетрәндерерлек, әсир итерлек тамаша булды "Әсир”. Драматург халыҡ аңлап, күңеленә яҡын ҡабул иткән, күптәр үҙ башынан үткәргән теманы һайлаған. Был тамашаны ҡарағандан һуң, авторҙың драманы ни өсөн "Әсир” тип атағанын да тойомларға була: һуғыш осоронда әсирлеккә эләккән кеше тураһында булғанға ғына түгел, ә уның оҙаҡ йылдар үткәндән һуң да кешеләрҙең үҙе хаҡындағы насар уйы, насар фекере әсирлегенән ҡотола алмауы хаҡында һөйләнелә был әҫәрҙә. Көсөргәнешле, көслө конфликтлы булыуы менән ул тамашасының иғтибарын ситкә ебәрмәй. Бер генә репликаны, актерҙарҙың мимикаһын, интонацияһын иғтибарҙан яҙлыҡтырмаған тамашасы үҙе лә һиҙмәҫтән сәхнәләге ваҡиғалар уртаһына инеп китә, геройҙарҙың кисерештәре менән йәшәй башлай.
Әҫәрҙе тамашасының ысынбарлыҡ итеп ҡабул итеүе, актерҙарҙың кисерештәрен йөрәге аша үткәреүе инде артистарҙың, спектаклде әҙерләгән режиссерҙың оҫталығына бәйле. Был йәһәттән еҙемҡарандарға "Афарин!” тиергә генә ҡала. Өс тиҫтә йылдан ашыу сәхнәнән төшмәгән Риф ағай Ихсанов төп роль – Сәлмәнде шул тиклем оҫта итеп, килештереп уйнаны. Ике һүҙенең береһендә "немец ялсыһы”нан һалдырып, "Илгә еңеү яулаған колхозсыларға рөхсәт ителмәгәндә нишләп немец ялсыһы ат тоторға тейеш” тип ҡаныҡҡан бригадир Мәхмүт (Винер Ғәбдиев) атты һуйырға кешеләр саҡырып килтергәс, сараһыҙлыҡтан сит кешеләрҙе яҡын ебәрмәҫтән Сәлмән атын үҙе салырға мәжбүр була. Ҡулына ҡанлы бысаҡ тотоп баҡсанан ингән Сәлмәнде танырлыҡ түгел: бөгөлөп төшкән ҡарттың күҙҙәрендә йәш мөлдөрәй… Был мәлдә залдағы тамашасылар ҙа уның менән бергә ҡушылып иланы, уны ошо хәлгә килтереп еткергән Мәхмүтте нәфрәт утында көйҙөрҙө.
Ҡартының кисерештәрен ҡарашынан аңлап-тойоп торған Ғәлимә ролен башҡарыусы Гүзәл Шафиҡова ла үҙен һәләтле актер итеп күрһәтте. Уларҙың үҙ геройҙарының асылын асып биреү, кисерештәрен сағылдырыу йәһәтенән еренә еткереп уйнауы тамашаның тәьҫир көсөн тағы ла арттыра.
Ғөмүмән, һәр кем бар оҫталығын һалып уйнаны. Флүзә Шәйәхмәтова (Сәлимә), Дамир Биктимеров (Шамил), Рита Мөрәсева (Шәүрә), Динира Биктимерова ла (лейтенант) бары тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ.
- Премьераға бик ҡурҡып, яҡташтарым әҫәремде ҡабул итерме, тип борсолоп килдем. Шаршау асылғанға тиклем башта бер генә уй булды: актерҙар әҫәрҙең темаһын асып бирә алырмы, тамашасылар уны аңлап ҡабул итерме? Тәүге күренештән үк, бөтә борсолоуҙарым юҡҡа сыҡты. Үҙ әҫәремде үҙем йәшкә  төйөлөп ҡараным. Ауыл сәхнәһендә бындай тамаша көтмәгәйнем. Рәхмәт һеҙгә, - тине Салауат Әбүзәров премьеранан һуң артистарға, тамашасыларға мөрәжәғәт итеп.
"Башҡортостан” гәзитенең бүлек мөдире Венер Исхаҡов, "Табын” гәзите мөхәррире Мәрхәбә Собханғолова ла артистарҙың оҫталығына һоҡланыуын йәшермәне. Салауат Әбүзәровҡа, һәүәҫкәр артистарға ла ижади уңыштар теләнеләр.
Ә тамашасылар ошондай халыҡсан әҫәр ижад иткән драматургҡа, уның асылын халыҡҡа еткергән артистарға көслө алҡыштар бүләк итте.
Әйткәндәй, Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йортоноң "Ҡаран” халыҡ театры был спектакль менән Сәйетбаба ауылында сығыш яһаны ла инде. Яҡын киләсәктә уны башҡалар ҙа күрер, тигән өмөттә ҡалайыҡ.
М.МӘМӘТҠОЛОВА.