Шәп ир
30 марта 2013 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Телевизор ҡарап, ялҡып
Ятҡан ине һуҙылып,
Бығаса түҙгән ҡатыны
Китте шул саҡ туҙынып:

- Ҡуҙғалырға уйламайһың,
Мал-тыуарҙа юҡ ҡайғың.
Бар мәшәҡәт бер үҙемә,
Дивандан айырылмайһың.

- Эй, ҡатын, - тине ир, - шаулама,
Мин хыялланып ятам.
Шул хыялда һин - берәүҙе,
Мин ун һыйыр ашатам.

Мишәтләмә, ун һыйырҙы
Еңел түгел ҡарауы.
Уларға бит кәрәк әле
Бесәнде мул сабаһы.

Бына ниндәй шәп пландар
Һинең ир әле ҡора.
Шәп булһаң, минең шикелле
Ун һыйыр аҫрап ҡара!

Өндәшмәне ҡатыны, ҡулын
Һелтәп бөтә көсөнә,
- Мал ҡарайһы бар, - тине лә,
Тотондо һәнәгенә.
Фәрғәт ҒӘЛИН.